Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бетеү” нимә тураһында?
“Бетеү” нимә тураһында?Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинына әҙәбиәт һөйөүсе студенттар, урта һәм оло йәштәгеләр, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Билдәле шағирә, драматург, журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның — “Бетеү”, күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор
Мирас Иҙелбаевтың
“Һайланма әҫәрҙәр”е йыйынтыҡтарының исем туйы бик йәнле барҙы. Кемдер – китаптарҙағы әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы, икенселәр әҙиптәрҙең тормош юлы менән ҡыҙыҡһынды, ә бүтәндәр авторҙарҙың ижад юлына байҡау яһаны.

“Һеҙ – танылған драматург, һеҙҙе күңелдәрҙе тетрәтерлек шиғырҙа­рығыҙ аша ла беләбеҙ, ни өсөн ҡапыл ғына мажаралы әҫәрҙәр яҙыуға күсеп киттегеҙ?” тигән һорауға Гөлшат Фәйзи ҡыҙы:
— Бәләкәй саҡта мажаралы китаптарҙы ярата инем, ләкин һәр ваҡыт күңелдә бер һорау тыуа торғайны: яҡты донъяға саф йөрәк, яҡты ҡараш менән килгән бала тора-бара ни өсөн әҙәм ҡылмаҫ эштәр ҡыла, енәйәт юлына баҫа? Ғүмеренең ҡайһы миҙгелендә ул шундай ҡот осҡос һынылыш кисерә? Үҫә төшә детектив уҡымай башланым. Уның ҡарауы, инде өлкән йәшкә еткәс, тормош ғәҙелһеҙлектәрен байтаҡ татығас, үҙемдә мажаралы әҫәр яҙыу теләге уянды. “Бетеү” йыйынтығына “Әүермән” һәм “Иблис” исемле мажаралы повестарым, бер нисә хикәйәм индерелгән. Ҡыҫҡаһы, енәйәт, ғәйепле кешене эҙләү, тотоу, яза биреүҙән бигерәк, ҡара эштәр ҡылған әҙәмдең психоло­гияһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Ә инде китапҡа исем биргән “Бетеү”, “Һаумы, атай!” повестары, башҡа хикәйәләр һәм эсселар — күңел кисерештәре, һәр төрлө тәьҫорат­тар нигеҙендә тыуған әҫәрҙәр, – тип яуап бирҙе.
Мирас Хәмзә улының “Һайланма әҫәрҙәр”енә ҡасандыр ҙур тиражда сығып та, шунда уҡ таралып бөткән “Юлай улы Салауат” тарихи роман-эссеһы, сәйәси золом ҡорбан­дарына арналған “Ҡыҙыл ҡарҙар” повесы, хикәйәләре индерелгән. Профессор, Салауат Юлаев ордены кавалерын беҙ милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормош һәм көрәш юлын оҙаҡ йылдар өйрәнгән ғалим-әҙип итеп беләбеҙ. Һис һүҙһеҙ, был китап та уҡыусыларын табыр, улар күңеленә хуш килер.
Исем туйында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерация­һының һәм Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Юнысованың, Башҡортостандың халыҡ шағиры, мәрхүм Тимер Йосоповтың тормош юлдашы Дамира Хажмөхәмәт ҡыҙының, юғары уҡыу йорттары доценттарының, ғалим һәм ар­тистарҙың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтовтың тасуири итеп шиғыр уҡыуы, Айбулат Сәсән­баевтың ҡурайҙа уйнауы йөрәктәргә май булып ятты. Күңелле бейеү көйөнә әҙибәләр Гөлфиә Юнысова менән Гөлшат Әхмәтҡужина хатта бейергә төшөп китте.
Шуныһы ҡыуаныслы: “Китап” нәш­риәте автографтар көнө уҙға­рыуҙы матур бер йолаға әйләндер­ҙе. Еңел булмаған бөгөнгө заманда әҙиптәр өсөн ошондай күңел байрамдары бик тә кәрәк. Ә китаптар бик эстәлекле. Алығыҙ, уҡығыҙ, үҙе­геҙ өсөн күп һорауҙарға яуап та­бырһығыҙ, рухи кинәнес алырһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521