Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хуторҙарҙан күсереү
Иглин. Покровка ауыл советы “Красный пахарь” колхозында ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм СССР Совнаркомының “Колхоздарҙың об­щест­венный ерҙәрен туҙҙырыуҙан һаҡлау саралары тураһында”ғы ҡарары иғлан ител­гәнгә тиклем хуторҙарҙа 58 хужалыҡ йәшәй ине.


Хәҙер хуторҙарҙан ауылға күсенеү ҙур күтәренкелек менән үткәрелә. Колхозниктәр хуторҙарҙан Покровка ауылына күсәләр. Бында тулы булмаған урта мәктәп бар, ҙур культура йорто төҙөлә, унда уҡыу һәм ял итеү йорттары буласаҡ, 40 йортҡа радио индерелгән, сельмаг төҙөлөп бөткән. Былар бөтәһе лә колхозниктарҙың культуралы тормоштарының сәскә атыуына ярҙам итәләр.
Июль һәм август айҙарында Покровка ауылына 27 хужалыҡ күсенергә тейеш ине. Колхоздың животноводы иптәш Кузиков үҙенең өйөн беренсе булып күсерҙе һәм төҙөй башланы. Августың беренсе яртыһында күсергә тейешле булған 27 хужалыҡтан 19-ы күсерелде. Ошо көндәрҙә тағы ла 6 хужалыҡ үҙҙәренең постройкаларын күсерҙеләр.
Колхозда урожай йыйнау тамамланып бара, көҙгө сәсеү тамамланды, государствоға иген тапшырыу үтәлде. Шулай итеп, колхоз хуторҙарҙан күсеүсе колхозниктарға тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәт бирергә мөмкинлек алды.
Новиков ауыл советының “Новая заря”ла хуторҙарҙан күсенеү ойошҡан рәүештә бара. Бында хәҙер 30-ҙан артыҡ хужалыҡ күсерелгән дә инде. Загорский ауыл советының Калинин исемендәге колхозында хутор­ҙарҙан күсереүҙе 1 октябргә тамамлау планлашты­рылған.
Ләкин район күләмендә колхозниктарҙы хуторҙарҙан ауылдарға күсереү өлкәһендә ҙур етешһеҙлектәр бар әле. Күсерелергә тейеш булған ике мең хужалыҡтан августың беренсе яртыһында бары 221 хужалыҡ ҡына күсерелде. Яҡын көндәрҙә тағы ла 110-130 хужалыҡ күсергә әҙерләнә. Пушкин исемендәге колхоздың председателе Михеев: “Бөтәһенә лә быйыл күсеп бөтөргәме ни?” — тип һорай. Был председатель өсөн партия һәм хөкүмәттең ҡарарҙары аңлашылмаған, күрәһең.
Күп кенә колхоздарҙа общественновть был мөһим бурыстан ситтә тора. Буденный исемендәге колхозда 125 хужалыҡ күсенергә тейеш булһа ла, уларға бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәгән әле. Колхозда бөтәһе 17 генә арба бар, ә башҡалары йорт, ҡаралтылар ташыу өсөн яраҡһыҙ.
Район башҡарма комитеты президиумы районда хуторҙарҙан күсеүҙәр барышы тураһында тик һуңғы көндәрҙә генә ҡайһы бер ауыл советы һәм колхоз етәкселәренең информацияларын тыңланы. Район ер бүлеге (мөдире иптәш Лопатин) күсереү эше менән етәкселек итмәй.
(БашТАСС).

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 11 сентябрь).



Башҡортостанда экстракт заводы


Октябрь Социалистик Республикаһына тиклем батша Россияһында экстракт заводтары юҡ тип әйтерлек ине. Киев ҡалаһында Француз акционерҙары компанияһы тарафынан төҙөлгән берҙән-бер экстракт заводы бар ине.


Бында эшләнеп сыҡҡан экстракт, күн промышленносы тарафынан ҡулланып, бик аҙ һанда етештерелә ине. Тимәк, Россиялағы күн промышленносы, сит илдән килтерелгән экстракт менән ҡәнәғәтләнергә мәжбүр булған.
Беҙҙә сталинсы биш йылдарҙа күн заводтарының һорауын тулыһы менән тәьмин итә алырлыҡ ҡеүәттә экстракт промышленносы булдырылды.
1934 йылда Башҡортостанда “Башҡортостан АССР-ның ун биш йыллығы” исемендәге экстракт заводы эшләй башланы. Заводты ходҡа ебәреү менән, етештереп сығарыу ҡеүәте йылдам рәүештә үҫә барҙы. Был завод 1938 йылдың ғинуар айынан алып сентябрь айына тиклем ваҡыт эсендә йөҙҙәрсә тонна тоннид эшләп сығарҙы.
Стахановсылар хәрәкәтенең үҫеүе менән, эшләп сығарыу программаһы үтәлеше лә ҡырҡа рәүештә арта бара. Хәҙер эшселәрҙең 42 проценты стахановса эшләйҙәр.
Заводтың стахановсылары, Сталинсы Өсөнсө Биш йыллыҡ исемендәге социалистик ярышҡа ҡушылып, эшләп сығарыу нормаларын систематик рәүештә арттырып үтәйҙәр. Мәҫәлән: иптәш Ғилметдинов 198 процентҡа, Камалов 150 процентҡа, Попов 126 процентҡа һәм Минниәхмәтов 131 процентҡа еткереп үтәүгә өлгәште.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 20 ноябрь).

Йәшлек һәм гүзәллек тантанаһы

Бейеү – искусствоның, йыр кеүек үк, халыҡ араһында иң яратылған төрө. Бейеү аша беҙ халыҡтың эске тормошоноң байлығын, гүзәл­леген, дәртен һәм сикһеҙ шатлығын күрәбеҙ. Башҡорт халҡының да бейеү искусствоһы бик бай. Быйыл Мәскәүҙә үткәрелгән хеҙмәт резервтары мәктәптәренең үҙ эшмәкәрлегенә арналған Бөтә Союз смотрында Башҡорт­остандан барған йәштәр бейеү-йыр искусство­һында юғары өлгөләр күрһәтеп, союз күләмендә дүртенсе урынды алдылар.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1948 йыл, 10 март).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523