Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙеңә ышаныс тәрбиәлә
Үҙеңә ышаныс тәрбиәлә“Ят кеше алдында үҙемде уңайһыҙ тотам”, “Әллә нисек”... Яҡындарыбыҙҙан, дуҫ-иштәребеҙҙән ҡайһы саҡ шундайыраҡ һүҙҙәр ишетергә тура килә. Үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡтан килә бындай тойғолар. Бик ҙур кәмселек был, сөнки мәктәптә, юғары уҡыу йортонда белем алғанда кәрәк саҡта теге йәки был темаға яҡшы белеп тә яуап бирә алмауың ихтимал, ә уҡытыусының “әҙерләнмәгән, белмәй” тигән хөкөм сығарыуы бар.


Эшләгән коллективыңда ла үҙ-үҙеңә кәмһетеп ҡарау киләсәктәге уңышыңа аяҡ салыуы мөмкин. Ә бит үҙ-үҙеңә ышаныу – уңышлы хеҙмәт һәм ял итеү, ғөмүмән, ғүмер кисереү өсөн мөһим сифат. Йәнә ул үҙеңдән риза булыу тойғоһо уята, тормошоңа йәм өҫтәй. Әгәр беҙ үҙе­беҙҙең нимә башҡарыуыбыҙға аҙа­ғына тиклем ышанмаһаҡ, ул сағында тейешле маҡсатҡа өлгәшеү бик ауыр буласаҡ.
Психологтар раҫлауынса, һәр икенсе Рәсәй кешеһе тормошонда бер тапҡыр булһа ла үҙ-үҙенә ышанмау тойғоһо кисергән, ә һәр унынсы әҙәм был халәттә оҙайлы йылдар үҙен яфалай.
Әлбиттә, барыһы ла көнөндә үк башланмай. Бындай кәмселеккә нигеҙ бала саҡта һалына. Тәүҙә атай-әсәйҙәр риза­һыҙлыҡ белдерә: “Кит, эшкинмәгән, кем шулай эшләй!”, “Бигерәк булдыҡ­һыҙһың инде”, “Бешмәгән”... Шундайыраҡ һүҙҙәр менән балаларыбыҙҙың үҙаллылығын юҡҡа сығарабыҙ һәм улар өсөн барлыҡ мәсьәләләрҙе барыбер өлкәндәр хәл итеүенә өйрәтәбеҙ. Ул саҡта балала теге йәки был эште башҡа берәү унан да яҡшыраҡ эшләй тигән уйҙан бөтөнләй һүлпән тойғо уяна.
Былар бик насар сифат. Әммә үҙ өҫтөңдә эшләгәндә унан ҡотолорға мөмкин. Бының өсөн үҙегеҙҙең уңыштарығыҙҙы, өҫтөнлөгөгөҙҙө иҫкә төшөрөргә кәрәк. Хатта хәтерегеҙгә бер нәмә килмәгән осраҡта ла, моғайын, ниндәйҙер яҡшы һүҙҙәрҙе иҫләйһегеҙҙер. Үҙегеҙҙе уларға ышандырырға тырышығыҙ. Ысынлап та, яҡындарығыҙ нисек күрә, һеҙ шулай. Үҙегеҙҙә барлыҡ матур сифаттарҙы туплап, мин шулай икән тип, ғорурлыҡ тойғоһо кисерегеҙ.
Тирә-яҡта барған күп ваҡиғалар һеҙгә бәйле булыуына ышанығыҙ. Мәҫәлән, бөгөн һеҙ саҡырылып та ҡунаҡҡа бармаһағыҙ, унда һеҙҙе күрергә теләгән кешегә күңелһеҙ буласаҡ. Бары һеҙҙе күреүгә ул үҙен шат тоясаҡ. Әйткәндәй, элек бығаса уйлап еткермәгән ниндәйҙер мөһим осраҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
Аҡылығыҙҙа ниндәйҙер күңелһеҙ нәмә эҙләргә тырышмағыҙ, сөнки күңел һандығығыҙҙа соҡонған һайын һеҙгә йәшәүе ауырыраҡ буласаҡ. Үҙегеҙҙе тышҡы эштәр менән идара итә белергә ышандырығыҙ, ә бының өсөн үҙ көсөгөҙгә ныҡ инаныу мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 166

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 516

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 255

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 056

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 737

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 402

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 720

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 980

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 470

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 544

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 376

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 551