Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағыштарҙы баҫыр урын
Ашҡынып-талпынып, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфө ҡалаһынан тыуған ауылыма ҡайтып төштөм. Ошо бәрәкәтле, ырыҫлы ерҙә, Урыҫбайҙа, тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡанмын. Тәбиғәт әҙәм балаһының торошона көслө йоғонто яһай, тибеҙ. Ышанам.
… Эре суртандарҙы, иҫ китмәле тәмле бәрҙеләрҙе ашап үҫкәнмен, ошо ерҙә гөжләп осҡан бал ҡорттарының шифалы балын тәмләп, йәнемә сихәт алғанмын. Хуш еҫле үләндәрҙең тәмен тойоп кинәнеп Әренйән, Һырғалаҡ буйҙарында, Тутуай тауы баштарында бесән эшләгәнбеҙ, өйөм-өйөм күбәләр ҡалҡытҡанбыҙ һәм икһеҙ-сикһеҙ сәхрәләрендә йөрөп көтөү көткәнбеҙ, шул ваҡытта ошо урындың, тәбиғәттең матурлығына һоҡ­ланғанбыҙ. Ә ҡыштарын ғорур Кәмәтауҙың иң түбәһенә менеп, апайҙарым, ҡустым-һеңлеләрем менән сана шыуғанбыҙ. Һәм быларҙың барыһы ла беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙға йоғонто яһамай ҡалмағандыр, моғайын.
Мин Хәйбулланан, тип әйтһәм, тимәк, һин офоҡтан офоҡҡаса ағас әҫәре кү­ренмәгән сал ҡылғанлы даланан икәнһең, тиҙәр. Уларға яуабым шулай: “Ә һеҙ беҙ­ҙең яҡтарға килгәнегеҙ бармы? Юҡтыр, моғайын, тыуған еремде күрһәгеҙ, улай тимәҫ инегеҙ. Ауылыма ҡунаҡҡа килегеҙ, әйҙә. Күрһәгеҙ, хайран ҡалыр­һығыҙ һәм Хәйбулланың үҙенсәлекле район икәнле­генә инанырһығыҙ, ә инде ауылдың тәбиғәтен күреп, һоҡланып туя алмаҫһығыҙ”.
Тыуған төйәгемдең хозурлығы хатта ауылым исемендә лә сағыла. “Урыҫбай” тәү ҡарашҡа “урыҫ” һәм “бай” һүҙенән торһа ла, ысынында иһә “үре ыҫпай” тигән һүҙбәйләнештән барлыҡҡа килгән. Йәғни бөхтә, ыҡсым тауҙары, таш-ҡаялары матур, ыҫпай тигәнде аңлата. Әйткәндәй, Ырыҫбай исемле бер кешенең дә йәшәүе билдәле. Нисек кенә булмаһын, рус телендә “ү” булмау сәбәпле, ваҡыт үтеү менән “Урыҫбай” ҡағыҙҙа ла “урыҫбай” тип яҙыу йолаға әүерелеп китә. Ғөмүмән, был ауылда рус халҡының бер вәкиле лә йәшәмәй, ауыл исеменә урыҫтың бер ҡыҫылышы ла юҡ.
Бөгөн ауылымда, заманға ярашлы, өйҙәргә газ үткәрелгән, Йылайыр йылғаһы аша күпер һалынған, юлдар төҙөклән­дерелгән. Тулы булмаған урта мәктәп һалынған. Ғөмүмән, йәшәү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

Нәҡиә ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519