Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшең хәүефһеҙ булһын
Башҡортостанда эш урынында имгәнеү осраҡтары кәмей. Тимәк, хеҙмәт шарттары ла яҡшыра төшкән. Был турала республика Хөкүмәтендәге кәңәш­мәлә әйтелде.


Хөкүмәт Премьер-министры урын­баҫары, Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәт­тәрен көйләү буйынса өс яҡлы комис­сияның координаторы Салауат Сәғитов билдәләгәнсә, Профсоюздар федера­цияһы, эш биреүселәр берекмәләре һәм республика Хөкүмәте араһындағы 2017 – 2019 йылдарға төҙөлгән Өс яҡлы килешеүҙең быйылғы уҙған айҙар буйынса һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләнерлек.
– Был осорҙағы берлектәге эшмә­кәрлектең йомғағы – социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең барыһының да тиерлек тотороҡланыуы, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Алдыбыҙға ҡуйған төп бурыс республиканы үҫтереүгә, граждандар­ҙың хоҡуҡтары күҙәтелеүенә һәм халыҡтың көнитмешен яҡшыртыуға ҡайтып ҡала.
Предприятиеларҙағы хәүефһеҙлек талаптарының нисек күҙәтелеүе ту­раһында ултырышта ҡатнашыусыларға ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Быйылғы тәүге һигеҙ айҙа Башҡортостанда етештереү урындарында имгәнеүҙәр аҙайған: ауыр тән йәрәхәте алған эшселәр һаны 27 про­центҡа, ә үлем менән тамамланған бәхетһеҙлек осраҡтары 5,5 процентҡа кәмегән.
Эшкәртеү предприятиелары, урман һәм ауыл хужалығы иң хәүефлеләре булыуын дауам итә. Шуға бәйле хеҙмәт хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса методик ҡулланма ла әҙерләнгән, ул хеҙмәткәрҙең нисек эшләүен генә түгел, ә ниндәй шарттарҙа етештереүен дә анализлай. 2016 йылдың сентябренән бирле беҙҙең республикала ҡала һәм райондар ойошмаларының етәкселәре өсөн хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса даими рәүештә зона семинар­ҙары үткәрелеп килә.
– Башҡортостандың бөтә башҡарма власть органдары һәм урындағы хаки­миәттәр йыл һайын 20 ноябргә саҡлы үҙ биләмәһендәге предприятиеларҙы тикшереү планын раҫларға тейеш. Асыҡланған етешһеҙлектәр тураһын­дағы мәғлүмәтте 15 көн эсендә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына ебәреү мотлаҡ, – тине вице-премьер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523