Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 1500 кеше — “тимер ат”та!
1500 кеше — “тимер ат”та!Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөндә ҡатнашты
Ярыш башланырға иртәрәк булһа ла, велосипедлы халыҡ Өфөнөң Ленин майҙанына иртүк йыйыла башланы. Араларында йәштәр, өлкәндәр, хатта биш-алты йәшлек балалар ҙа күренә. “1000 велосипедсы көнө” спорт байрамында ҡатнаша алыуға һәр кем ҡәнәғәт. Ана, Кәримовтар хатта ғаиләһе менән сыҡҡан: биш йәшлек улдары Айнурҙы велосипедтың артына ултыртып алғандар.
Ярышҡа йыйылыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
– Дуҫтар, барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Беҙгә, йәғни сәләмәт тормош алып барған, физкультура менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн, был ысын мәғәнәһендә 1500 кеше — “тимер ат”та!байрам, – тине ул. – Мин үҙем яңыраҡ ошо спорт төрө менән шөғөлләнә башланым. Һеҙҙең менән был араны үтеп, бының нимә икәнен үҙем күрге килә. Ә артабан беҙ был хәрәкәтте үҫтерәсәкбеҙ. Киләһе йылға – ике мең, унан биш мең кеше булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Тиҙҙән ярты Өфө халҡы велосипедта йөрөр тип уйлайым.
1500 кеше — “тимер ат”та!Бына старт бирелде. Рөстәм Хәмитовтан һуң башҡалар ҙа алға ынтылды. Велоуҙышсылар Октябрь проспектынан Салауат Юлаев майҙанына тиклем ашыҡмай ғына ун километр юл үтте.
Унан майҙан алдында алыҫлыҡҡа фигуралы йөрөү, тапҡырлыҡҡа, оҫталыҡҡа ярыштар башланды. Зирәктәр конкурста ҡатнашты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Спорт байрамында 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ул 2014 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына мең көн ҡалыуға арналды.
Йөҙҙәре алһыуланып, күтәренке кәйеф менән таралышты спортсылар.
Венер ИСХАҠОВ.

1500 кеше — “тимер ат”та!1500 кеше — “тимер ат”та!
1500 кеше — “тимер ат”та!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523