Ошо йыр әле ауылдарҙа йыш яңғырайҙыр, сөнки иң күңелле байрамдарҙың береһе – Ҡаҙ өмәләре бара. Баҡса эштәрен теүәлләп, ерҙең уңышын йыйып, мөгәрәп-баҙҙарға тултырып ҡуйғас, ҡош-ҡорт һанап, ҡураға бикләү, унан уларын эшкәртергә сират етә. Мәшәҡәтле һаналһа ла, аҙағы һөйөндөргөс. Үҙең үрсеткән, аҫраған хәләл ризығың ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып, ҡыш буйы табындарҙы йәмләй. Шулай йәшәй ауыл кешеһе.Белорет районының Рысыҡай ауылынан Зимфира Мәғзүм ҡыҙы һәм Робес Ишбулат улы Мәхмүтовтар ғаиләһе яҙҙан алып үрсеткән ҡаҙҙарын өмәләп йолҡорға булды. “Изге ниәт, беҙ бергәләшербеҙ”, – тип йөпләне быны ауылдың уңған ҡатындары.
Тәғәйенләнгән көнгә ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәлимә Әфләтүнова һәм мәҙәниәт йорто директоры Люциә Шайморатова етәкселегендә Рәзилә һәм Нәфисә Ғимрановалар, Вәсилә Дәүләтбаева, Гөлсөм Түлебаева, Мәүсилә Әүбәкирова, Рәйфә Хәлитуллина, Миләүшә Латипова, Гүзәл Мөхәмәтдинова милли кейемдәр кейеп, сағыу шәлдәрен иңдәренә һалып, урам буйлап йырлашып килеп тә етте.
Ауылдың йыр-бейеүгә маһир, һәр сарала ла әүҙем ҡатнашҡан ағинәйҙәрен хужалар әйҙүкләп, ”Ҡаҙ өмәһе” тип яҙып ҡуйған ҡапҡа алдына сығып ҡаршыланы. “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Күңелдәр йырлап торһон”, – тип йырлай-йырлай ҡаҙҙар бикләнгән ҡураға үтеп, эш башлағандағы теләктәр әйтте улар. Хужа әҙерләп биреп торған ҡаҙҙың иң тәүҙә хәрәм ҡаурыйын алғас, бисмиллалап эшкә тотондолар.
Теҙелешеп ултырып ҡаҙ йолҡҡанда төрлө йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бер-береһенең күңелен астылар, олораҡтар йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө.
– Вәсилә еңгәгә, йәш сағында социалистик ярыш алдынғыһы булған кешегә, етеүсе бармы ни, – тип мәрәкәләне бикәсе.
Баҡһаң, тәүгеләрҙән булып ҡаҙын йолҡоп та ҡуйған икән. Бер аҙҙан кемдер тамаҡ ҡыра башланы:
– Ҡыҙҙар, тамаҡҡа мамыҡ ултырҙы бит, эһе-эһе!
– Ҡымыҙ йә буҙа һорай тамағың.
Хужабикә кәсә менән буҙаһын да килтереп тотторҙо. Йолаһы шулай. Шунан ҡаҙ ҡанаты һатыу китте.
– Ҡаҙҙың ҡанат һөйәген алып ҡал, киләһе йылда ла ҡаҙың уңыр.
– Ҡанат һатыу ҡыҙыҡ ул, – тип ҡанатын һатыулаштылар.
Ул арала хужабикәнең ҡоймағы ла әҙер булды. Ҡоймаҡты ҡаҙ майы һылап ашап ҡарарға кәрәк икән.
Етеҙҙәрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй, ни арала ҡаҙҙарҙы йолҡоп та бөткәндәр!
– Эсен таҙартыуҙы ауылдың элекке фельдшеры Гөлсөм апайға ышанып тапшырабыҙ, – тиеште өмәселәр.
– Эйе шул, әйҙә, ул тотонһон.
Күмәкләгәс ни, тиҙ генә таҙартып, өтөп ҡуйҙылар, унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, тағы ла йырлашып йылға буйына юл алдылар. Хужа гармунда уйнап ебәргәс, күңелдәре күтәрелеп китте. Ҡаҙ ҡауырһынын йылғаға һирпеп, икенсе йылда ла шулай уңығыҙ, тигән теләк теләнеләр.
Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға өҫтәл дә әҙер булған. Йола буйынса ҡаҙ бүлгеләнде.
– Ҡанат ите – ҡыҙыма. Ҡыҙҙар – атай йортонда ҡунаҡ ҡына, – тине хужабикә. Оло ҡунаҡтарға, әлбиттә, ҡаҙ бото эләкте. Һыйлаусы һәр береһенә теләктәр теләп, ҙур эштә ярҙамлашҡандары өсөн рәхмәт әйтеп, ит өләшеп сыҡты. Тәмле бишбармаҡ, ҡоротлап һурпа, ҡоймаҡлап сәй эскәндә лә әхирәттәр күңелле әңгәмәләште. Өйҙәге кескәй Ралинаға ла бик оҡшаны был байрам. Ҡаҙ мамыҡтары йыйып, әле береһе, әле икенсеһе янында уралды.
– Бөгөн 19 ҡаҙ, тағы 10-дан ашыу өйрәк, 30-ҙан ашыу тауыҡ һуйҙыҡ. Шөкөр, үҙебеҙгә лә, балаларға ла етер, – тип ҡәнәғәт йылмая хужабикә. – Шатмын, күмәкләшеп эшләгәс, тиҙ ҙә, күңелле лә булды. Ҙур рәхмәт ярҙамсыларыма.
Етеш, мул йәшәй Мәхмүтовтар. Хужаның бик оҫта ҡуллы, егәрле икәнлеге күренеп тора. Ул эшләгән инкубаторҙы ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Киләсәктә башҡа шөғөлдәргә лә тотонорға ниәте бар. Ауыл егәрлеләре шулай йәшәй шул.
Әлегә уңғандар үҙҙәренең яҙҙан алып көҙгә тиклем тир түккән эштәренә йомғаҡ яһап ҡуйҙы, ауылдаштары менән бергәләп күңелле йола байрамы ойошторҙо, изге теләктәр ишетте. Киләһе йылда тағы ла күберәк ҡаҙ үрсетегеҙ, ярҙамлашырбыҙ, йорт-ил имен, һәммәбеҙ ҙә иҫән-һау булайыҡ, тип таралышты өмәселәр. Шулай була күрһен!
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.Белорет районы.