“Ят кеше алдында үҙемде уңайһыҙ тотам”, “Әллә нисек”... Яҡындарыбыҙҙан, дуҫ-иштәребеҙҙән ҡайһы саҡ шундайыраҡ һүҙҙәр ишетергә тура килә. Үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡтан килә бындай тойғолар. Бик ҙур кәмселек был, сөнки мәктәптә, юғары уҡыу йортонда белем алғанда кәрәк саҡта теге йәки был темаға яҡшы белеп тә яуап бирә алмауың ихтимал, ә уҡытыусының “әҙерләнмәгән, белмәй” тигән хөкөм сығарыуы бар.Эшләгән коллективыңда ла үҙ-үҙеңә кәмһетеп ҡарау киләсәктәге уңышыңа аяҡ салыуы мөмкин. Ә бит үҙ-үҙеңә ышаныу – уңышлы хеҙмәт һәм ял итеү, ғөмүмән, ғүмер кисереү өсөн мөһим сифат. Йәнә ул үҙеңдән риза булыу тойғоһо уята, тормошоңа йәм өҫтәй. Әгәр беҙ үҙебеҙҙең нимә башҡарыуыбыҙға аҙағына тиклем ышанмаһаҡ, ул сағында тейешле маҡсатҡа өлгәшеү бик ауыр буласаҡ.
Психологтар раҫлауынса, һәр икенсе Рәсәй кешеһе тормошонда бер тапҡыр булһа ла үҙ-үҙенә ышанмау тойғоһо кисергән, ә һәр унынсы әҙәм был халәттә оҙайлы йылдар үҙен яфалай.
Әлбиттә, барыһы ла көнөндә үк башланмай. Бындай кәмселеккә нигеҙ бала саҡта һалына. Тәүҙә атай-әсәйҙәр ризаһыҙлыҡ белдерә: “Кит, эшкинмәгән, кем шулай эшләй!”, “Бигерәк булдыҡһыҙһың инде”, “Бешмәгән”... Шундайыраҡ һүҙҙәр менән балаларыбыҙҙың үҙаллылығын юҡҡа сығарабыҙ һәм улар өсөн барлыҡ мәсьәләләрҙе барыбер өлкәндәр хәл итеүенә өйрәтәбеҙ. Ул саҡта балала теге йәки был эште башҡа берәү унан да яҡшыраҡ эшләй тигән уйҙан бөтөнләй һүлпән тойғо уяна.
Былар бик насар сифат. Әммә үҙ өҫтөңдә эшләгәндә унан ҡотолорға мөмкин. Бының өсөн үҙегеҙҙең уңыштарығыҙҙы, өҫтөнлөгөгөҙҙө иҫкә төшөрөргә кәрәк. Хатта хәтерегеҙгә бер нәмә килмәгән осраҡта ла, моғайын, ниндәйҙер яҡшы һүҙҙәрҙе иҫләйһегеҙҙер. Үҙегеҙҙе уларға ышандырырға тырышығыҙ. Ысынлап та, яҡындарығыҙ нисек күрә, һеҙ шулай. Үҙегеҙҙә барлыҡ матур сифаттарҙы туплап, мин шулай икән тип, ғорурлыҡ тойғоһо кисерегеҙ.
Тирә-яҡта барған күп ваҡиғалар һеҙгә бәйле булыуына ышанығыҙ. Мәҫәлән, бөгөн һеҙ саҡырылып та ҡунаҡҡа бармаһағыҙ, унда һеҙҙе күрергә теләгән кешегә күңелһеҙ буласаҡ. Бары һеҙҙе күреүгә ул үҙен шат тоясаҡ. Әйткәндәй, элек бығаса уйлап еткермәгән ниндәйҙер мөһим осраҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
Аҡылығыҙҙа ниндәйҙер күңелһеҙ нәмә эҙләргә тырышмағыҙ, сөнки күңел һандығығыҙҙа соҡонған һайын һеҙгә йәшәүе ауырыраҡ буласаҡ. Үҙегеҙҙе тышҡы эштәр менән идара итә белергә ышандырығыҙ, ә бының өсөн үҙ көсөгөҙгә ныҡ инаныу мөһим.