...1923 йыл – сираттағы аслыҡ осоро үтте. Тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамай, Ҡазыхановтар ғаиләһендә ике бала тыуа. Атайҙары Шәрәфетдин: “Һәр бала үҙ бәхете менән донъяға килә, бирешмәбеҙ, илдә һәр ваҡыт ауыр булмаҫ”, – тип ҡатынын йыуата. Ҡыҙ балаға Менәүәрә тип исем ҡушалар, унан ике йәшкә оло апаһының исеме Мәғәфүрә. Ошо ғаиләлә артабан тағы биш бала: Мәмдүҙә, Ғәзим, Наилә, Рәмилә, Рәхилә тыуа.Бөгөнгө яҙмам әсәйемдең ике туғандары – Менәүәрә апай менән Ғәзим ағай тураһында. Ғәзим ағайға быйыл 11 ғинуарҙа 90 йәш тулды, ә Менәүәрә апайға 4 апрелдә – 95 йәш.
Менәүәрә апай дүртенсе класты II Иҙелбай мәктәбендә, ете класты күрше Таймый ауылында тамамлай. Артабан Дыуан ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡый. Һуғыштан һуң 15 йыл Салауат районы хужалыҡтарында эшләй, көнө-төнө яланда эшләп, һаулығы ла ҡаҡшай. Артабан эшен район хакимиәтендә иҡтисадсы булып дауам итә, тағы ла ике тиҫтәгә яҡын йыл эшләй. Өҫкә кейергә йүнле әйбер юҡ, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк... Шулай алһыҙ-ялһыҙ 30 йыл эшләгәндән һуң ул Өфөгә йәшәргә күсеп китә, “Мир” тегеү фабрикаһына урынлаша. Тағы ла 15 йылға яҡын эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эш осоронда бер бүлмәле кооператив фатир һатып ала. Уларҙың ошо фатиры ятаҡҡа әйләнде тиһәк, дөрөҫөрәк булыр, сөнки энеһе Ғәзим ағайҙың бөтә балалары ла, ҡалған туғандарының улдары, ҡыҙҙары ла, медицина училищеһында уҡығанда, хатта мин дә алты ай унда йәшәнем. Менәүәрә апай бөтәһен дә үҙ балалары кеүек ҡараны, уларға күҙ-ҡолаҡ та булды. Хәҙерге көндә лә ҡәҙер-хөрмәт күреп Өфөлә йәшәй, янында Ғәзим энеһенең балалары ашын бешереп, фатирҙы ла бөхтә итеп тота.
Ғәзим ағайға килгәндә, ул да Дыуан техникумын агроном булып бөтөп, “Һарғамыш” совхозы, II Иҙелбай бүлексәһендә оҙаҡ йылдар эшләй. Ауыл мәктәбенә Дәүләкән районынан уҡытырға Мәрзиә исемле һылыу ҡыҙ ебәрелә. Уларҙың һөйләүенсә, бер-береһен беренсе күреүҙә үк оҡшатып, күп тә үтмәй өйләнәләр. Уларҙың алты балаһы тыуа, барыһы ла юғары белемле, вазифалы, абруйлы урындарҙа эшләйҙәр.
Ғәзим ағай эшенә етди ҡарай, йүнле ашлама ла булмаған осорҙа, Иҙелбай ерендә мул ғына уңыш алыуға өлгәшә. Үкенескә ҡаршы, 42 йәшендә инфаркт аяҡтан йыға. Ул ваҡытта БДУ-ның тарих факультетында ситтән тороп дүртенсе курсында уҡып йөрөгән уҙаманды, Өфөлә бер ни тиклем дауалағас, бар инде ҡайт ауылға, һинән, моғайын, рәт сыҡмаҫ, тип ҡайтарып ебәрәләр.
Хәҙер уйлайым да, нисек кеше төшөнкөлөккә бирелмәгән!? Ғәзим ағай: “Юҡ, мин врачтарға киреһен иҫбат итәсәкмен!” – тип һүҙ ҡуя.
Апаһына килгәндә, Өфө урамдарының береһендә умартасылар магазинын күреп ҡала ла шунда инә. Бөтә кәрәк-яраҡты һатып алып ҡайтҡас, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Инфарктҡа ҡағылышлы бөтә сығанаҡтарҙы өйрәнә, бал, прополис ярҙамында аяҡҡа баҫа. Ғаиләлә тағы ла ике малай – Айбулат менән Аҡбулат тыуа. Айбулат юридик институт бөтөп, Өфөлә эшләй йөрөй, Аҡбулат Мәсәғүттә йәшәй, “Газпром” ойошмаһында эшләй. Килен менән өс бала үҫтерәләр.
Шулай итеп, Ғәзим ағай БДУ-ны ла бөтә, мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләй, ә Мәрзиә еңгә башланғыс класс балаларын уҡытып, пенсияға сыға. Замана, ил ҡоролошо үҙгәрә, ҡайһылары эш юҡлыҡҡа һылтанып эшһеҙ ята, йә булмаһа Себер яҡтарына сығып китә. Ғәзим ағай еңгә менән эшҡыуар-фермер булып китә. Унар ат, һыйыр аҫрап, таңдан-таңғаса ең һыҙғанып, яңы эш башлайҙар. Ул тиклем малға аҙығы ла күп кәрәк, ҡуртымға ер алып, һоло үҫтерәләр. Тағы 20 йыл үтеп китә. 80 йәштәре тулғас, балалары, етер, һеҙгә лә ял кәрәк тип, икеһен дә Өфөгә йәшәргә алып китә. Ғәзим ағай менән Мәрзиә еңгәнең алты балаһы, 16 ейәне, 8 бүләһе бар. Оло ҡыҙы Фирдәниә, улы Альберт хәҙер үҙҙәре – өләсәй һәм олатай.
Үҙемә килгәндә, II Иҙелбай ауылында әсәйем яғынан унынсы быуынға тиклем быуындарҙы табып, шәжәрә төҙөп, бөтәһенә лә тараттым, ә Ҡазыхановтар династияһы ҡоролтайын 1997 йылдан үткәрә башлап, былтыр 20-се тапҡыр уҙғарҙыҡ.
Ҡунаҡҡа Менәүәрә апайҙы, Ғәзим ағайҙы балалары алып килде. Улар икеһе лә абруйлы кешеләр, оҙаҡ йылдар, төрлө урындарҙа эшләп, хөкүмәт тарафынан Маҡтау грамоталары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгәндәр.
Менәүәрә апайым да, Ғәзим ағайым да донъяла булған сәйәси хәлдәрҙе телевидение аша ҡарап, уларға баһа биреп, гәзит-журналды алдырып, әүҙем тормош алып бара. Бигерәк тә быйыл мартта үткән Рәсәй Президентын һайлау алдынан бөтә күрше-тирәһен кемгә тауыш бирергә кәрәк йәки юҡ тип кәңәш биреп ултырҙылар. Мин хөрмәткә лайыҡлы, оло йөрәкле, кешелекле апайыма, еңгәмә, ағайыма оҙон ғүмер теләйем. Бар балаларынан артабан да ҡәҙер-хөрмәт кенә күреп йәшәһендәр.