Милләтебеҙҙе һәр яҡлап күтәреү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, асылыбыҙға ҡайтырға тырышыу, һис һүҙһеҙ, беҙҙе нығыраҡ берләштерә, шул уҡ ваҡытта барыбыҙға ла һәләттәребеҙҙе үҫтереү, зауығыбыҙға ярашлы йәшәү мөмкинлеге бирә. Быны Өфөлә ғүмер иткән уңған замандашыбыҙ, ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Кәримованың өлгөһөндә лә яҡшы күрәбеҙ.Уның һоҡланғыс түшелдеректәре һис кемде битараф ҡалдырмайҙыр. Бәләкәйҙән милли тәрбиә алып, әсәһе Хәлисә Шаһыбал ҡыҙынан төрлө ҡул эштәренә өйрәнеп үҫкән Гүзәлдең ошо оҫталығы хәҙер йәшәү маҡсатына, мәғәнәһенә әйләнгән.
– Ҡатын-ҡыҙ өсөн матур кейем, биҙәүестәр шул ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйә, – ти замандашыбыҙ. – Улар үҙенең генә түгел, эргә-тирәһендәгеләрҙең дә күңелен күтәрә, күҙҙәрҙе һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта яман ҡараштарҙан, зәхмәттән, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Милли кейемдәребеҙҙең, биҙәүестәребеҙҙең үҙенсәлектәрен, хикмәттәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле беҙгә.
Ҡатын-ҡыҙҙы ошо матурлыҡҡа яҡынайтыу ниәтендә Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Өфөлә түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алып бара. Өйрәнергә теләгәндәр бихисап. Гүзәл зат өсөн был шөғөл – күңел ҡушыуы ла, файҙалы ял да. Араларында бәләкәй ҡыҙҙарҙың булыуы айырыуса һөйөнөслө: милли асылын бала саҡтан тойоп үҫкән кеше уға ғүмер буйы тоғро ҡала, был күркәмлек нәҫеленә лә рухи мираҫ итеп тапшырыла. Ошоно ғына күҙ уңында тотҡанда ла, Гүзәлдең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Бала сағынан тегеүгә, сигеүгә, бәйләүгә әүәҫ оҫтабикә этник биҙәүестәр эшләүгә дүрт йыл элек тотонған. Теләге милләттәштәренең күңел ихтыяжына тап килгәнлектән, шөғөлөнән оло кинәнес ала Гүзәл. Тәүҙә халҡыбыҙҙың традицион түшелдеректәрен эшләһә, тора-бара стилләштерелгәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы уяна. Оҫта ханымдың хеҙмәт емештәре төрлө күргәҙмәләрҙең, милли байрамдарҙың сағыу биҙәгенә әйләнде.
Күптән түгел иһә йәнә бер уңышҡа өлгәште Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы: “Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән” Бөтә Рәсәй фестиваленең финалына үтте! Мәғлүм булыуынса, был сара ил Президенты гранты иҫәбенә үткәрелә. Унда гүзәл зат вәкилдәре тегеү, сигеү, бәйләү һәм башҡа оҫталығын күрһәтеп, үҙенең генә түгел, тотош халҡының данын яҡлай. Беҙҙең Гүзәл һайлап алыу комиссияһы ағзаларын күҙ яуын алырлыҡ түшелдеректәре менән һоҡландырған. Ә ҡул эштәре бер нисә генә түгел, биш тиҫтә самаһы! Һәр ҡайһыһы матур, сағыу, үҙенсәлекле.
Фестивалдең финалы 29-30 сентябрҙә Ҡазанда үтә. Шуға тиклем тағы бер нисә түшелдерек эшләп өлгөрөргә ниәт иткән Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. Уға ҡыҙы Зәлифә лә ихлас ярҙам итә. Эйе, үҙенең ата-әсәһе кеүек, балаларын милли мөхиттә рухлы, һөнәрле итеп үҫтерергә тырыша уңған, тынғыһыҙ замандашыбыҙ. Изге ниәт, ихлас тырышлыҡ бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай. Оҫта ҡуллы Гүзәлдең фестивалдә еңеү яулап, һөҙөмтәлә халыҡ-ара кимәлгә сығып, Францияла башҡорт данын яҡларына ышаныс ҙур.