Һағыштарҙы баҫыр урын01.08.2017
Ашҡынып-талпынып, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфө ҡалаһынан тыуған ауылыма ҡайтып төштөм. Ошо бәрәкәтле, ырыҫлы ерҙә, Урыҫбайҙа, тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡанмын. Тәбиғәт әҙәм балаһының торошона көслө йоғонто яһай, тибеҙ. Ышанам.
… Эре суртандарҙы, иҫ китмәле тәмле бәрҙеләрҙе ашап үҫкәнмен, ошо ерҙә гөжләп осҡан бал ҡорттарының шифалы балын тәмләп, йәнемә сихәт алғанмын. Хуш еҫле үләндәрҙең тәмен тойоп кинәнеп Әренйән, Һырғалаҡ буйҙарында, Тутуай тауы баштарында бесән эшләгәнбеҙ, өйөм-өйөм күбәләр ҡалҡытҡанбыҙ һәм икһеҙ-сикһеҙ сәхрәләрендә йөрөп көтөү көткәнбеҙ, шул ваҡытта ошо урындың, тәбиғәттең матурлығына һоҡланғанбыҙ. Ә ҡыштарын ғорур Кәмәтауҙың иң түбәһенә менеп, апайҙарым, ҡустым-һеңлеләрем менән сана шыуғанбыҙ. Һәм быларҙың барыһы ла беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙға йоғонто яһамай ҡалмағандыр, моғайын.
Мин Хәйбулланан, тип әйтһәм, тимәк, һин офоҡтан офоҡҡаса ағас әҫәре күренмәгән сал ҡылғанлы даланан икәнһең, тиҙәр. Уларға яуабым шулай: “Ә һеҙ беҙҙең яҡтарға килгәнегеҙ бармы? Юҡтыр, моғайын, тыуған еремде күрһәгеҙ, улай тимәҫ инегеҙ. Ауылыма ҡунаҡҡа килегеҙ, әйҙә. Күрһәгеҙ, хайран ҡалырһығыҙ һәм Хәйбулланың үҙенсәлекле район икәнлегенә инанырһығыҙ, ә инде ауылдың тәбиғәтен күреп, һоҡланып туя алмаҫһығыҙ”.
Тыуған төйәгемдең хозурлығы хатта ауылым исемендә лә сағыла. “Урыҫбай” тәү ҡарашҡа “урыҫ” һәм “бай” һүҙенән торһа ла, ысынында иһә “үре ыҫпай” тигән һүҙбәйләнештән барлыҡҡа килгән. Йәғни бөхтә, ыҡсым тауҙары, таш-ҡаялары матур, ыҫпай тигәнде аңлата. Әйткәндәй, Ырыҫбай исемле бер кешенең дә йәшәүе билдәле. Нисек кенә булмаһын, рус телендә “ү” булмау сәбәпле, ваҡыт үтеү менән “Урыҫбай” ҡағыҙҙа ла “урыҫбай” тип яҙыу йолаға әүерелеп китә. Ғөмүмән, был ауылда рус халҡының бер вәкиле лә йәшәмәй, ауыл исеменә урыҫтың бер ҡыҫылышы ла юҡ.
Бөгөн ауылымда, заманға ярашлы, өйҙәргә газ үткәрелгән, Йылайыр йылғаһы аша күпер һалынған, юлдар төҙөкләндерелгән. Тулы булмаған урта мәктәп һалынған. Ғөмүмән, йәшәү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Нәҡиә ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.