Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты көндәр генә теләйем
Яҡты көндәр генә теләйем...1923 йыл – сираттағы аслыҡ осоро үтте. Тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамай, Ҡазыхановтар ғаиләһендә ике бала тыуа. Атайҙары Шәрәфетдин: “Һәр бала үҙ бәхете менән донъяға килә, бирешмәбеҙ, илдә һәр ваҡыт ауыр булмаҫ”, – тип ҡатынын йыуата. Ҡыҙ балаға Менәүәрә тип исем ҡушалар, унан ике йәшкә оло апаһының исеме Мәғәфүрә. Ошо ғаиләлә артабан тағы биш бала: Мәмдүҙә, Ғәзим, Наилә, Рәмилә, Рәхилә тыуа.


Бөгөнгө яҙмам әсәйемдең ике туғандары – Менәүәрә апай менән Ғәзим ағай тураһында. Ғәзим ағайға быйыл 11 ғинуарҙа 90 йәш тулды, ә Менәүәрә апайға 4 апрелдә – 95 йәш.
Менәүәрә апай дүртенсе класты II Иҙелбай мәктәбендә, ете класты күрше Таймый ауылында тамамлай. Артабан Дыуан ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡый. Һуғыштан һуң 15 йыл Салауат районы хужалыҡтарында эшләй, көнө-төнө яланда эшләп, һаулығы ла ҡаҡшай. Артабан эшен район хакимиәтендә иҡтисадсы булып дауам итә, тағы ла ике тиҫтәгә яҡын йыл эшләй. Өҫкә кейергә йүнле әйбер юҡ, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк... Шулай алһыҙ-ялһыҙ 30 йыл эшләгәндән һуң ул Өфөгә йәшәргә күсеп китә, “Мир” тегеү фабрикаһына урынлаша. Тағы ла 15 йылға яҡын эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эш осоронда бер бүлмәле кооператив фатир һатып ала. Уларҙың ошо фатиры ятаҡҡа әйләнде тиһәк, дөрөҫөрәк булыр, сөнки энеһе Ғәзим ағайҙың бөтә балалары ла, ҡалған туғандарының улдары, ҡыҙҙары ла, медицина училищеһында уҡығанда, хатта мин дә алты ай унда йәшәнем. Менәүәрә апай бөтәһен дә үҙ балалары кеүек ҡараны, уларға күҙ-ҡолаҡ та булды. Хәҙерге көндә лә ҡәҙер-хөрмәт күреп Өфөлә йәшәй, янында Ғәзим энеһенең балалары ашын бешереп, фатирҙы ла бөхтә итеп тота.
Ғәзим ағайға килгәндә, ул да Дыуан техникумын агроном булып бөтөп, “Һарғамыш” совхозы, II Иҙелбай бүлексәһендә оҙаҡ йылдар эшләй. Ауыл мәктәбенә Дәүләкән районынан уҡытырға Мәрзиә исемле һылыу ҡыҙ ебәрелә. Уларҙың һөйләүенсә, бер-береһен беренсе күреүҙә үк оҡшатып, күп тә үтмәй өйләнәләр. Уларҙың алты балаһы тыуа, барыһы ла юғары белемле, вазифалы, абруйлы урындарҙа эшләйҙәр.
Ғәзим ағай эшенә етди ҡарай, йүнле ашлама ла булмаған осорҙа, Иҙелбай ерендә мул ғына уңыш алыуға өлгәшә. Үкенескә ҡаршы, 42 йәшендә инфаркт аяҡтан йыға. Ул ваҡытта БДУ-ның тарих факультетында ситтән тороп дүртенсе курсында уҡып йөрөгән уҙаманды, Өфөлә бер ни тиклем дауалағас, бар инде ҡайт ауылға, һинән, моғайын, рәт сыҡмаҫ, тип ҡайтарып ебәрәләр.
Хәҙер уйлайым да, нисек кеше төшөнкөлөккә бирелмәгән!? Ғәзим ағай: “Юҡ, мин врачтарға киреһен иҫбат итәсәкмен!” – тип һүҙ ҡуя.
Апаһына килгәндә, Өфө урамдарының береһендә умартасылар магазинын күреп ҡала ла шунда инә. Бөтә кәрәк-яраҡты һатып алып ҡайтҡас, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Инфарктҡа ҡағылыш­лы бөтә сығанаҡтарҙы өйрәнә, бал, прополис ярҙамында аяҡҡа баҫа. Ғаиләлә тағы ла ике малай – Айбулат менән Аҡбулат тыуа. Айбулат юридик институт бөтөп, Өфөлә эшләй йөрөй, Аҡбулат Мәсәғүттә йәшәй, “Газпром” ойошмаһында эшләй. Килен менән өс бала үҫтерәләр.
Шулай итеп, Ғәзим ағай БДУ-ны ла бөтә, мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләй, ә Мәрзиә еңгә башланғыс класс балаларын уҡытып, пенсияға сыға. Замана, ил ҡоролошо үҙгәрә, ҡайһылары эш юҡлыҡҡа һылтанып эшһеҙ ята, йә булмаһа Себер яҡтарына сығып китә. Ғәзим ағай еңгә менән эшҡыуар-фермер булып китә. Унар ат, һыйыр аҫрап, таңдан-таңғаса ең һыҙғанып, яңы эш башлайҙар. Ул тиклем малға аҙығы ла күп кәрәк, ҡуртымға ер алып, һоло үҫтерәләр. Тағы 20 йыл үтеп китә. 80 йәштәре тулғас, балалары, етер, һеҙгә лә ял кәрәк тип, икеһен дә Өфөгә йәшәргә алып китә. Ғәзим ағай менән Мәрзиә еңгәнең алты балаһы, 16 ейәне, 8 бүләһе бар. Оло ҡыҙы Фирдәниә, улы Альберт хәҙер үҙҙәре – өләсәй һәм олатай.
Үҙемә килгәндә, II Иҙелбай ауылында әсәйем яғынан унынсы быуынға тиклем быуындарҙы табып, шәжәрә төҙөп, бөтәһе­нә лә тараттым, ә Ҡазыхановтар динас­тияһы ҡоролтайын 1997 йылдан үткәрә башлап, былтыр 20-се тапҡыр уҙғарҙыҡ.
Ҡунаҡҡа Менәүәрә апайҙы, Ғәзим ағайҙы балалары алып килде. Улар икеһе лә абруйлы кешеләр, оҙаҡ йылдар, төрлө урындарҙа эшләп, хөкүмәт тарафынан Маҡтау грамоталары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгәндәр.
Менәүәрә апайым да, Ғәзим ағайым да донъяла булған сәйәси хәлдәрҙе телевидение аша ҡарап, уларға баһа биреп, гәзит-журналды алдырып, әүҙем тормош алып бара. Бигерәк тә быйыл мартта үткән Рәсәй Президентын һайлау алдынан бөтә күрше-тирәһен кемгә тауыш бирергә кәрәк йәки юҡ тип кәңәш биреп ултырҙылар. Мин хөрмәткә лайыҡлы, оло йөрәкле, кешелекле апайыма, еңгәмә, ағайыма оҙон ғүмер теләйем. Бар балаларынан артабан да ҡәҙер-хөрмәт кенә күреп йәшәһендәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523