Аҡмулла шишмәһе рәхмәт әйтте17.01.2018
Ерең, һыу, һулар һауаңды,
Уйла, хәстәрлә, кеше!
Ерең, һауаңды хәстәрләү,
Ҡурсалау – һинең эшең...
Һаумыһығыҙ, минең кеүек тирә-яғыбыҙҙы һаҡлаған һәм илебеҙ киләсәген уйлаған дуҫтарым! Хатымды ошо юғарылағы йырҙың һүҙҙәренән башларға теләйем. Беҙ был йырҙы Тирә-яҡ мөхит дәресендә ял минутында йырланыҡ.
Дәрестә экологик проблемалар тураһында һөйләшкәйнек. Океандарҙағы, тропик урмандарҙағы һәм башҡа урындарҙағы экологик проблемалар беҙҙе, IV класс уҡыусыларын, шул тиклем тетрәндерҙе. Илебеҙгә генә түгел, бөтә Ер планетаһына хәүеф янауын аңланыҡ. Ә бит тирә-яғыбыҙҙы, еребеҙҙе, һауабыҙҙы, һыуыбыҙҙы һаҡлаусылар – кешеләр. Тимәк улар араһында беҙ ҙә. Беҙ илебеҙҙең гөл-баҡсалай матур булыуын ғына теләйбеҙ, әммә еребеҙ бысрана ла бысрана... Шуға күрә һәр беребеҙ тыуған республикабыҙ экологияһы тураһында уйланһа, уны таҙартыуға үҙ өлөшөн индерһә, бик яҡшы булыр ине.
Минең дә Башҡортостандың экологияһын яҡшыртыуҙа бәләкәй генә булһа ла өлөшөм барҙыр, тип уйлайым. Беҙ йыш ҡына мәктәптә урамдарҙы таҙартыу буйынса экологик өмәләр үткәрәбеҙ, ауылыбыҙҙың тирә-яғын, йылға буйҙарын сүп-сарҙан арындырабыҙ. Сүп-сарға тығылып, аға алмай ятҡан Дим, Көрмәҙе йылғалары иркен тын алған кеүек булып ҡала. Мәктәптәге дәрестәрҙә, класс сәғәттәрендә йыш ҡына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөйләшәбеҙ. Тирә-йүнде күҙәтергә экскурсияларға барабыҙ. Тәбиғәтте бысратып, ташлап киткән сүп-сарҙы күреп көйәләнәбеҙ, үҙебеҙ таҙартып, йыйыштырып ҡайтабыҙ.
Ҡышын ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләп эләбеҙ, уларҙы ашатабыҙ. Ә яҙын инде сыйырсыҡ оялары яһайбыҙ.
Ауылыбыҙ эргәһендә генә Аҡмулла шишмәһе бар. Шуның янында – бәләкәй генә күл. Бөйөк шағирыбыҙ үҙе лә ошо тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, шиғырҙар ижад иткәндер инде. Беҙ класс менән йыл да Аҡмулланың тыуған көнөнә тиклем тирә-яғын ялт иттереп йыйыштырып ҡуябыҙ, сөнки шишмә янына йыл һайын шағир ағайҙар, апайҙар килә. Бәлки, улар шул урындан илһам алып ҡайталыр. Әйҙә, шишмә уларҙы сылтырай-сылтырай ҡаршы алһын. Яҙыусыларыбыҙ беҙҙең өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, повестар ижад итһен.
Ә быйыл инде беҙ класс менән экологик проект башланыҡ. Проектыбыҙҙың планы ла бар. Тирә-яғыбыҙҙы һаҡлаусылар исемлеген төҙөнөк.
Артабан конкурстар тәбиғәтте һаҡлауға һүрәттәр төшөрөү, шиғырҙар ижад итеү, экологик десант булдырыу – ауыл буйынса эштәребеҙ күп әле. Йыл әйләнәһенә планыбыҙҙы киңәйтербеҙ тип уйлайбыҙ, сөнки уҡыу йылының аҙағына альбом төҙөп маҡсатҡа йомғаҡлау яһарға тейешбеҙ. Класташтар, мәктәп, атай-әсәйҙәр менән бергә тотонғас, аҙ булһа ла илебеҙ экологияһы яҡшырыр, тип уйлайым.
Дуҫтарым, тәбиғәтте яратҡан дуҫтарым! Әйҙәгеҙ, беҙгә ҡушылығыҙ. Күл тамсынан йыйыла тигәндәй, тирә-яғыбыҙҙы һаҡлауға һәр кем аҙ ғына өлөшөн индерһә лә, илебеҙҙең һыуы таҙа, һауаһы саф, күге аяҙ булыр.
Һеҙҙең ауылда, ҡалала, мәктәптә, класта экология буйынса ниндәй эштәр алып барыла? Республиканың тыуған көнөнә ҡарата ниндәй саралар үткәрәһегеҙ?
Миәкә районы,
Туҡһанбай ауылы.