Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләктәре тимер икән, хеҙмәттәре – бетон!
Теләктәре тимер икән, хеҙмәттәре – бетон!...8-се цехта эштең ҡайнаған мәле. Егеттәр махсус һауыттарға иҙмә тултыра, шунан бетон ныҡлы булһын тип, араһына арматура ҡыҫтыра. Ҡыуыш урын барлыҡҡа килмәһен, тығыҙлыҡ өсөн материалды һелкетеп тә алырға кәрәк... Шулай барлыҡҡа килә тимер-бетон изделиеһы. Кипкән, нығынған һәм тейешле тикшереү үткән продукцияны кран вагондарға тейәй. Әлеге мәлдә иң күп тауар Себергә оҙатыла – был тарафтан 1-се Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы ҙур ғына заказ алған икән.

— Әйҙәгеҙ, бер нисә минутҡа ял, хәбәрсе килгән, — тип ымлай ҡул аҫтында эшләгән иптәш­тәренә цех начальнигы, ошо заводҡа 31 йыл ғүмерен ар­наған, ябай эшсенән күтәрелгән Радик Сәйфуллин.
Бер-бер артлы килеп күреш­кән ағайҙар үҙҙәре менән таныштыра. Кемдер бетон яһай, кемдер уны вагондарға тейәп оҙата. Ғөмүмән, һәммәһенең үҙ бурысы тигәндәй.
— Эш ауыр булһа ла, һәйбәт, ауыл егеттәре килһә, бирешмәй эшләй, ә бына ҡаланыҡылар китеү яғын ҡарай, тимерҙәй ныҡлы теләк кәрәк шул ауыр эште башҡарырға, — тип һөйләй үҙенең хеҙмәте хаҡында Ғәфүр­йән Садиҡов. Ул үҙе лә бит ауыл егете, Баҡалынан. Ҡасандыр машиналар эшләү заводына урынлашҡан, тик был оборона предприятиеһының тарихта ғына ҡалыуы сер түгел. Хәйер, стропальщик (ябайлаштырып әйткәндә, тейәгән йөктө бәйләп, кранға эләктереп тороусы) тимер-бетон заводында ла инде 17 йыл эшләй.
Иҙмә ҡойоп, материалдарҙы формаға һалып торған Сергей Стрежков та уның һымаҡ уңған эшселәр иҫәбендә. Ә бына айыу­ҙай кәүҙәле ағайҙар урта­һында торған нәфис затты күреп, аптырап ҡалдым. “Беҙҙең Нина арабыҙҙа иң көслөһө, ошо заводта эшләгән барлыҡ 500 кеше бергә йыйылып та күтәрә алмаҫтай йөктө күтәреп ҡуя”, — тип егеттәр шаяртамы тиһәм, Нина Тронина, ысынлап та, тонна-тонна әйберҙәрҙе күсерә икән – кран машинисы ул, 1990 йылдан алып ошо заводта эшләй.
...Заводта 8-се цех асылыуға инде 55 йыл булып килә. Ошо ваҡыт арауығында нисәмә тонна, нисәмә берәмек продукция әҙерләне икән был цех – бит көнөнә генә лә бында 150 берәмек изделие етештерелә. Йәмғеһе — 250 куб тимер-бетон! Тимәк, производство өсөн цех­тың эше баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Әммә эш күләмдә генә түгел, кимәлдә лә – цех, ғөмүмән, завод яҡшы сифатлы бетон етештереп, ил кимәлендә дан ҡаҙанған. Нисәмә завод, нисәмә күпер, күп фатирлы йорт нигеҙҙәре, стеналары, бағана­лары ошонда етештерелгән, тимәк, ил үҫешендә үҙ өлөшөн индергән. Ә был сифатлы бетон – үҙ эшенә мөкиббән бирелгән әлеге апай-ағайҙарҙың иңендә түгелме ни?! Шуға еңеүҙәр яулаған спортсыларыбыҙҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ғалим­дарыбыҙҙың исемен күтәргәндә, ошондай шәхестәр ҙә иғти­барҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, минеңсә...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521