Халыҡтарҙың көнкүреш шарттарына бәйле туған телдәренә генә хас һүҙҙәре, йәшәйештәре тыуҙырған йола байрамдары бар. Бындай үҙенсәлеккә иғтибар иткән этнографтар, телселәр тарафынан махсус ғилми хеҙмәттәр яҙылған. Ҡайһы бер ғалимдар төньяҡта йәшәгән халыҡтарҙа ҡарға, боҙға бәйле һүҙҙәрҙең күп булыуын билдәләй. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе билдәле бер эшмәкәрлек төрөнә ҡараған һүҙҙәрҙең күпләп барлыҡҡа килеүен халыҡтың йәшәйешенән сығып аңлата.Саха (Яҡут) Республикаһында йәшәгән төньяҡ халыҡтары араһында “Тәүге ҡар” байрамы үткәрелә. Был байрам эвенктарҙың һунар йолаларына барып тоташа. 1992 йылдан башлап ғалимдар ярҙамында Саха (Яҡут) эвенктары ассоциацияһы уны яңынан тергеҙә.
Сиңилгән тип аталған был тантанала күберәк һунарсы ирҙәр ҡатнаша. Улар төрлө һунарсылыҡ ысулдарына бәйле ярыштарҙа көс һынай, һунар эйәһе Сиңкәндән ярҙам һорай, милли йолаларҙы үтәй. Болан ҡараусы күсәбә ғаиләлә тыуған Николай Оегир (1926—1988) исемле шағирҙары, был байрамдың, ғөмүмән алғанда, тәүге ҡар яуыуының әһәмиәтен билдәләп, шиғыр яҙған. Әҫәрҙә эвенктарҙың тормошонда һунарсылыҡтың ҙур урын тотоуы асыҡ күренә. Ҡар яуыуы яңы ҡышҡы һунар миҙгеленең башланыуын күрһәтә.
Әхәт СӘЛИХОВ. Тәүге ҡар яуғанБөгөн ер йөҙөн тәүге ҡар ҡапланы,
Болондо аҡ төлкө тунына ураны.
Йәнлек эҙҙәрен эҙәрләп уҡырға,
Урман саҡыра башланы һунарға.
Йылға буйына етергә ашҡынып,
Етеҙ боландай ашығып йүгерәм.
Йоҡомһорауҙы, арыуҙы онотоп,
Күңелем асылып, шатлана йөрәгем.
Мәргән һунарсы булмаһам да үҙем,
Ҡарҙы күреүгә ҡыуана күңелем.
Ҡаным тартҡанға тартыла йөрәгем,
Халҡымдың йолаһын йәшәтһен илем.