Кешеләр ныҡлап шәжәрә төҙөү менән мауыға башлағас, мин дә Фәүзи ағайым менән үҙебеҙҙең нәҫел ағасын төҙөргә булдым. 1995 йылдар ине. Борай районы Ҡараерек халҡының күбеһе әсәйемдең ҡарт олатаһы Вәхит нәҫеленә ҡарағанлыҡтан, беҙ Вәхит Исмаҡовтың улы Зөбәйерҙән башланыҡ.1927 йылғы иң оло ағайыбыҙ Әҙип Низамов менән һөйләшеп, Вәхит нәҫелен дауам итеүселәрҙе барланыҡ. Ҡараерек ауылы аҡһаҡалдарынан да һорашып, 1900—1970 йылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе яҙып алдыҡ. Олораҡ быуын кешеләрен асыҡлар өсөн Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивына мөрәжәғәт иттек. Унан 1816, 1834, 1850, 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренең күсермәләрен алдыҡ. Ҡайһы берҙәрен “Башҡорт нәҫелдәре тарихы. Йылан” китабынан (9-сы том, 1-се бүлек) таптыҡ. Шулай итеп, беҙ 1757 йылғы Вәхит Исмаҡовтан алып 2000 йылға тиклем нәҫел ептәребеҙҙе барлап сыҡтыҡ.
Урал дәүләт юридик академияһы профессоры, Ҡараерек ауылында йәшәгән Мәғрифә Ильясованың бүләһе Данил Нәжип улы Сергеевтың да ауылыбыҙ тарихын яҙыуы билдәле булды. Уның менән бәйләнешкә сығып, 1556 йылдан алып Вәхиттең ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр алдыҡ. Яңауыл ҡалаһында ауылдашыбыҙ Данис Фәрхетдиновта 1875 йылғы атаһынан ҡалған Ҡараерек ауылы барлыҡҡа килеүе тураһында ҡулъяҙма барлығын белдек. Д. Сергеев һәм И. Фәрхетдинов ярҙамында нәҫелебеҙҙең оло быуыны тураһындағы яҙмаларҙы тулыландырҙыҡ.
Шулай итеп, нәҫелебеҙ тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Ағас рәүешендә төҙөлгән шәжәрәне Балалар ижады йорто рәссамы менән берлектә матурлап, бөгөнгө хәленә килтерҙек. Был эште ун йылдан артыҡ башҡарып, 2006 йылда тамамланыҡ. Хәҙер йәш быуынға уны тулыландырып торорға кәрәк була. Баян-Кули нәҫелен дауам итеүселәр был эштә һынатмаҫ, тип уйлайым.