Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡмулла шишмәһе рәхмәт әйтте
Ерең, һыу, һулар һауаңды,
Уйла, хәстәрлә, кеше!
Ерең, һауаңды хәстәрләү,
Ҡурсалау – һинең эшең...
Һаумыһығыҙ, минең кеүек тирә-яғыбыҙҙы һаҡлаған һәм илебеҙ киләсәген уйлаған дуҫтарым! Хатымды ошо юғарылағы йырҙың һүҙҙәренән башларға теләйем. Беҙ был йырҙы Тирә-яҡ мөхит дәресендә ял минутында йырланыҡ.


Дәрестә экологик проблемалар тураһында һөйләш­кәйнек. Океандарҙағы, тропик урмандарҙағы һәм баш­ҡа урындарҙағы экологик проблемалар беҙҙе, IV класс уҡыусыларын, шул тиклем тетрәндерҙе. Иле­беҙгә генә түгел, бөтә Ер планетаһына хәүеф янауын аңланыҡ. Ә бит тирә-яғыбыҙҙы, еребеҙҙе, һауабыҙҙы, һыуыбыҙҙы һаҡлаусылар – кешеләр. Ти­мәк улар араһында беҙ ҙә. Беҙ илебеҙҙең гөл-баҡ­салай матур булыуын ғына теләйбеҙ, әммә еребеҙ бысрана ла бысрана... Шуға күрә һәр беребеҙ тыуған республикабыҙ экологияһы тураһында уйланһа, уны таҙартыуға үҙ өлөшөн индерһә, бик яҡшы булыр ине.
Минең дә Башҡортостандың экологияһын яҡ­шыр­тыуҙа бәләкәй генә булһа ла өлөшөм барҙыр, тип уйлайым. Беҙ йыш ҡына мәктәптә урамдарҙы та­ҙар­тыу буйынса экологик өмәләр үткәрәбеҙ, ауы­лы­быҙҙың тирә-яғын, йылға буйҙарын сүп-сарҙан арындырабыҙ. Сүп-сарға тығылып, аға алмай ятҡан Дим, Көрмәҙе йылғалары иркен тын алған кеүек бу­лып ҡала. Мәктәптәге дәрестәрҙә, класс сәғәттәрендә йыш ҡына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөй­ләшәбеҙ. Тирә-йүнде күҙәтергә экскурсияларға барабыҙ. Тәбиғәтте бысратып, ташлап киткән сүп-сарҙы күреп көйәләнәбеҙ, үҙебеҙ таҙартып, йыйыштырып ҡайтабыҙ.
Ҡышын ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләп эләбеҙ, уларҙы ашатабыҙ. Ә яҙын инде сыйырсыҡ оялары яһайбыҙ.
Ауылыбыҙ эргәһендә генә Аҡмулла шишмәһе бар. Шуның янында – бәләкәй генә күл. Бөйөк шағирыбыҙ үҙе лә ошо тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ши­ғырҙар ижад иткәндер инде. Беҙ класс менән йыл да Аҡмулланың тыуған көнөнә тиклем тирә-яғын ялт иттереп йыйыштырып ҡуябыҙ, сөнки шишмә янына йыл һайын шағир ағайҙар, апайҙар килә. Бәлки, улар шул урындан илһам алып ҡайталыр. Әй­ҙә, шишмә уларҙы сылтырай-сылтырай ҡаршы алһын. Яҙыусыларыбыҙ беҙҙең өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, повестар ижад итһен.
Ә быйыл инде беҙ класс менән экологик проект башланыҡ. Проектыбыҙҙың планы ла бар. Тирә-яғыбыҙҙы һаҡлаусылар исемлеген төҙөнөк.
Артабан конкурстар тәбиғәтте һаҡлауға һүрәттәр төшөрөү, шиғырҙар ижад итеү, экологик десант булдырыу – ауыл буйынса эштәребеҙ күп әле. Йыл әйләнәһенә планыбыҙҙы киңәйтербеҙ тип уйлайбыҙ, сөнки уҡыу йылының аҙағына альбом төҙөп маҡсатҡа йомғаҡлау яһарға тейешбеҙ. Класташтар, мәктәп, атай-әсәйҙәр менән бергә тотонғас, аҙ булһа ла илебеҙ экологияһы яҡшырыр, тип уйлайым.
Дуҫтарым, тәбиғәтте яратҡан дуҫтарым! Әйҙәгеҙ, беҙгә ҡушылығыҙ. Күл тамсынан йыйыла тигәндәй, тирә-яғыбыҙҙы һаҡлауға һәр кем аҙ ғына өлөшөн индерһә лә, илебеҙҙең һыуы таҙа, һауаһы саф, күге аяҙ булыр.
Һеҙҙең ауылда, ҡалала, мәктәптә, класта экология буйынса ниндәй эштәр алып барыла? Республиканың тыуған көнөнә ҡарата ниндәй саралар үткәрәһегеҙ?

Миәкә районы,
Туҡһанбай ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521