Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуаплы үр еңел яуланмай
Ауылды кешеләр биҙәй. Был йәһәттән Ҡариҙел районының Шаушаҡ халҡы күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар аҡыллы, тәрбиәле балалар үҫтереп, үҙ нәҫелен ишәйтә, матур эштәре менән ырыуының данын арттыра. Ошо ауылда тамыр йәйеп, илебеҙгә дан өҫтәгән ғаиләләр араһында Камаловтар ҙа бар.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында 45 йортло Шаушаҡ ауылында Маленков исемендәге колхоз төҙөлә. Ҙур ғаилә башлығы Нәби Камалов уны ойошто­роу­сыларҙың береһе була. Эш яйға һалынған саҡта һуғыш башлана. Нәби Камалов та, балаларын һәм ауырлы ҡатынын ҡалдырып, фронтҡа китә. Ә инде 1943 йылда ауылға “Һалдат Камалов Сталинград тирәһендә хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыу килә.
Ғаилә ул ваҡыттағы бөтә ауыр­лыҡ­тарҙы үҙ иңендә күтәрә. Сәлиха балаларын һаҡлау өсөн барыһын да эшләй, тырышып донъя көтә. Ул-ҡыҙҙарының бишеһе лә хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә, тормошта үҙ урынын таба.
Атаһы һуғышҡа киткәс, 1941 йылдың ноябрендә донъяға килгән Рәмил, мәҫәлән, ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлай. Биш йыл инженер-механик булып ауыл хужалығында, унан БАМ юлын төҙөүҙә ҡатнаша. 1980 йылдан үҙйөрөшлө ер аҫты машиналары машинисы була. БАМ-дың Бүрәт участкаһынан ҡуҙғалған тәүге поездың почетлы пассажиры, йәштәрҙе өйрәтеүсе. 1962—1964 йылдарҙа “Байконур” космодромында ла хеҙмәт итергә өлгөрә Рәмил.
— Миңә “Восток” сериялы раке­таларҙы осоуға әҙерләүҙә ҡатна­шырға тура килде, — тип хәтерләй ул. — Ракета двигателдәре механигы итеп тәғәйенләндем. Уларҙың эсендәге һауа тултырылған коммуникацияларҙың тоташтырыл­ған урындарын ҡыҫыу ҙа минең бурыс ине. Валентина Терешкова осасаҡ ракетала һауа сыҡҡан урынды таптым бит! Беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт ергә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, мине отпуск менән бүләклә­неләр. Артабан Ленинск ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона инеү өсөн әҙерлек курстарына ебәрҙеләр, запастағы офицерҙар әҙерләү курсына ла мин киттем...
Йәштәргә әйтер һүҙем бар. Сәләмәт тормошҡа ынтылырға кәрәк. Мине биш саҡрымда ятҡан мәктәпкә көн дә йәйәү­ләп, саңғыла йөрөп уҡыу ҙа сыныҡтыр­ғандыр. Шулай уҡ төрлө күнекмәләр яһай, турникта ҡалҡына торғайным.
Кем белә, әгәр ҙә шулай тырышып-тырмашып көс тупламаһам, иң яуаплы урынға — ракета двигателен тикшереү эшенә — ҡуйырҙар инеме икән? – тип тамамланы һүҙен Рәмил уҙаман.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521