Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәүеф төймәһе ғүмерҙе һаҡлай
Хәүеф төймәһе ғүмерҙе һаҡлай Уңайлы мөхит – ҡалалағы пандустар ғына түгел, тәү сиратта ҡулайлы коммуникациялар ҙа ул. Күптән түгел Өфөлә ойошторолған “Хәстәрлек” социаль ярҙам хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Сымһыҙ элемтә нигеҙендәге система өлкән­дәргә, инвалид­тарға, шул иҫәптән һаңғырау йә насар ишеткән кешеләргә социаль һәм медицина хеҙмәте күрһәтеүгә йүнәлтелә. Был хеҙмәт 14 йыл элек Санкт-Петербургта барлыҡҡа килгән. Әле иһә филиалдары 12 төбәк­тә, шул иҫәптән Башҡорт­останда ла эшләй. Хеҙмәтлән­дереү хаҡы – айына 700 һум. Әммә тәүге йөҙ кешегә бушлай хеҙмәт күрһәтергә ниәтләйҙәр. Бөгөн Өфөнән 60 пенсионер системаға ингән. Ишетеү һәлә­тендә кәмселектәре булған граждандар түләүһеҙ хеҙмәт­ләндерелә, шуға күрә теләге булған һәр кеше бында мөрә­жәғәт итә ала.
“Хәстәрлек системаһы” Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалид­тарҙың ошо категория­һын диспетчер ярҙамы менән тәьмин итеү буйынса үткәргән конкурста еңеп сыҡты. Бындай кешеләргә +7(961)362-95-46 телефон һанына sms-хәбәр, [email protected] электрон почтаһына, +7(495) 120-11-62 факс номерына хат ебәреү мөмкинлеге бар. Сурдо­тәржемәселәр Skype sistemazabota102 аша видеошылтыра­тыу­ҙарҙы һәм Telegram zabota102 мессенджерында мөрә­жәғәттәрҙе ҡабул итә.
Өлкәндәр “Хәстәрлек” систе­маһына инеү өсөн килешеү төҙөргә тейеш. Унда пенсионер, уның сирҙәре тураһында ентек­ле мәғлүмәт, туған­да­рының телефон һандары индерелә. Клиенттың мобиль ҡулайла­ма­һына хәүеф төймә­һе ҡуйыла. Бәйләнештең икенсе осондағы оператор, хәлде тейешенсә баһалағандан һуң, кәрәкле ярҙамды (“Ашығыс ярҙам”ды, полицияны, янғын һүнде­реү­селәрҙе, ғәҙәттән тыш хәлдәр вәкилдәрен, авария хеҙмәтен) саҡырта. Абонентҡа ярҙамды үҙенә хәстәрләүҙең кәрәге юҡ, быны операторҙар башҡара. Диспетчерҙар мөрә­жә­ғәт буйынса дәүләт власы органдары белгестәре менән бәйләнешкә инә, тейешле мәғлүмәтте тапшыра, табипҡа ҡабул итеүгә яҙҙырта.
– Өлкәндәр һәм көн һайын ярҙамға мохтаж булған кеше­ләр әүҙем тормош алып бар­һын, ҡартлығы, ауырлыҡтары менән яңғыҙ ҡалмаһын ине, – ти “Хәстәрлек” системаһының Башҡорт­остандағы рәсми вә­ки­ле Лилиә Евстафьева. – Ҡай­һы саҡта кеше аралашҡыһы, һауа торошон, афишаларҙы белгеһе килә. Яңғыҙ граждан­дар­ҙың өйөндә булғаным бар. Беҙҙең хеҙмәт уларға бик кәрәк. Балалары хәстәрлек күрһәтһә лә, ҡайһы берҙә уларҙың да иғтибары етмәй. Мәғ­лүмәт базаһына 1932 йылғы һәм унан олораҡ граждандар индерел­гән. Улар даими шылтырата. Мәҫәлән, күптән түгел өлкән йәштәге ҡатын бейергә өйрә­нер­гә теләк белдерҙе. Опера­торҙар уның өсөн студия тапты. Йәки тағы ла бер ваҡиға: йөрәк сирле ир хәүеф төймәһенә баҫып өлгөргән һәм аңын юғал­тып йығылған. Опе­раторҙар шунда уҡ “Ашығыс ярҙам”, фа­тирҙың ишеген астырыу өсөн слесарь саҡыртҡан, пенсио­нер­ҙың ҡыҙы менән бәйлә­нешкә ингән.
Шул уҡ ваҡытта ойошма белгестәр саҡыртыу менән генә сикләнеп ҡалмай, ярҙам күр­һә­теү башынан аҙағына тиклем контролдә тотола: слесарь килгәнме, эшен башҡарғанмы, хаҡты тейешенән артығыраҡ алмағанмы һ.б.
Хеҙмәттең Баш­ҡорт­остан­дағы вәкиллеге менән бәй­ләнешкә инеү өсөн телефон: 8(917)4730499.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521