Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинына әҙәбиәт һөйөүсе студенттар, урта һәм оло йәштәгеләр, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Билдәле шағирә, драматург, журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның — “Бетеү”, күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор
Мирас Иҙелбаевтың
“Һайланма әҫәрҙәр”е йыйынтыҡтарының исем туйы бик йәнле барҙы. Кемдер – китаптарҙағы әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы, икенселәр әҙиптәрҙең тормош юлы менән ҡыҙыҡһынды, ә бүтәндәр авторҙарҙың ижад юлына байҡау яһаны.“Һеҙ – танылған драматург, һеҙҙе күңелдәрҙе тетрәтерлек шиғырҙарығыҙ аша ла беләбеҙ, ни өсөн ҡапыл ғына мажаралы әҫәрҙәр яҙыуға күсеп киттегеҙ?” тигән һорауға Гөлшат Фәйзи ҡыҙы:
— Бәләкәй саҡта мажаралы китаптарҙы ярата инем, ләкин һәр ваҡыт күңелдә бер һорау тыуа торғайны: яҡты донъяға саф йөрәк, яҡты ҡараш менән килгән бала тора-бара ни өсөн әҙәм ҡылмаҫ эштәр ҡыла, енәйәт юлына баҫа? Ғүмеренең ҡайһы миҙгелендә ул шундай ҡот осҡос һынылыш кисерә? Үҫә төшә детектив уҡымай башланым. Уның ҡарауы, инде өлкән йәшкә еткәс, тормош ғәҙелһеҙлектәрен байтаҡ татығас, үҙемдә мажаралы әҫәр яҙыу теләге уянды. “Бетеү” йыйынтығына “Әүермән” һәм “Иблис” исемле мажаралы повестарым, бер нисә хикәйәм индерелгән. Ҡыҫҡаһы, енәйәт, ғәйепле кешене эҙләү, тотоу, яза биреүҙән бигерәк, ҡара эштәр ҡылған әҙәмдең психологияһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Ә инде китапҡа исем биргән “Бетеү”, “Һаумы, атай!” повестары, башҡа хикәйәләр һәм эсселар — күңел кисерештәре, һәр төрлө тәьҫораттар нигеҙендә тыуған әҫәрҙәр, – тип яуап бирҙе.
Мирас Хәмзә улының “Һайланма әҫәрҙәр”енә ҡасандыр ҙур тиражда сығып та, шунда уҡ таралып бөткән “Юлай улы Салауат” тарихи роман-эссеһы, сәйәси золом ҡорбандарына арналған “Ҡыҙыл ҡарҙар” повесы, хикәйәләре индерелгән. Профессор, Салауат Юлаев ордены кавалерын беҙ милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормош һәм көрәш юлын оҙаҡ йылдар өйрәнгән ғалим-әҙип итеп беләбеҙ. Һис һүҙһеҙ, был китап та уҡыусыларын табыр, улар күңеленә хуш килер.
Исем туйында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Юнысованың, Башҡортостандың халыҡ шағиры, мәрхүм Тимер Йосоповтың тормош юлдашы Дамира Хажмөхәмәт ҡыҙының, юғары уҡыу йорттары доценттарының, ғалим һәм артистарҙың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтовтың тасуири итеп шиғыр уҡыуы, Айбулат Сәсәнбаевтың ҡурайҙа уйнауы йөрәктәргә май булып ятты. Күңелле бейеү көйөнә әҙибәләр Гөлфиә Юнысова менән Гөлшат Әхмәтҡужина хатта бейергә төшөп китте.
Шуныһы ҡыуаныслы: “Китап” нәшриәте автографтар көнө уҙғарыуҙы матур бер йолаға әйләндерҙе. Еңел булмаған бөгөнгө заманда әҙиптәр өсөн ошондай күңел байрамдары бик тә кәрәк. Ә китаптар бик эстәлекле. Алығыҙ, уҡығыҙ, үҙегеҙ өсөн күп һорауҙарға яуап табырһығыҙ, рухи кинәнес алырһығыҙ.