Ҡояшлы көндәрҙең береһендә йәше-ҡарты Үтәғол ауыл мәҙәниәт йортона ағылды. Был кисә Тутыя менән
Марат Алсынбаевтарҙың
50 йыл татыу ғүмер кисереүенә арналды.Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы Сабит Фазлыев, Алсынбаевтарҙы алтын юбилейҙары менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Ҡотлауға туғандары, балалары, ауылдаштары ла ҡушылды.
Кисәнең икенсе өлөшөн өләсәһе һәм ҡартайының алтын туйҙарын үткәрергә тип килгән талантлы ейәне, ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, виртуоз музыкант Заһир Зәйнетдинов, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы мөхәррире Марсель Мөхәмәтйәнов алып барҙы. Күңелле концерттан һуң Тутыя апай, тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып:
– Һуғыш ауырлыҡтарынан ауыл мандымаған осорҙа – 1946 йылда донъяға килгәнмен. Яҙ етһә йыуа, әтмәкәй ашап тамаҡ ялғаныҡ, йәй көндәрендә еләк-емеш йыйҙыҡ. Ә көҙ һарыҡтарға һалған силостан кукуруз башын сүпләп, киптереп, ҡул тирмәненән тартып, өйрә итеп эстек. Әсәйебеҙ беҙҙе кеше итергә тырышты. Төндәр буйы йоҡламай кешеләргә быймаһын яманы, ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләне. Уҡырға теләгем ҙур булһа ла, X класҡа бара алманым. Апайҙарым тормошҡа сыҡҡас, донъя йөгөн тартыу минең иңгә төштө, – тип хәтирәләргә бирелде.
Бала саҡтан күп ауырлыҡтарға бирешмәй, илаһи сәхнә донъяһына ылыға. Ауылда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай Тутыя апай. Марат ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда тракторҙа эшләй.
Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Ейәнсура ерлегендә мәшһүр йырсылар – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Мәғфирә Ғәлиева, ҡурайсы, РФ-тың, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәнов исемендәге призға район конкурсы уҙа. 2008 йылда Ейәнсура ерендә ике йылға бер үткәрелеп торған шул бәйгелә Тутыя Алсынбаева үҙенең моңло тауышы менән барыһын да хайран ҡалдыра һәм башҡорт йырҙарын башҡарған ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гран-при яулай.
– Башҡорт йырының моңон, гүзәллеген яҡташым, мәшһүр йырсы Сөләймән Абдуллин башҡарыуында таптым. Уның йырҙары йәштән үк йөрәгемә һеңеп ҡалған. Етмеш йырсы араһынан да таныр инем Сөләймән ағайҙың тауышын, – ти Тутыя апай.
Ауылда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәгән Тутыя апай бынан ун йыл элек “Йәмһибә” фольклор ансамблен ойоштора. Унда Р. Мәүлетова, Ф. Иҙелбәкова, З. Дәүләтбәкова, М. Аҡбутина, В. Абдуллина, М. Ишкинина, М. Ғәлиевалар ихлас күңел һалып йөрөй. “Йәмһибә” ансамбле ауылда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға йүнәлтелгән өмәләрҙә, һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Улар, сәхнәлә йолалар күрһәтеп, үҫеп килгән быуында халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уята. 2008 йылда ”Килен төшөрөү йолаһы” менән Башҡортостан телевидениеһында ла төшәләр. Был инде – Тутыя апайҙың ойоштороу һәләте һөҙөмтәһе.
Быйыл Сибай ҡалаһында мөнәжәт һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында ҡатнашып Маҡтау грамотаһына лайыҡ булып Сибай ағинәйҙәр ойошмаһының бүләктәре менән ҡайтты Тутыя апай,
Марат ағай менән Тутыя апай – илле йыл бергә ғүмер кисереп, балаларына юғары белем биреп, аяҡҡа баҫтырған хәстәрлекле өләсәй һәм олатай. Бөгөн ауылдаштарының хөрмәтен тойоп, бәхетле ғүмер кисерәләр.