Хуторҙарҙан күсереү15.11.2017
Иглин. Покровка ауыл советы “Красный пахарь” колхозында ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм СССР Совнаркомының “Колхоздарҙың общественный ерҙәрен туҙҙырыуҙан һаҡлау саралары тураһында”ғы ҡарары иғлан ителгәнгә тиклем хуторҙарҙа 58 хужалыҡ йәшәй ине.
Хәҙер хуторҙарҙан ауылға күсенеү ҙур күтәренкелек менән үткәрелә. Колхозниктәр хуторҙарҙан Покровка ауылына күсәләр. Бында тулы булмаған урта мәктәп бар, ҙур культура йорто төҙөлә, унда уҡыу һәм ял итеү йорттары буласаҡ, 40 йортҡа радио индерелгән, сельмаг төҙөлөп бөткән. Былар бөтәһе лә колхозниктарҙың культуралы тормоштарының сәскә атыуына ярҙам итәләр.
Июль һәм август айҙарында Покровка ауылына 27 хужалыҡ күсенергә тейеш ине. Колхоздың животноводы иптәш Кузиков үҙенең өйөн беренсе булып күсерҙе һәм төҙөй башланы. Августың беренсе яртыһында күсергә тейешле булған 27 хужалыҡтан 19-ы күсерелде. Ошо көндәрҙә тағы ла 6 хужалыҡ үҙҙәренең постройкаларын күсерҙеләр.
Колхозда урожай йыйнау тамамланып бара, көҙгө сәсеү тамамланды, государствоға иген тапшырыу үтәлде. Шулай итеп, колхоз хуторҙарҙан күсеүсе колхозниктарға тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәт бирергә мөмкинлек алды.
Новиков ауыл советының “Новая заря”ла хуторҙарҙан күсенеү ойошҡан рәүештә бара. Бында хәҙер 30-ҙан артыҡ хужалыҡ күсерелгән дә инде. Загорский ауыл советының Калинин исемендәге колхозында хуторҙарҙан күсереүҙе 1 октябргә тамамлау планлаштырылған.
Ләкин район күләмендә колхозниктарҙы хуторҙарҙан ауылдарға күсереү өлкәһендә ҙур етешһеҙлектәр бар әле. Күсерелергә тейеш булған ике мең хужалыҡтан августың беренсе яртыһында бары 221 хужалыҡ ҡына күсерелде. Яҡын көндәрҙә тағы ла 110-130 хужалыҡ күсергә әҙерләнә. Пушкин исемендәге колхоздың председателе Михеев: “Бөтәһенә лә быйыл күсеп бөтөргәме ни?” — тип һорай. Был председатель өсөн партия һәм хөкүмәттең ҡарарҙары аңлашылмаған, күрәһең.
Күп кенә колхоздарҙа общественновть был мөһим бурыстан ситтә тора. Буденный исемендәге колхозда 125 хужалыҡ күсенергә тейеш булһа ла, уларға бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәгән әле. Колхозда бөтәһе 17 генә арба бар, ә башҡалары йорт, ҡаралтылар ташыу өсөн яраҡһыҙ.
Район башҡарма комитеты президиумы районда хуторҙарҙан күсеүҙәр барышы тураһында тик һуңғы көндәрҙә генә ҡайһы бер ауыл советы һәм колхоз етәкселәренең информацияларын тыңланы. Район ер бүлеге (мөдире иптәш Лопатин) күсереү эше менән етәкселек итмәй.
(БашТАСС).
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 11 сентябрь).
Башҡортостанда экстракт заводы
Октябрь Социалистик Республикаһына тиклем батша Россияһында экстракт заводтары юҡ тип әйтерлек ине. Киев ҡалаһында Француз акционерҙары компанияһы тарафынан төҙөлгән берҙән-бер экстракт заводы бар ине.
Бында эшләнеп сыҡҡан экстракт, күн промышленносы тарафынан ҡулланып, бик аҙ һанда етештерелә ине. Тимәк, Россиялағы күн промышленносы, сит илдән килтерелгән экстракт менән ҡәнәғәтләнергә мәжбүр булған.
Беҙҙә сталинсы биш йылдарҙа күн заводтарының һорауын тулыһы менән тәьмин итә алырлыҡ ҡеүәттә экстракт промышленносы булдырылды.
1934 йылда Башҡортостанда “Башҡортостан АССР-ның ун биш йыллығы” исемендәге экстракт заводы эшләй башланы. Заводты ходҡа ебәреү менән, етештереп сығарыу ҡеүәте йылдам рәүештә үҫә барҙы. Был завод 1938 йылдың ғинуар айынан алып сентябрь айына тиклем ваҡыт эсендә йөҙҙәрсә тонна тоннид эшләп сығарҙы.
Стахановсылар хәрәкәтенең үҫеүе менән, эшләп сығарыу программаһы үтәлеше лә ҡырҡа рәүештә арта бара. Хәҙер эшселәрҙең 42 проценты стахановса эшләйҙәр.
Заводтың стахановсылары, Сталинсы Өсөнсө Биш йыллыҡ исемендәге социалистик ярышҡа ҡушылып, эшләп сығарыу нормаларын систематик рәүештә арттырып үтәйҙәр. Мәҫәлән: иптәш Ғилметдинов 198 процентҡа, Камалов 150 процентҡа, Попов 126 процентҡа һәм Минниәхмәтов 131 процентҡа еткереп үтәүгә өлгәште.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 20 ноябрь).
Йәшлек һәм гүзәллек тантанаһы
Бейеү – искусствоның, йыр кеүек үк, халыҡ араһында иң яратылған төрө. Бейеү аша беҙ халыҡтың эске тормошоноң байлығын, гүзәллеген, дәртен һәм сикһеҙ шатлығын күрәбеҙ. Башҡорт халҡының да бейеү искусствоһы бик бай. Быйыл Мәскәүҙә үткәрелгән хеҙмәт резервтары мәктәптәренең үҙ эшмәкәрлегенә арналған Бөтә Союз смотрында Башҡортостандан барған йәштәр бейеү-йыр искусствоһында юғары өлгөләр күрһәтеп, союз күләмендә дүртенсе урынды алдылар.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1948 йыл, 10 март).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.