Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулдарына күҙ теймәһен
Ҡулдарына күҙ теймәһен Фәниә Сыңғыҙова баҡсасылыҡ менән үҙе килен булып төшкәндән алып мауыға. Уның йортоноң ҡапҡаһын асып ингәс тә сәскәләр иленә эләгәһең. Артабан бер-бер артлы теҙелеп киткән түтәлдәрҙә кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәнең бер нисә төрө, помидор, баклажан, һуған, салат япраҡтары урын алған. Баҡсаның бер яҡ ситендәге теплицала ҡыяр, борос үҫентеләре теҙелгән. Уңған баҡсасының өҫтәлендә күптән инде өлгөргән ҡыяр ята.
– Сәскәләремдең матурлығы кү­ренмәй әле, бер аҙ һуңыраҡ килһәгеҙсе, – тип ҡаршыланы беҙҙе йорт хужабикәһе. – Әле ҡый үҫентеләрен утап, түтәлдәремде бер аҙ рәтләп алдым. Ана, еләктәрем ҡыҙарып ултыра, раузаларым сәскәгә бөрөләнгән. Яҙ һәм йәй буйы бил бөгөп тырышҡанда, барыһы ла емерелеп уңа.
Фәниә Камил ҡыҙы тормош иптәше менән өс ул үҫтергән, уларҙың барыһын да уҡытып, башлы-күҙле иткән. Бынан бер нисә йыл элек ире вафат булып ҡалған, әммә уңған ҡатын донъяһын да бынамын итеп көтә, ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота.
– Йыл һайын 100-ҙән ашыу ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре алам, уларҙы тәрбиәләйем. Көҙ уларҙы балаларға бирәм, туған­дарға күстәнәскә ебәрәм, ҡалғанын һатам. Емде көҙҙән йүнләп ҡуям. Һы­йырҙарым ишле, уларҙы һауып, ағын эш итеп, һораусыларға һатам. Берен-бергә һуғып, ауылда шулай донъя көтәһең инде. Урамға сығырға ла ваҡыт юҡ, иртән тораһың да мал, баҡса ҡа­райым, йәй көнө балалар ҡайтып ярҙамлаша, бесән, утын әҙерләп бирә, – тип ауыл тормошо менән таныштырҙы геройыбыҙ.
Тап Фәниә Сыңғыҙова кеүек уңған­дар ауылдарҙы биҙәй, улар кеүек бай күңелле, алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә, матурлыҡ та, бәрәкәт тә, изгелек тә, йәшәү ҙә тантана итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521