Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гүзәллек өләшә Гүзәл
Гүзәллек өләшә ГүзәлМилләтебеҙҙе һәр яҡлап күтәреү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, асылыбыҙға ҡайтырға тырышыу, һис һүҙһеҙ, беҙҙе нығыраҡ берләштерә, шул уҡ ваҡытта барыбыҙға ла һәләттәребеҙҙе үҫтереү, зауығыбыҙға ярашлы йәшәү мөмкинлеге бирә. Быны Өфөлә ғүмер иткән уңған замандашыбыҙ, ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Кәримованың өлгөһөндә лә яҡшы күрәбеҙ.
Уның һоҡланғыс түшелдерек­тәре һис кемде битараф ҡалдыр­майҙыр. Бәләкәйҙән милли тәр­биә алып, әсәһе Хәлисә Шаһы­бал ҡыҙынан төрлө ҡул эштәренә өйрәнеп үҫкән Гүзәлдең ошо оҫталығы хәҙер йәшәү маҡса­тына, мәғәнәһенә әйләнгән.
– Ҡатын-ҡыҙ өсөн матур кейем, биҙәүестәр шул ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйә, – ти заманда­шыбыҙ. – Улар үҙенең генә түгел, эргә-тирәһендәгеләрҙең дә күңе­лен күтәрә, күҙҙәрҙе һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта яман ҡараш­тарҙан, зәхмәттән, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Милли кейемдәребеҙҙең, биҙәүестәребеҙҙең үҙенсәлек­тәрен, хикмәттәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле беҙгә.
Ҡатын-ҡыҙҙы ошо матурлыҡҡа яҡынайтыу ниәтендә Гүзәл Миҙ­хәт ҡыҙы Өфөлә түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрес­тәре лә алып бара. Өйрәнергә теләгәндәр бихисап. Гүзәл зат өсөн был шөғөл – күңел ҡушыуы ла, файҙалы ял да. Араларында бәләкәй ҡыҙҙарҙың булыуы айырыуса һөйөнөслө: милли асылын бала саҡтан тойоп үҫкән кеше уға ғүмер буйы тоғро ҡала, был күркәмлек нәҫеленә лә рухи мираҫ итеп тапшырыла. Ошоно ғына күҙ уңында тотҡанда ла, Гүзәлдең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Бала сағынан тегеүгә, сигеүгә, бәйләүгә әүәҫ оҫтабикә этник биҙәүестәр эшләүгә дүрт йыл элек тотонған. Теләге милләт­тәштәренең күңел ихтыяжына тап килгәнлектән, шөғөлөнән оло кинәнес ала Гүзәл. Тәүҙә халҡы­быҙҙың традицион түшелдерек­тәрен эшләһә, тора-бара стил­ләш­терелгәндәргә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныуы уяна. Оҫта ханымдың хеҙмәт емештәре төрлө күргәҙмә­ләрҙең, милли байрамдарҙың сағыу биҙәгенә әйләнде.
Күптән түгел иһә йәнә бер уңышҡа өлгәште Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы: “Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән” Бөтә Рәсәй фестиваленең финалына үтте! Мәғлүм булыуынса, был сара ил Президенты гранты иҫәбенә үткәрелә. Унда гүзәл зат вәкилдәре тегеү, сигеү, бәйләү һәм башҡа оҫталығын күрһәтеп, үҙенең генә түгел, тотош халҡының данын яҡлай. Беҙҙең Гүзәл һайлап алыу комиссияһы ағзаларын күҙ яуын алырлыҡ түшелдеректәре менән һоҡландырған. Ә ҡул эштәре бер нисә генә түгел, биш тиҫтә самаһы! Һәр ҡайһыһы матур, сағыу, үҙенсәлекле.
Фестивалдең финалы 29-30 сентябрҙә Ҡазанда үтә. Шуға тиклем тағы бер нисә түшелдерек эшләп өлгөрөргә ниәт иткән Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. Уға ҡыҙы Зәлифә лә ихлас ярҙам итә. Эйе, үҙенең ата-әсәһе кеүек, балаларын милли мөхиттә рухлы, һөнәрле итеп үҫтерергә тырыша уңған, тынғы­һыҙ замандашыбыҙ. Изге ниәт, ихлас тырышлыҡ бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай. Оҫта ҡуллы Гүзәлдең фестивалдә еңеү яулап, һөҙөмтәлә халыҡ-ара кимәлгә сығып, Францияла башҡорт данын яҡларына ышаныс ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521