Эшең хәүефһеҙ булһын17.10.2017
Башҡортостанда эш урынында имгәнеү осраҡтары кәмей. Тимәк, хеҙмәт шарттары ла яҡшыра төшкән. Был турала республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә әйтелде.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның координаторы Салауат Сәғитов билдәләгәнсә, Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берекмәләре һәм республика Хөкүмәте араһындағы 2017 – 2019 йылдарға төҙөлгән Өс яҡлы килешеүҙең быйылғы уҙған айҙар буйынса һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләнерлек.
– Был осорҙағы берлектәге эшмәкәрлектең йомғағы – социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең барыһының да тиерлек тотороҡланыуы, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Алдыбыҙға ҡуйған төп бурыс республиканы үҫтереүгә, граждандарҙың хоҡуҡтары күҙәтелеүенә һәм халыҡтың көнитмешен яҡшыртыуға ҡайтып ҡала.
Предприятиеларҙағы хәүефһеҙлек талаптарының нисек күҙәтелеүе тураһында ултырышта ҡатнашыусыларға ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Быйылғы тәүге һигеҙ айҙа Башҡортостанда етештереү урындарында имгәнеүҙәр аҙайған: ауыр тән йәрәхәте алған эшселәр һаны 27 процентҡа, ә үлем менән тамамланған бәхетһеҙлек осраҡтары 5,5 процентҡа кәмегән.
Эшкәртеү предприятиелары, урман һәм ауыл хужалығы иң хәүефлеләре булыуын дауам итә. Шуға бәйле хеҙмәт хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса методик ҡулланма ла әҙерләнгән, ул хеҙмәткәрҙең нисек эшләүен генә түгел, ә ниндәй шарттарҙа етештереүен дә анализлай. 2016 йылдың сентябренән бирле беҙҙең республикала ҡала һәм райондар ойошмаларының етәкселәре өсөн хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса даими рәүештә зона семинарҙары үткәрелеп килә.
– Башҡортостандың бөтә башҡарма власть органдары һәм урындағы хакимиәттәр йыл һайын 20 ноябргә саҡлы үҙ биләмәһендәге предприятиеларҙы тикшереү планын раҫларға тейеш. Асыҡланған етешһеҙлектәр тураһындағы мәғлүмәтте 15 көн эсендә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына ебәреү мотлаҡ, – тине вице-премьер.