Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшле кеше көслө
Эшле кеше көслөҺәр замандың үҙ көйө. Шулай ҙа һис ҡасан вайымһыҙлыҡҡа урын юҡ – халыҡ мәҡәлендәгесә, кем эшләй – шул “тешләй”. Тырыштар таба. Тормош ҡәҙерен белеп йәшәгәндәр көнитмешен күркәмләү юлдарын эҙләй. Үҙҙәре һәм яҡындары хаҡында етди хәстәрлек күрергә ынтылғандар шәхси предприятиелар ойоштора, үҙ шөғөлдәренә бүтәндәрҙе лә йәлеп итә, йәғни башҡаларҙың тормоштарын яйға һалыуға ла булыша.
Шундайҙарҙың береһе –Талбазы ауылында йәшәгән Виталий Цветков. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа ун йыл элек тотонған ул.
– Ауыл йорттарының ҡыйыҡ-ҡоймаларын матурлап биҙәү өсөн ябай ғына нәфис элементтар яһауҙан башлағайныҡ, – тип иҫкә ала ул бөгөн. – 2010 йылда етештереү биләмәһе һатып алдыҡ һәм мунса мейестәре, ҡапҡалар, япмалар, ҡоймалар ҡороуға тәғәйенләнгән металл конструкциялары етештерергә тотондоҡ.
Эшле кеше көслөӘйткәндәй, уларҙың тауарына Ауырғазы ауылдарында ғына түгел, сит тарафтарҙа ла ихтыяж ҙур. Нәфис тимер биҙәктәр ҡулланып яһалғандарын айырыуса күп һорайҙар.
Һатып алыусыларҙың мәнфә­ғә­тен күҙ уңында тотоп, шәхси предприятиела бынан бер нисә йыл элек поликарбонат файҙала­нып, теплица ҡороуҙы ла үҙләш­тергәндәр.
– 2012 йылда металл цехы төҙөнөк, унда профнастил һәм төрлө элементтар эшләү линияһы астыҡ, – ти йүнсел. – Быйыл иһә өс төрлө тимер рәшәткә етеш­тереү ысулын да өйрәндек.
Ысынлап та, эшле кеше – көслө кеше. Башланғыстарын яҡындары ла ихлас күңелдән хуп­лап торһа, уғата ҡеүәтле. Был йәһәттән Виталий Цветков үтә бәхетле, сөнки иң ышаныслы ярҙамсылары – атаһы, әсәһе бер туған ҡустыһы – эргәһендә. Уның эше тотош ғаиләгә табыш та килтерә, ҡәнәғәтлек хисе тойоп йәшәү форсаты ла бирә. Әлбиттә, ҙур бурысты атҡарып сығыу өсөн ауылдаштар, яҡташтар ҙа йәлеп ителә. Виталий Валерьевич туғыҙ кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Сергей Роткин, Илдар Мифтахов, Радик Хисаметдинов, Фәнзил Хәкимов, Илгизәр Ғәлиев, Рафаэль Ғатауллин, Рафаэль Миронов, Алексей Миронов һәм Фәнил Тимеров иһә үҙҙәренең эшле булыуына ҡыуанып, һәр ҡайһыһы үҙ вазифаһын ең һыҙғанып, намыҫ менән башҡара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521