Уңайлы мөхит – ҡалалағы пандустар ғына түгел, тәү сиратта ҡулайлы коммуникациялар ҙа ул. Күптән түгел Өфөлә ойошторолған “Хәстәрлек” социаль ярҙам хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй.Сымһыҙ элемтә нигеҙендәге система өлкәндәргә, инвалидтарға, шул иҫәптән һаңғырау йә насар ишеткән кешеләргә социаль һәм медицина хеҙмәте күрһәтеүгә йүнәлтелә. Был хеҙмәт 14 йыл элек Санкт-Петербургта барлыҡҡа килгән. Әле иһә филиалдары 12 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла эшләй. Хеҙмәтләндереү хаҡы – айына 700 һум. Әммә тәүге йөҙ кешегә бушлай хеҙмәт күрһәтергә ниәтләйҙәр. Бөгөн Өфөнән 60 пенсионер системаға ингән. Ишетеү һәләтендә кәмселектәре булған граждандар түләүһеҙ хеҙмәтләндерелә, шуға күрә теләге булған һәр кеше бында мөрәжәғәт итә ала.
“Хәстәрлек системаһы” Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидтарҙың ошо категорияһын диспетчер ярҙамы менән тәьмин итеү буйынса үткәргән конкурста еңеп сыҡты. Бындай кешеләргә +7(961)362-95-46 телефон һанына sms-хәбәр,
[email protected] электрон почтаһына, +7(495) 120-11-62 факс номерына хат ебәреү мөмкинлеге бар. Сурдотәржемәселәр Skype sistemazabota102 аша видеошылтыратыуҙарҙы һәм Telegram zabota102 мессенджерында мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә.
Өлкәндәр “Хәстәрлек” системаһына инеү өсөн килешеү төҙөргә тейеш. Унда пенсионер, уның сирҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт, туғандарының телефон һандары индерелә. Клиенттың мобиль ҡулайламаһына хәүеф төймәһе ҡуйыла. Бәйләнештең икенсе осондағы оператор, хәлде тейешенсә баһалағандан һуң, кәрәкле ярҙамды (“Ашығыс ярҙам”ды, полицияны, янғын һүндереүселәрҙе, ғәҙәттән тыш хәлдәр вәкилдәрен, авария хеҙмәтен) саҡырта. Абонентҡа ярҙамды үҙенә хәстәрләүҙең кәрәге юҡ, быны операторҙар башҡара. Диспетчерҙар мөрәжәғәт буйынса дәүләт власы органдары белгестәре менән бәйләнешкә инә, тейешле мәғлүмәтте тапшыра, табипҡа ҡабул итеүгә яҙҙырта.
– Өлкәндәр һәм көн һайын ярҙамға мохтаж булған кешеләр әүҙем тормош алып барһын, ҡартлығы, ауырлыҡтары менән яңғыҙ ҡалмаһын ине, – ти “Хәстәрлек” системаһының Башҡортостандағы рәсми вәкиле Лилиә Евстафьева. – Ҡайһы саҡта кеше аралашҡыһы, һауа торошон, афишаларҙы белгеһе килә. Яңғыҙ граждандарҙың өйөндә булғаным бар. Беҙҙең хеҙмәт уларға бик кәрәк. Балалары хәстәрлек күрһәтһә лә, ҡайһы берҙә уларҙың да иғтибары етмәй. Мәғлүмәт базаһына 1932 йылғы һәм унан олораҡ граждандар индерелгән. Улар даими шылтырата. Мәҫәлән, күптән түгел өлкән йәштәге ҡатын бейергә өйрәнергә теләк белдерҙе. Операторҙар уның өсөн студия тапты. Йәки тағы ла бер ваҡиға: йөрәк сирле ир хәүеф төймәһенә баҫып өлгөргән һәм аңын юғалтып йығылған. Операторҙар шунда уҡ “Ашығыс ярҙам”, фатирҙың ишеген астырыу өсөн слесарь саҡыртҡан, пенсионерҙың ҡыҙы менән бәйләнешкә ингән.
Шул уҡ ваҡытта ойошма белгестәр саҡыртыу менән генә сикләнеп ҡалмай, ярҙам күрһәтеү башынан аҙағына тиклем контролдә тотола: слесарь килгәнме, эшен башҡарғанмы, хаҡты тейешенән артығыраҡ алмағанмы һ.б.
Хеҙмәттең Башҡортостандағы вәкиллеге менән бәйләнешкә инеү өсөн телефон: 8(917)4730499.