Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…”
“Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…” Ошо йыр әле ауылдарҙа йыш яңғырайҙыр, сөнки иң күңелле байрамдарҙың береһе – Ҡаҙ өмәләре бара. Баҡса эштәрен теүәлләп, ерҙең уңышын йыйып, мөгәрәп-баҙҙарға тултырып ҡуйғас, ҡош-ҡорт һанап, ҡураға бикләү, унан уларын эшкәртергә сират етә. Мәшәҡәтле һаналһа ла, аҙағы һөйөндөргөс. Үҙең үрсеткән, аҫраған хәләл ризығың ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып, ҡыш буйы табындарҙы йәмләй. Шулай йәшәй ауыл кешеһе.

Белорет районының Рысыҡай ауылынан Зимфира Мәғзүм ҡыҙы һәм Робес Ишбулат улы Мәх­мү­товтар ғаиләһе яҙҙан алып үрсеткән ҡаҙҙарын өмә­ләп йол­ҡор­ға булды. “Изге ниәт, беҙ бергә­лә­шер­­беҙ”, – тип йөпләне быны ауылдың уңған ҡатындары.
Тәғәйенләнгән көнгә ағинәйҙәр ойош­маһы етәк­сеһе Хәлимә Әфләтүнова һәм мәҙәниәт йорто директоры Люциә Шайморатова етәкселегендә Рәзилә һәм Нәфисә Ғимрановалар, Вәсилә Дәүләт­баева, Гөлсөм Түлебаева, Мәүсилә Әүбә­кирова, Рәйфә Хәлитуллина, Миләүшә Латипова, Гүзәл Мөхәмәт­ди­нова милли кейемдәр кейеп, сағыу шәлдәрен иң­дәренә һалып, урам буйлап йырлашып килеп тә етте.
Ауылдың йыр-бейеүгә маһир, һәр сарала ла әү­ҙем ҡатнашҡан ағинәйҙәрен хужалар әйҙүкләп, ”Ҡаҙ өмәһе” тип яҙып ҡуйған ҡапҡа алдына сығып ҡаршыланы. “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Кү­ңел­дәр йырлап торһон”, – тип йырлай-йырлай ҡаҙ­ҙар бикләнгән ҡураға үтеп, эш башлағандағы теләк­тәр әйтте улар. Хужа әҙерләп биреп торған ҡаҙҙың иң тәүҙә хәрәм ҡаурыйын алғас, бисмиллалап эшкә тотондолар.
Теҙелешеп ултырып ҡаҙ йолҡҡанда төрлө йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бер-береһенең күңелен астылар, олораҡ­тар йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө.
– Вәсилә еңгәгә, йәш сағында социалистик ярыш алдынғыһы булған кешегә, етеүсе бармы ни, – тип мәрәкәләне бикәсе.
Баҡһаң, тәүгеләрҙән булып ҡаҙын йолҡоп та ҡуй­ған икән. Бер аҙҙан кемдер тамаҡ ҡыра башланы:
– Ҡыҙҙар, тамаҡҡа мамыҡ ултырҙы бит, эһе-эһе!
– Ҡымыҙ йә буҙа һорай тамағың.
Хужабикә кәсә менән буҙаһын да килтереп тот­тор­ҙо. Йолаһы шулай. Шунан ҡаҙ ҡанаты һатыу кит­те.
– Ҡаҙҙың ҡанат һөйәген алып ҡал, киләһе йылда ла ҡаҙың уңыр.
– Ҡанат һатыу ҡыҙыҡ ул, – тип ҡана­тын һатыу­лаштылар.
Ул арала хужабикәнең ҡоймағы ла әҙер булды. Ҡоймаҡты ҡаҙ майы һылап ашап ҡарарға кәрәк икән.
Етеҙҙәрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй, ни арала ҡаҙ­ҙарҙы йолҡоп та бөткәндәр!
– Эсен таҙартыуҙы ауылдың элекке фельдшеры Гөлсөм апайға ышанып тапшырабыҙ, – тиеште өмәселәр.
– Эйе шул, әйҙә, ул тотонһон.
Күмәкләгәс ни, тиҙ генә таҙартып, өтөп ҡуйҙылар, унан ҡаҙҙарҙы көйән­тәләргә элеп, тағы ла йырлашып йылға буйына юл алдылар. Хужа гармунда уйнап ебәргәс, күңелдәре күтәрелеп китте. Ҡаҙ ҡа­уырһынын йылғаға һирпеп, икенсе йылда ла шулай уңығыҙ, тигән теләк теләнеләр.
Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға өҫтәл дә әҙер булған. Йола буйынса ҡаҙ бүлге­ләнде.
– Ҡанат ите – ҡыҙыма. Ҡыҙҙар – атай йортонда ҡу­наҡ ҡына, – тине хужабикә. Оло ҡунаҡтарға, әл­бит­тә, ҡаҙ бото эләкте. Һыйлаусы һәр береһенә те­ләктәр теләп, ҙур эштә ярҙамлашҡандары өсөн рәхмәт әйтеп, ит өләшеп сыҡты. Тәмле бишбармаҡ, ҡоротлап һурпа, ҡоймаҡлап сәй эскәндә лә әхирәт­тәр күңелле әңгә­мәләште. Өйҙәге кескәй Ралинаға ла бик оҡшаны был байрам. Ҡаҙ мамыҡтары йыйып, әле береһе, әле икенсеһе янында уралды.
– Бөгөн 19 ҡаҙ, тағы 10-дан ашыу өйрәк, 30-ҙан ашыу тауыҡ һуйҙыҡ. Шөкөр, үҙебеҙгә лә, балаларға ла етер, – тип ҡәнәғәт йылмая хужабикә. – Шатмын, күмәкләшеп эшләгәс, тиҙ ҙә, күңелле лә булды. Ҙур рәхмәт ярҙамсыларыма.
Етеш, мул йәшәй Мәхмүтовтар. Хужа­ның бик оҫта ҡуллы, егәрле икәнлеге күренеп тора. Ул эш­лә­гән инкубаторҙы ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Киләсәктә башҡа шөғөлдәргә лә тотонорға ниәте бар. Ауыл егәрлеләре шулай йәшәй шул.
Әлегә уңғандар үҙҙәренең яҙҙан алып көҙгә тик­лем тир түккән эштәренә йомғаҡ яһап ҡуйҙы, ауылдаштары менән бергәләп күңелле йола байрамы ойошторҙо, изге теләктәр ишетте. Ки­лә­һе йылда тағы ла күберәк ҡаҙ үрсетегеҙ, яр­ҙамлашырбыҙ, йорт-ил имен, һәммәбеҙ ҙә иҫән-һау булайыҡ, тип таралышты өмәселәр. Шулай була күрһен!

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521