...8-се цехта эштең ҡайнаған мәле. Егеттәр махсус һауыттарға иҙмә тултыра, шунан бетон ныҡлы булһын тип, араһына арматура ҡыҫтыра. Ҡыуыш урын барлыҡҡа килмәһен, тығыҙлыҡ өсөн материалды һелкетеп тә алырға кәрәк... Шулай барлыҡҡа килә тимер-бетон изделиеһы. Кипкән, нығынған һәм тейешле тикшереү үткән продукцияны кран вагондарға тейәй. Әлеге мәлдә иң күп тауар Себергә оҙатыла – был тарафтан 1-се Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы ҙур ғына заказ алған икән.— Әйҙәгеҙ, бер нисә минутҡа ял, хәбәрсе килгән, — тип ымлай ҡул аҫтында эшләгән иптәштәренә цех начальнигы, ошо заводҡа 31 йыл ғүмерен арнаған, ябай эшсенән күтәрелгән Радик Сәйфуллин.
Бер-бер артлы килеп күрешкән ағайҙар үҙҙәре менән таныштыра. Кемдер бетон яһай, кемдер уны вагондарға тейәп оҙата. Ғөмүмән, һәммәһенең үҙ бурысы тигәндәй.
— Эш ауыр булһа ла, һәйбәт, ауыл егеттәре килһә, бирешмәй эшләй, ә бына ҡаланыҡылар китеү яғын ҡарай, тимерҙәй ныҡлы теләк кәрәк шул ауыр эште башҡарырға, — тип һөйләй үҙенең хеҙмәте хаҡында Ғәфүрйән Садиҡов. Ул үҙе лә бит ауыл егете, Баҡалынан. Ҡасандыр машиналар эшләү заводына урынлашҡан, тик был оборона предприятиеһының тарихта ғына ҡалыуы сер түгел. Хәйер, стропальщик (ябайлаштырып әйткәндә, тейәгән йөктө бәйләп, кранға эләктереп тороусы) тимер-бетон заводында ла инде 17 йыл эшләй.
Иҙмә ҡойоп, материалдарҙы формаға һалып торған Сергей Стрежков та уның һымаҡ уңған эшселәр иҫәбендә. Ә бына айыуҙай кәүҙәле ағайҙар уртаһында торған нәфис затты күреп, аптырап ҡалдым. “Беҙҙең Нина арабыҙҙа иң көслөһө, ошо заводта эшләгән барлыҡ 500 кеше бергә йыйылып та күтәрә алмаҫтай йөктө күтәреп ҡуя”, — тип егеттәр шаяртамы тиһәм, Нина Тронина, ысынлап та, тонна-тонна әйберҙәрҙе күсерә икән – кран машинисы ул, 1990 йылдан алып ошо заводта эшләй.
...Заводта 8-се цех асылыуға инде 55 йыл булып килә. Ошо ваҡыт арауығында нисәмә тонна, нисәмә берәмек продукция әҙерләне икән был цех – бит көнөнә генә лә бында 150 берәмек изделие етештерелә. Йәмғеһе — 250 куб тимер-бетон! Тимәк, производство өсөн цехтың эше баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Әммә эш күләмдә генә түгел, кимәлдә лә – цех, ғөмүмән, завод яҡшы сифатлы бетон етештереп, ил кимәлендә дан ҡаҙанған. Нисәмә завод, нисәмә күпер, күп фатирлы йорт нигеҙҙәре, стеналары, бағаналары ошонда етештерелгән, тимәк, ил үҫешендә үҙ өлөшөн индергән. Ә был сифатлы бетон – үҙ эшенә мөкиббән бирелгән әлеге апай-ағайҙарҙың иңендә түгелме ни?! Шуға еңеүҙәр яулаған спортсыларыбыҙҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарыбыҙҙың исемен күтәргәндә, ошондай шәхестәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, минеңсә...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.