Фәниә Сыңғыҙова баҡсасылыҡ менән үҙе килен булып төшкәндән алып мауыға. Уның йортоноң ҡапҡаһын асып ингәс тә сәскәләр иленә эләгәһең. Артабан бер-бер артлы теҙелеп киткән түтәлдәрҙә кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәнең бер нисә төрө, помидор, баклажан, һуған, салат япраҡтары урын алған. Баҡсаның бер яҡ ситендәге теплицала ҡыяр, борос үҫентеләре теҙелгән. Уңған баҡсасының өҫтәлендә күптән инде өлгөргән ҡыяр ята.– Сәскәләремдең матурлығы күренмәй әле, бер аҙ һуңыраҡ килһәгеҙсе, – тип ҡаршыланы беҙҙе йорт хужабикәһе. – Әле ҡый үҫентеләрен утап, түтәлдәремде бер аҙ рәтләп алдым. Ана, еләктәрем ҡыҙарып ултыра, раузаларым сәскәгә бөрөләнгән. Яҙ һәм йәй буйы бил бөгөп тырышҡанда, барыһы ла емерелеп уңа.
Фәниә Камил ҡыҙы тормош иптәше менән өс ул үҫтергән, уларҙың барыһын да уҡытып, башлы-күҙле иткән. Бынан бер нисә йыл элек ире вафат булып ҡалған, әммә уңған ҡатын донъяһын да бынамын итеп көтә, ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота.
– Йыл һайын 100-ҙән ашыу ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре алам, уларҙы тәрбиәләйем. Көҙ уларҙы балаларға бирәм, туғандарға күстәнәскә ебәрәм, ҡалғанын һатам. Емде көҙҙән йүнләп ҡуям. Һыйырҙарым ишле, уларҙы һауып, ағын эш итеп, һораусыларға һатам. Берен-бергә һуғып, ауылда шулай донъя көтәһең инде. Урамға сығырға ла ваҡыт юҡ, иртән тораһың да мал, баҡса ҡарайым, йәй көнө балалар ҡайтып ярҙамлаша, бесән, утын әҙерләп бирә, – тип ауыл тормошо менән таныштырҙы геройыбыҙ.
Тап Фәниә Сыңғыҙова кеүек уңғандар ауылдарҙы биҙәй, улар кеүек бай күңелле, алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә, матурлыҡ та, бәрәкәт тә, изгелек тә, йәшәү ҙә тантана итә.