Үҙең – баш, үҙең – түш17.01.2018
Юғары менеджмент мәктәбе белгестәре һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә үҙ эшен ябыусылар һанының үткән йылдар менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Яуап биргән кешеләрҙең 40 проценты эшҡыуарлыҡтың килемһеҙ булыуын билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшен аса алмауҙың сәбәбен аҡса юҡлыҡҡа һылтаусылар кәмегән. Тимәк, бөгөн капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Шулай ҙа халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә атлығып тормай, сөнки баҙар иҡтисады шарттарында уңышлы бизнес алып барыуға улар ышанмай. Был тап ошо һорау алыу барышында асыҡланған.
Ни тиһәң дә, эшҡыуарлыҡ һәм уның үҫеше — көнүҙәк темаларҙың береһе, сөнки тап ул иҡтисадты алға әйҙәгән көс булып тора. Һандарға күҙ һалһаң, был көстөң кәмеүе, етерлек булмауы асыҡ күренә. Был хаҡта бар иҡтисад белгестәре яу һала, әммә әлегә хәлде төҙәтерлек саралар күрелгәне һиҙелмәй. Бер ҡарағанда, дәүләт эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бар яҡлап ярҙам итә кеүек, әммә ни өсөн эшҡыуарҙар һаны артмай һуң?
Күптәр үҙ эшен асырға хыял итә, ләкин ысынбарлыҡта улар, хеҙмәт хаҡы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ялланып эшләүҙе ҡулай таба. Уға тотороҡлолоҡ, ай һайын ниндәйҙер күләмдә килем алыу бойондороҡло булыуҙан ҡәҙерлерәк, сөнки эшҡыуарлыҡ һәр ваҡыт билдәһеҙлек бизмәнендә: бөгөн уңһаң, иртәгә туңырға мөмкинһең. Йүнселлек – ул аҡыл һәм күңел көсөргәнешлеген үтә ныҡ талап иткән шөғөл. Нимә булһа ла, яуаплылыҡ һинең өҫтә. Ошоно аңлағандар ғына эшҡыуарлыҡҡа киләлер ул, ә халыҡтың күпселеге ундай яуаплылыҡтан ҡурҡа. Беҙҙең йәмғиәттең менталитеты, совет осоронан ҡалған ҡалып шундай.
Билдәле, бөтәһе лә эшҡыуар була алмай, заводтарға – эшселәр, кибеттәргә – һатыусылар, балаларыбыҙҙы уҡытырға уҡытыусылар, халыҡты дауаларға табиптар кәрәк. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, йүнселлек менән шөғөлләнергә теләгән кеше аҙ, беҙҙең илдә эшкә яраҡлы халыҡтың ете процентын ғына тәшкил итә улар. Ә һуңғы арала был һандың тағы ла кәмеүе күҙәтелә, сөнки Рәсәй шарттарында бизнес асыу һәм уны уңышлы алып барыу бик ауырға төшә. Бында эш башланғыс капитал булмауҙа ғына ла түгел, ә ҡағыҙ, бюрократия волокитаһы, юғары һалымдар, башҡа түләүҙәр, күҙәтеү органдарының “әрһеҙлеге” лә әһәмиәткә эйә. Шуға ла “конверттағы” эш хаҡтары, ике төрлө бухгалтерия, эшҡыуарлыҡ менән теркәлмәйенсә шөғөлләнеү беҙҙең илдә ныҡ үҫешкән.
Ни тиһәң дә, был өлкә алып һатыуға ғына ҡоролмаһын ине. Һуңғы арала экотуризм тигән йүнәлеш үҫешә. Ҡала кешеләре ауыл һауаһын танһыҡлай: күптәр сит илгә барғансы тип тәбиғәт ҡосағына ынтыла. Был йәһәттән дә Башҡортостан — экологик яҡтан иң саф төбәктәрҙең береһе. Ҡала кешеләре ошондай матур тәбиғәт ҡосағында ҙур булмаған коттедждарҙа бик теләп ял итер ине.
Эшҡыуарлыҡ – ул киләсәкте тойоу һәм унан файҙа алыу, тигән бер иҡтисад белгесе. Ә икенсе берәү бизнесты велосипедта йөрөүгә тиңләгән, туҡтаһаң, мотлаҡ йығылыу янай, тигән. Киләсәктә уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн тотҡарлыҡтар кәмейәсәк, сөнки иҡтисадты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтан тыш алға ебәреп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Тимәк, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ эшен асҡан ҡыйыуҙар мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәк.