Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ.

Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә ҡарашымды төшөрәм. Бына Граждандар һуғышы осороноҡо: снаряд, винтовка гильзалары, “максимка” пулеметы таҫмаһы, ҡылыс, “буденовка”, Беренсе донъя һуғышы каскаһы… Ирекһеҙҙән күҙҙәрҙе йомаһың да уйға сумаһың. Ана Һыуыҡҡул ауылының тау башында “максимка” тыҡылдай, урыҡ-һурыҡ винтовканан аталар, ҡылыс болғаған һыбайлы ҡыҙылармеецтар ауылға бәреп инә. Әле быяла эсендә ятҡан гильзаларҙан үлем сәселә, ҡылыс осонан ҡан тама, кемдеңдер башында “буденовка” ялпылдай, кемдекенән каска оса…

Ҡомартҡылар, ҡомартҡылар… Тыңлай белгәнгә серен аса, ишетә белгәнгә тарих һөйләй, быуат элек булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра.
– Музей 1983 йылда тарих уҡытыусыһы Мәҡсүт Динислам улы Шәрәхисламов тарафынан ойошторола. Ошо уҡ йылда паспорт алына. Тулыландырылып, киңәйтелгәс, икенсегә 1986 йылда тағы рәсми­ләштерелә – мәктәп музейы булараҡ теркәлә. Унда тарихты, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса “Патриот” тип аталған түңәрәк алып барыла. Әйтергә кәрәк, мәктәптәрҙә был – һирәк күренеш, сөнки түңәрәк ағзалары үҙ мәктәбе, ауылы менән генә сикләнеп ҡалмай, республи­каның тарихи урындарына ла экскурсияға сыға, Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, шулай уҡ башҡа музейҙар менән дә бәйләнеш тота. Бында күрше ауыл уҡыусыларын да алып килеп, дәрестә алған белемен ҡомарт­ҡылар аша нығыталар.

Үҙенсәлекле экспонаттарҙың яҙмышы тураһында телгә алғы килә, улар – окоптан ҡаҙып алынған каска менән сапер көрәге. Етмеш йылдан ашыу ер аҫтында ятҡан ҡомарт­ҡыларҙы Октябрьский ҡалаһы эҙәрмәндәре бүләк иткән. Уҙған йыл Һыуыҡҡулға ла ошо ауылда тыуып үҫкән батырҙың – Закир Әйү­повтың – һөйәктәрен алып ҡайтып ерләгәндәр.

– Чапаев дивизияһы Граждандар һуғышы осоронда – 1919 йылдың 15 майында ауыл аша үтә. Алты сәғәт буйы колчаксылар менән ҡаты һуғыш бара, – тип һөйләй тарих уҡытыусыһы Марат Сәлихов, алыштың нисек үткәнлеге төшө­рөлгән схеманы күрһәтеп.

Картанан тыш, бында ошо алыш­тарҙың шаһиты, ҡатнашыусыһы булған Хәким Ғәфүровтың һөйлә­гәндәренән өҙөктәр яҙылған, фотоһүрәттәр эленгән. Ҡыҫҡаһы, музейға килеүселәр Һыуыҡҡулдың, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙың үткәне менән тулыһынса таныша ала.

Тарихҡа ғына түгел, арҙаҡлы шәхестәргә лә бай был төбәк. Һыуыҡҡул – күп милләт вәкилдәре бергә татыу йәшәгән ҙур ғына ауыл. Ошо изге тупраҡта өс Социалистик Хеҙмәт Геройы үҫкән.

Эйе, өс! Был – бик һирәк күренеш. Арсентий Спиридонов, Федор Гарин, Михаил Прохоров – ауылдарын ғына түгел, Башҡортостанды бар илгә танытҡан шәхестәр. Тағы ла билдәле сыуаш яҙыусыһы, “Әсә” романы авторы Серафим Васильев, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, математика, физика дәреслектәрен төҙөүселәрҙең бере­һе Федор Васильев, медицина фәндәре докторы Фәнис Сулпанов, БДПУ профессоры Валентина Горбунова-Васильева, ДОСААФ-тың республика комитетына 1984 – 1995 йылдарҙа етәкселек иткән Шәрип Миңлеғолов... Был исемлекте әллә нисә биткә һуҙып булыр ине. Ауылдан байтаҡ кешенең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында ҡатнашыуын, Мөғин Нагаевтың иҫән-һау ҡайтып, быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләүен дә әйтмәйенсә булмай.

– Мөғин Кәрим улы һуғыш осоронда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән булған, – ти район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, документтары булһа ла, юғары исем бирелмәй ҡалған. Рәсәй Офицерҙар союзы Рәсәй Геройы исемен юллау тураһында ла һүҙ күтәреп сыҡҡайны…

Һуғыш касафатын күргән, утты-һыуҙы кискән күп ветерандарҙан “Беҙ орден-миҙал өсөн һуғышманыҡ, илебеҙҙең күк йөҙө генә тыныс булһын”, тигәнде ишеткән бар. Ерҙәге тамуҡтан ҡайтып, үҙҙәре яулаған тыныслыҡта йәшәү – үҙе оло бәхет. Нагаев та шулай уйлай торғандыр…
Иң мөһиме – арттарынан алмашҡа килгән йәштәр үҫә. Иле, тыуған яғы яҙмышын иңенә һалып, киләсәккә табан ҡыйыу атлаған йәш быуын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521