Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәҫел ептәрен барланыҡ
Нәҫел ептәрен барланыҡКешеләр ныҡлап шәжәрә төҙөү менән мауыға башлағас, мин дә Фәүзи ағайым менән үҙебеҙҙең нәҫел ағасын төҙөргә булдым. 1995 йылдар ине. Борай районы Ҡараерек халҡының күбеһе әсәйемдең ҡарт олатаһы Вәхит нәҫеленә ҡарағанлыҡтан, беҙ Вәхит Исмаҡовтың улы Зөбәйерҙән башланыҡ.

1927 йылғы иң оло ағайыбыҙ Әҙип Низамов менән һөйләшеп, Вәхит нәҫелен дауам итеүселәрҙе бар­ланыҡ. Ҡараерек ауылы аҡһа­ҡалдарынан да һорашып, 1900—1970 йылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе яҙып алдыҡ. Олораҡ быуын кеше­ләрен асыҡлар өсөн Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивына мөрәжәғәт иттек. Унан 1816, 1834, 1850, 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренең күсер­мәләрен алдыҡ. Ҡайһы берҙәрен “Башҡорт нәҫелдәре тарихы. Йылан” китабынан (9-сы том, 1-се бүлек) таптыҡ. Шулай итеп, беҙ 1757 йылғы Вәхит Исмаҡовтан алып 2000 йылға тиклем нәҫел ептәребеҙҙе барлап сыҡтыҡ.
Урал дәүләт юридик академияһы профессоры, Ҡараерек ауылында йә­шәгән Мәғрифә Ильясованың бүләһе Данил Нәжип улы Сергеев­тың да ауылыбыҙ тарихын яҙыуы билдәле булды. Уның менән бәйлә­нешкә сығып, 1556 йылдан алып Вәхиттең ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр алдыҡ. Яңауыл ҡала­һында ауылдашыбыҙ Данис Фәрхет­диновта 1875 йылғы атаһынан ҡалған Ҡараерек ауылы барлыҡҡа килеүе тураһында ҡулъяҙма бар­лығын белдек. Д. Сергеев һәм И. Фәрхетдинов ярҙамында нәҫе­лебеҙҙең оло быуыны тураһындағы яҙмаларҙы тулыландырҙыҡ.
Шулай итеп, нәҫелебеҙ тураһын­да мәғлүмәт йыйҙыҡ. Ағас рәүе­шендә төҙөлгән шәжәрәне Балалар ижады йорто рәссамы менән берлектә матурлап, бөгөнгө хәленә килтерҙек. Был эште ун йылдан артыҡ башҡарып, 2006 йылда тамамланыҡ. Хәҙер йәш быуынға уны тулыландырып торорға кәрәк була. Баян-Кули нәҫелен дауам итеүселәр был эштә һынатмаҫ, тип уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521