Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Тап ошоһонан бала саҡ тәме килә..."
“Бигерәк күп көләһең, бер хәсрәтең дә юҡ шикелле һинең”, – ти миңә бигүк таныш түгел кешеләр. Саҡ ҡына уйсанланып йөрөй башлаһам, “Нимә булды, әллә ауырыйһыңмы, ни эшләп көлмәйһең ул?” – ти әхирәттәрем. Көлөгөҙ, дуҫтарым: яратып ҡына үҙегеҙҙән дә, килеп тыуған проблемаларҙан да, ҡыуаныстан, хатта илар мәлдә лә...

Көлөү өсөн сәбәп күп бит. Һис ғәйепһеҙгә үҙегеҙҙе йәберһеткән, күңел тыныслығынан яҙҙырған кешеләрҙән дә һеҙ күтәренке кәйеф менән генә өҫтөн була, яман һүҙҙәренән һаҡлана алаһығыҙ. “Инде йығылдым, минән булмай” тигән мәлдәрҙә лә һикереп, һис булмаһа, йәбешеп тороғоҙ. Бирешмәгеҙ! Үҙ күңелегеҙҙе үҙегеҙ күрергә, һәр яңы көнөгөҙҙө бүләк итеп ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Кемгә күпме ғүмер бирелгәнен Хоҙай үҙе генә белә.

Тап шуға ла һәр көнөбөҙҙөң ҡәҙерен беләйек, дуҫтарым. Күңелебеҙҙә үпкәгә, асыуға, иреш-талашҡа бөтөнләй урын ҡалдырмайыҡ! Әлеге мәлдә, тап ошо минутта БӘХЕТЛЕ булырға өйрәнәйек! Ҡыуанып, илар урында ла көлөп, дәртләнеп йәшәйек әле шул хәтлем матур донъяла!

...Шулай тип яҙҙым да ҡапыл туҡтап ҡалдым. Аҡыл өйрәтеп хәбәр сурытырға мин кем инде ул тиклем? Ни бары – ябай хужабикә, әсәй, әҙ булһа ла тормоштоң асы-сөсөһөн татыған ҡатын-ҡыҙ. Дуҫтарым, ә һеҙ беләһегеҙме, мин бит һәр берегеҙҙән өлгө алам, рәхмәт барығыҙға ла! Тормошомда булғанығыҙ өсөн рәхмәт!

Әйҙәгеҙ әле, яңы ғына мейесемдән сыҡҡан ҡыҙыл эремсек бәлеше менән күмәкләп сәй эсеп алайыҡ. Уның ҡамыры шул тиклем тәмле килеп сыға. Ә бәлештең хуш еҫе һуң! Мммм! Сер итеп кенә әйтәм: минең “Кәзәмөгөҙ-рогаликтар”ымдың ҡамыры ул. Ныу шул ҡамыр бәлешкә бына тигән инде!

Шулай итеп, бәләкәс табаҡҡа башта биш ҡалаҡ йылы һөт ҡоябыҙ. Шуға бер ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ (бәләкәй пакеттагы 10 грамм) ҡоро сүпрә ҡушып болғатабыҙ ҙа ултыртып торабыҙ. Ул арала бер ҡап аҡ майҙы, бер йомортҡаны һыуытҡыстан алып ҡуйығыҙ – йылынып йомшара торһон. Әйткәнем бар инде: ҡамыр ашына арзан май, маргарин ҡулланмағыҙ.

Сүпрә матур ғына булып ҡабарғандыр, шуға ике ҡалаҡ шәкәр, йомортҡа, йомшарған маргарин йә аҡ май, бер семтем тоҙ, өс стакан он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫығыҙ. Майлы ҡамыр үҙенә ондо күп ала, ҡулға йәбешмәһә, тимәк, еткән. Эслеген әҙерләгәнсе бер нисә өлөшкә бүлегеҙ ҙә һыуытҡысҡа һалып тороғоҙ.

Был бәлештең эслегенә ҡарағат та, үткәрелгән муйыл да һалғаным бар, әммә иң оҡшағаны – ҡыҙыл эремсек менән! Тап шундай бәлештән бала саҡ тәме, өләсәйҙең мейесендә бешкән бәлеш еҫе килә! Ҡыҙыл эремсекте әнейем күп итеп эшләп биреп ебәргәйне, тәмлелеге, әйкәйем. Ит турағыстан үткәрелгән, шәкәр ҡушылған… Әммә ҡыҙыл эремсектең бер әтнәкәһе бар: тиҙ генә ашалып бөтә лә ҡуя. Ахыры, ошолайтып үҙем эшләй башланым. Бер ҡап магазин эремсеген (5%) бер литрҙан аҙыраҡ һөт менән оҙаҡ итеп ҡайнатам. Ул арала ике ҡалаҡ шәкәр һалып ебәрәм, йыбанмай ғына болғап торам. Бер бәлешлек эремсек килеп сыға, тәме хәс ҡуйыртылған һөт ҡушҡан һымаҡ.

Үәт, шулай! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, әхирәттәр! Тормош ауыр тип зарланмағыҙ, үҙен бәхетле тоя белгән кешене уңыш һағалап ҡына тора ул! Тап шулай! Бәхетле булығыҙ!


Автор: Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотолары.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 3 992

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 357

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 899

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 795

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 160

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 378

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 926

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 497

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 886

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 905

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 064

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 830