Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ
Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ Ҡояшлы көндәрҙең береһендә йәше-ҡарты Үтәғол ауыл мәҙәниәт йортона ағылды. Был кисә Тутыя менән
Марат Алсынбаев­тарҙың
50 йыл татыу ғүмер кисереүенә арналды.



Үтәғол ауыл билә­мәһе башлығы Сабит Фазлыев, Алсын­баев­тарҙы алтын юбилей­ҙары менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Ҡотлауға туған­да­ры, балалары, ауылдаштары ла ҡушылды.
Кисәнең икенсе өлөшөн өләсәһе һәм ҡартайының алтын туйҙарын үткәрергә тип килгән талантлы ейә­не, ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, виртуоз музыкант Заһир Зәй­нетдинов, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы мөхәррире Марсель Мө­хәмәтйәнов алып барҙы. Күңелле концерттан һуң Тутыя апай, тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып:
– Һуғыш ауырлыҡтарынан ауыл мандымаған осорҙа – 1946 йылда донъяға килгәнмен. Яҙ етһә йыуа, әтмәкәй ашап тамаҡ ялғаныҡ, йәй көндәрендә еләк-емеш йыйҙыҡ. Ә көҙ һарыҡтарға һалған силостан кукуруз башын сүпләп, киптереп, ҡул тирмәненән тартып, өйрә итеп эстек. Әсәйебеҙ беҙҙе кеше итергә тырышты. Төндәр буйы йоҡламай кешеләргә быймаһын яманы, ойоҡ­баш, бейәләйҙәр бәйләне. Уҡыр­ға теләгем ҙур булһа ла, X класҡа бара алманым. Апайҙа­рым тормош­ҡа сыҡ­ҡас, донъя йөгөн тартыу ми­нең иңгә төштө, – тип хәтирәләргә бирелде.
Бала саҡтан күп ауырлыҡтарға бирешмәй, илаһи сәхнә донъяһына ылыға. Ауылда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай Тутыя апай. Марат ағай хаҡлы ялға сыҡ­ҡан­сы колхозда тракторҙа эшләй.
Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Ейәнсура ерлегендә мәш­һүр йырсылар – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Мәғфирә Ғәлиева, ҡурайсы, РФ-тың, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәнов исемендәге призға район конкурсы уҙа. 2008 йылда Ейәнсура ерендә ике йылға бер үткәрелеп торған шул бәйгелә Тутыя Алсынбаева үҙенең моңло тауышы менән барыһын да хайран ҡалдыра һәм башҡорт йырҙарын башҡарған ҡа­тын-ҡыҙҙар араһында Гран-при яулай.
– Башҡорт йырының моңон, гү­зәл­леген яҡташым, мәшһүр йырсы Сөләймән Абдуллин башҡа­рыуын­да таптым. Уның йырҙары йәштән үк йөрәгемә һеңеп ҡалған. Етмеш йырсы араһынан да таныр инем Сөләймән ағайҙың тауышын, – ти Тутыя апай.
Ауылда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшә­гән Тутыя апай бынан ун йыл элек “Йәмһибә” фольклор ансамблен ойоштора. Унда Р. Мәү­летова, Ф. Иҙелбәкова, З. Дәүләт­бәкова, М. Аҡ­бутина, В. Абдуллина, М. Ишкинина, М. Ғәлиевалар ихлас күңел һалып йөрөй. “Йәмһибә” ансамбле ауылда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға йүнәлтелгән өмәләрҙә, һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Улар, сәх­нәлә йолалар күрһәтеп, үҫеп килгән быуында халыҡ ижадына ҡыҙыҡһы­ныу уята. 2008 йылда ”Килен төшө­рөү йолаһы” менән Башҡортостан телеви­дениеһында ла төшәләр. Был инде – Тутыя апайҙың ойоштороу һәләте һөҙөмтәһе.
Быйыл Сибай ҡалаһында мөнә­жәт һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында ҡатнашып Маҡтау грамо­таһына лайыҡ булып Сибай ағинәй­ҙәр ойошмаһының бүләктәре менән ҡайтты Тутыя апай,
Марат ағай менән Тутыя апай – илле йыл бергә ғүмер кисереп, балаларына юғары белем биреп, аяҡ­ҡа баҫтырған хәстәрлекле өләсәй һәм олатай. Бөгөн ауыл­даштары­ның хөрмәтен тойоп, бәхетле ғүмер кисерәләр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521