Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөндә ҡатнаштыЯрыш башланырға иртәрәк булһа ла, велосипедлы халыҡ Өфөнөң Ленин майҙанына иртүк йыйыла башланы. Араларында йәштәр, өлкәндәр, хатта биш-алты йәшлек балалар ҙа күренә. “1000 велосипедсы көнө” спорт байрамында ҡатнаша алыуға һәр кем ҡәнәғәт. Ана, Кәримовтар хатта ғаиләһе менән сыҡҡан: биш йәшлек улдары Айнурҙы велосипедтың артына ултыртып алғандар.
Ярышҡа йыйылыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
– Дуҫтар, барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Беҙгә, йәғни сәләмәт тормош алып барған, физкультура менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн, был ысын мәғәнәһендә
байрам, – тине ул. – Мин үҙем яңыраҡ ошо спорт төрө менән шөғөлләнә башланым. Һеҙҙең менән был араны үтеп, бының нимә икәнен үҙем күрге килә. Ә артабан беҙ был хәрәкәтте үҫтерәсәкбеҙ. Киләһе йылға – ике мең, унан биш мең кеше булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Тиҙҙән ярты Өфө халҡы велосипедта йөрөр тип уйлайым.
Бына старт бирелде. Рөстәм Хәмитовтан һуң башҡалар ҙа алға ынтылды. Велоуҙышсылар Октябрь проспектынан Салауат Юлаев майҙанына тиклем ашыҡмай ғына ун километр юл үтте.
Унан майҙан алдында алыҫлыҡҡа фигуралы йөрөү, тапҡырлыҡҡа, оҫталыҡҡа ярыштар башланды. Зирәктәр конкурста ҡатнашты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Спорт байрамында 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ул 2014 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына мең көн ҡалыуға арналды.
Йөҙҙәре алһыуланып, күтәренке кәйеф менән таралышты спортсылар.
Венер ИСХАҠОВ.