Һәр замандың үҙ көйө. Шулай ҙа һис ҡасан вайымһыҙлыҡҡа урын юҡ – халыҡ мәҡәлендәгесә, кем эшләй – шул “тешләй”. Тырыштар таба. Тормош ҡәҙерен белеп йәшәгәндәр көнитмешен күркәмләү юлдарын эҙләй. Үҙҙәре һәм яҡындары хаҡында етди хәстәрлек күрергә ынтылғандар шәхси предприятиелар ойоштора, үҙ шөғөлдәренә бүтәндәрҙе лә йәлеп итә, йәғни башҡаларҙың тормоштарын яйға һалыуға ла булыша.Шундайҙарҙың береһе –Талбазы ауылында йәшәгән Виталий Цветков. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа ун йыл элек тотонған ул.
– Ауыл йорттарының ҡыйыҡ-ҡоймаларын матурлап биҙәү өсөн ябай ғына нәфис элементтар яһауҙан башлағайныҡ, – тип иҫкә ала ул бөгөн. – 2010 йылда етештереү биләмәһе һатып алдыҡ һәм мунса мейестәре, ҡапҡалар, япмалар, ҡоймалар ҡороуға тәғәйенләнгән металл конструкциялары етештерергә тотондоҡ.
Әйткәндәй, уларҙың тауарына Ауырғазы ауылдарында ғына түгел, сит тарафтарҙа ла ихтыяж ҙур. Нәфис тимер биҙәктәр ҡулланып яһалғандарын айырыуса күп һорайҙар.
Һатып алыусыларҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, шәхси предприятиела бынан бер нисә йыл элек поликарбонат файҙаланып, теплица ҡороуҙы ла үҙләштергәндәр.
– 2012 йылда металл цехы төҙөнөк, унда профнастил һәм төрлө элементтар эшләү линияһы астыҡ, – ти йүнсел. – Быйыл иһә өс төрлө тимер рәшәткә етештереү ысулын да өйрәндек.
Ысынлап та, эшле кеше – көслө кеше. Башланғыстарын яҡындары ла ихлас күңелдән хуплап торһа, уғата ҡеүәтле. Был йәһәттән Виталий Цветков үтә бәхетле, сөнки иң ышаныслы ярҙамсылары – атаһы, әсәһе бер туған ҡустыһы – эргәһендә. Уның эше тотош ғаиләгә табыш та килтерә, ҡәнәғәтлек хисе тойоп йәшәү форсаты ла бирә. Әлбиттә, ҙур бурысты атҡарып сығыу өсөн ауылдаштар, яҡташтар ҙа йәлеп ителә. Виталий Валерьевич туғыҙ кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Сергей Роткин, Илдар Мифтахов, Радик Хисаметдинов, Фәнзил Хәкимов, Илгизәр Ғәлиев, Рафаэль Ғатауллин, Рафаэль Миронов, Алексей Миронов һәм Фәнил Тимеров иһә үҙҙәренең эшле булыуына ҡыуанып, һәр ҡайһыһы үҙ вазифаһын ең һыҙғанып, намыҫ менән башҡара.