Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙең – баш, үҙең – түш
Юғары менеджмент мәктәбе белгестәре һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә үҙ эшен ябыусылар һанының үткән йылдар менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Яуап биргән кешеләрҙең 40 проценты эшҡыуарлыҡтың килемһеҙ булыуын билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшен аса алмауҙың сәбәбен аҡса юҡлыҡҡа һылтаусылар кәмегән. Тимәк, бөгөн капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Шулай ҙа халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә атлығып тормай, сөнки баҙар иҡтисады шарттарында уңышлы бизнес алып барыуға улар ышанмай. Был тап ошо һорау алыу барышында асыҡланған.

Ни тиһәң дә, эшҡыуарлыҡ һәм уның үҫеше — көнүҙәк темаларҙың береһе, сөнки тап ул иҡ­тисадты алға әйҙәгән көс булып тора. Һан­дарға күҙ һалһаң, был көстөң кәмеүе, етерлек булмауы асыҡ күренә. Был хаҡта бар иҡтисад белгестәре яу һала, әммә әлегә хәлде төҙәтер­лек саралар күрелгәне һиҙел­мәй. Бер ҡарағанда, дәүләт эшҡыуар­лыҡты үҫтереү өсөн бар яҡлап ярҙам итә кеүек, әммә ни өсөн эшҡыуарҙар һаны артмай һуң?
Күптәр үҙ эшен асырға хыял итә, ләкин ысынбарлыҡта улар, хеҙмәт хаҡы ниндәй булыу­ға ҡарамаҫтан, ялланып эшләүҙе ҡулай таба. Уға тото­роҡ­лолоҡ, ай һайын ниндәйҙер күләмдә килем алыу бойондороҡло булыуҙан ҡәҙерле­рәк, сөнки эшҡыуарлыҡ һәр ваҡыт билдәһеҙлек бизмәнендә: бөгөн уңһаң, иртәгә туңырға мөм­кинһең. Йүнселлек – ул аҡыл һәм күңел көсөр­гәнешлеген үтә ныҡ талап ит­кән шөғөл. Нимә булһа ла, яуаплылыҡ һи­нең өҫтә. Ошоно аң­лағандар ғына эшҡыуар­лыҡ­ҡа киләлер ул, ә халыҡтың күпсе­леге ундай яуаплылыҡтан ҡурҡа. Беҙҙең йәмғиәт­тең менталитеты, совет осоро­нан ҡалған ҡалып шундай.
Билдәле, бөтәһе лә эшҡыуар була алмай, заводтарға – эшселәр, кибеттәр­гә – һатыусы­лар, балаларыбыҙҙы уҡы­тырға уҡытыусылар, халыҡты дауалар­ға табиптар кәрәк. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, йүнселлек менән шөғөл­ләнергә теләгән кеше аҙ, беҙҙең илдә эшкә яраҡлы халыҡтың ете процентын ғына тәшкил итә улар. Ә һуңғы арала был һандың тағы ла кәмеүе кү­ҙәтелә, сөнки Рәсәй шарттарында бизнес асыу һәм уны уңышлы алып барыу бик ауыр­ға төшә. Бында эш башланғыс ка­питал булмауҙа ғына ла түгел, ә ҡағыҙ, бюрократия волокитаһы, юғары һалым­дар, баш­ҡа түләүҙәр, күҙәтеү орган­дары­ның “әрһеҙ­леге” лә әһәмиәткә эйә. Шуға ла “конверттағы” эш хаҡтары, ике төрлө бухгалтерия, эшҡыуар­лыҡ менән теркәлмәйенсә шөғөлләнеү беҙҙең илдә ныҡ үҫешкән.
Ни тиһәң дә, был өлкә алып һатыуға ғына ҡоролмаһын ине. Һуңғы арала экотуризм тигән йүнәлеш үҫешә. Ҡала кешеләре ауыл һауаһын танһыҡлай: күптәр сит илгә барғансы тип тәбиғәт ҡосағына ынтыла. Был йәһәттән дә Башҡорт­остан — экологик яҡтан иң саф төбәктәрҙең береһе. Ҡала кешеләре ошондай матур тәбиғәт ҡосағында ҙур булмаған коттедждарҙа бик теләп ял итер ине.
Эшҡыуарлыҡ – ул киләсәкте тойоу һәм унан файҙа алыу, тигән бер иҡтисад белгесе. Ә икенсе берәү бизнесты велосипедта йөрөү­гә тиңләгән, туҡтаһаң, мотлаҡ йығылыу янай, тигән. Киләсәктә уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн тотҡарлыҡтар кәмейәсәк, сөнки иҡтисадты бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡтан тыш алға ебәреп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Тимәк, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ эшен асҡан ҡыйыуҙар мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәк.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521