Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡышҡы һунар миҙгелен асып
Ҡышҡы һунар миҙгелен асыпХалыҡтарҙың көнкүреш шарттарына бәйле туған телдәренә генә хас һүҙҙәре, йәшәйештәре тыуҙырған йола байрамдары бар. Бындай үҙенсәлеккә иғтибар иткән этнографтар, телселәр тарафынан махсус ғилми хеҙмәттәр яҙылған. Ҡайһы бер ғалимдар төньяҡта йәшәгән халыҡтарҙа ҡарға, боҙға бәйле һүҙҙәрҙең күп булыуын билдәләй. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе билдәле бер эшмәкәрлек төрөнә ҡараған һүҙҙәрҙең күпләп барлыҡҡа килеүен халыҡтың йәшәйешенән сығып аңлата.


Саха (Яҡут) Республикаһында йәшәгән төньяҡ халыҡтары араһында “Тәүге ҡар” байрамы үткәрелә. Был байрам эвенктарҙың һунар йолаларына барып тоташа. 1992 йылдан башлап ғалимдар ярҙамында Саха (Яҡут) эвенктары ассоциацияһы уны яңынан тергеҙә.
Сиңилгән тип аталған был тантанала күберәк һунарсы ирҙәр ҡатнаша. Улар төрлө һунарсылыҡ ысулдарына бәйле ярыштарҙа көс һынай, һунар эйәһе Сиңкәндән ярҙам һорай, милли йолаларҙы үтәй. Болан ҡараусы күсәбә ғаиләлә тыуған Николай Оегир (1926—1988) исемле шағирҙары, был байрамдың, ғөмүмән алғанда, тәүге ҡар яуыуының әһәмиәтен билдәләп, шиғыр яҙған. Әҫәрҙә эвенктарҙың тормошонда һунарсылыҡтың ҙур урын тотоуы асыҡ күренә. Ҡар яуыуы яңы ҡышҡы һунар миҙгеленең башланыуын күрһәтә.

Әхәт СӘЛИХОВ.


Тәүге ҡар яуған

Бөгөн ер йөҙөн тәүге ҡар ҡапланы,
Болондо аҡ төлкө тунына ураны.
Йәнлек эҙҙәрен эҙәрләп уҡырға,
Урман саҡыра башланы һунарға.

Йылға буйына етергә ашҡынып,
Етеҙ боландай ашығып йүгерәм.
Йоҡомһорауҙы, арыуҙы онотоп,
Күңелем асылып, шатлана йөрәгем.

Мәргән һунарсы булмаһам да үҙем,
Ҡарҙы күреүгә ҡыуана күңелем.
Ҡаным тартҡанға тартыла йөрәгем,
Халҡымдың йолаһын йәшәтһен илем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536