Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ.
Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә ҡарашымды төшөрәм. Бына Граждандар һуғышы осороноҡо: снаряд, винтовка гильзалары, “максимка” пулеметы таҫмаһы, ҡылыс, “буденовка”, Беренсе донъя һуғышы каскаһы… Ирекһеҙҙән күҙҙәрҙе йомаһың да уйға сумаһың. Ана Һыуыҡҡул ауылының тау башында “максимка” тыҡылдай, урыҡ-һурыҡ винтовканан аталар, ҡылыс болғаған һыбайлы ҡыҙылармеецтар ауылға бәреп инә. Әле быяла эсендә ятҡан гильзаларҙан үлем сәселә, ҡылыс осонан ҡан тама, кемдеңдер башында “буденовка” ялпылдай, кемдекенән каска оса…
Ҡомартҡылар, ҡомартҡылар… Тыңлай белгәнгә серен аса, ишетә белгәнгә тарих һөйләй, быуат элек булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра.
– Музей 1983 йылда тарих уҡытыусыһы Мәҡсүт Динислам улы Шәрәхисламов тарафынан ойошторола. Ошо уҡ йылда паспорт алына. Тулыландырылып, киңәйтелгәс, икенсегә 1986 йылда тағы рәсмиләштерелә – мәктәп музейы булараҡ теркәлә. Унда тарихты, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса “Патриот” тип аталған түңәрәк алып барыла. Әйтергә кәрәк, мәктәптәрҙә был – һирәк күренеш, сөнки түңәрәк ағзалары үҙ мәктәбе, ауылы менән генә сикләнеп ҡалмай, республиканың тарихи урындарына ла экскурсияға сыға, Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, шулай уҡ башҡа музейҙар менән дә бәйләнеш тота. Бында күрше ауыл уҡыусыларын да алып килеп, дәрестә алған белемен ҡомартҡылар аша нығыталар.
Үҙенсәлекле экспонаттарҙың яҙмышы тураһында телгә алғы килә, улар – окоптан ҡаҙып алынған каска менән сапер көрәге. Етмеш йылдан ашыу ер аҫтында ятҡан ҡомартҡыларҙы Октябрьский ҡалаһы эҙәрмәндәре бүләк иткән. Уҙған йыл Һыуыҡҡулға ла ошо ауылда тыуып үҫкән батырҙың – Закир Әйүповтың – һөйәктәрен алып ҡайтып ерләгәндәр.
– Чапаев дивизияһы Граждандар һуғышы осоронда – 1919 йылдың 15 майында ауыл аша үтә. Алты сәғәт буйы колчаксылар менән ҡаты һуғыш бара, – тип һөйләй тарих уҡытыусыһы Марат Сәлихов, алыштың нисек үткәнлеге төшөрөлгән схеманы күрһәтеп.
Картанан тыш, бында ошо алыштарҙың шаһиты, ҡатнашыусыһы булған Хәким Ғәфүровтың һөйләгәндәренән өҙөктәр яҙылған, фотоһүрәттәр эленгән. Ҡыҫҡаһы, музейға килеүселәр Һыуыҡҡулдың, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙың үткәне менән тулыһынса таныша ала.
Тарихҡа ғына түгел, арҙаҡлы шәхестәргә лә бай был төбәк. Һыуыҡҡул – күп милләт вәкилдәре бергә татыу йәшәгән ҙур ғына ауыл. Ошо изге тупраҡта өс Социалистик Хеҙмәт Геройы үҫкән.
Эйе, өс! Был – бик һирәк күренеш. Арсентий Спиридонов, Федор Гарин, Михаил Прохоров – ауылдарын ғына түгел, Башҡортостанды бар илгә танытҡан шәхестәр. Тағы ла билдәле сыуаш яҙыусыһы, “Әсә” романы авторы Серафим Васильев, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, математика, физика дәреслектәрен төҙөүселәрҙең береһе Федор Васильев, медицина фәндәре докторы Фәнис Сулпанов, БДПУ профессоры Валентина Горбунова-Васильева, ДОСААФ-тың республика комитетына 1984 – 1995 йылдарҙа етәкселек иткән Шәрип Миңлеғолов... Был исемлекте әллә нисә биткә һуҙып булыр ине. Ауылдан байтаҡ кешенең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында ҡатнашыуын, Мөғин Нагаевтың иҫән-һау ҡайтып, быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләүен дә әйтмәйенсә булмай.
– Мөғин Кәрим улы һуғыш осоронда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән булған, – ти район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, документтары булһа ла, юғары исем бирелмәй ҡалған. Рәсәй Офицерҙар союзы Рәсәй Геройы исемен юллау тураһында ла һүҙ күтәреп сыҡҡайны…
Һуғыш касафатын күргән, утты-һыуҙы кискән күп ветерандарҙан “Беҙ орден-миҙал өсөн һуғышманыҡ, илебеҙҙең күк йөҙө генә тыныс булһын”, тигәнде ишеткән бар. Ерҙәге тамуҡтан ҡайтып, үҙҙәре яулаған тыныслыҡта йәшәү – үҙе оло бәхет. Нагаев та шулай уйлай торғандыр…
Иң мөһиме – арттарынан алмашҡа килгән йәштәр үҫә. Иле, тыуған яғы яҙмышын иңенә һалып, киләсәккә табан ҡыйыу атлаған йәш быуын.