Яуаплы үр еңел яуланмай28.06.2017
Ауылды кешеләр биҙәй. Был йәһәттән Ҡариҙел районының Шаушаҡ халҡы күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар аҡыллы, тәрбиәле балалар үҫтереп, үҙ нәҫелен ишәйтә, матур эштәре менән ырыуының данын арттыра. Ошо ауылда тамыр йәйеп, илебеҙгә дан өҫтәгән ғаиләләр араһында Камаловтар ҙа бар.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында 45 йортло Шаушаҡ ауылында Маленков исемендәге колхоз төҙөлә. Ҙур ғаилә башлығы Нәби Камалов уны ойоштороусыларҙың береһе була. Эш яйға һалынған саҡта һуғыш башлана. Нәби Камалов та, балаларын һәм ауырлы ҡатынын ҡалдырып, фронтҡа китә. Ә инде 1943 йылда ауылға “Һалдат Камалов Сталинград тирәһендә хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыу килә.
Ғаилә ул ваҡыттағы бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәрә. Сәлиха балаларын һаҡлау өсөн барыһын да эшләй, тырышып донъя көтә. Ул-ҡыҙҙарының бишеһе лә хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә, тормошта үҙ урынын таба.
Атаһы һуғышҡа киткәс, 1941 йылдың ноябрендә донъяға килгән Рәмил, мәҫәлән, ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлай. Биш йыл инженер-механик булып ауыл хужалығында, унан БАМ юлын төҙөүҙә ҡатнаша. 1980 йылдан үҙйөрөшлө ер аҫты машиналары машинисы була. БАМ-дың Бүрәт участкаһынан ҡуҙғалған тәүге поездың почетлы пассажиры, йәштәрҙе өйрәтеүсе. 1962—1964 йылдарҙа “Байконур” космодромында ла хеҙмәт итергә өлгөрә Рәмил.
— Миңә “Восток” сериялы ракеталарҙы осоуға әҙерләүҙә ҡатнашырға тура килде, — тип хәтерләй ул. — Ракета двигателдәре механигы итеп тәғәйенләндем. Уларҙың эсендәге һауа тултырылған коммуникацияларҙың тоташтырылған урындарын ҡыҫыу ҙа минең бурыс ине. Валентина Терешкова осасаҡ ракетала һауа сыҡҡан урынды таптым бит! Беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт ергә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, мине отпуск менән бүләкләнеләр. Артабан Ленинск ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона инеү өсөн әҙерлек курстарына ебәрҙеләр, запастағы офицерҙар әҙерләү курсына ла мин киттем...
Йәштәргә әйтер һүҙем бар. Сәләмәт тормошҡа ынтылырға кәрәк. Мине биш саҡрымда ятҡан мәктәпкә көн дә йәйәүләп, саңғыла йөрөп уҡыу ҙа сыныҡтырғандыр. Шулай уҡ төрлө күнекмәләр яһай, турникта ҡалҡына торғайным.
Кем белә, әгәр ҙә шулай тырышып-тырмашып көс тупламаһам, иң яуаплы урынға — ракета двигателен тикшереү эшенә — ҡуйырҙар инеме икән? – тип тамамланы һүҙен Рәмил уҙаман.