Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән Матур байрам үткәргән...
Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән  Матур байрам үткәргән...Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә һабантуйҙар парадын быйыл йәнә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты башланы. Көньяҡ Уралдағы төрлө белгестәр әҙерләгән был юғары уҡыу йорто республикала берҙән-бер студент һабантуйын ойоштора.
Йылдағыса, белем усағы байрамды тарихи шәхестәр һәйкәлдәренә сәскә һалыуҙан башланы. Йыл һайын институт етәкселеге яңы объект­тарҙы сафҡа индереүе һәм студенттарҙы ҡыҙыҡ­һын­дырырлыҡ ниндәйҙер эште атҡарып сығыуы менән барыһын да хайран итә. Был юлы ла улар үҙҙәренең йолаларына тоғро ҡалды: Рәсәйҙә Экология йылы, республикабыҙҙа Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә спорт комплексында бына тигән планетарий асылған. Уҡыусылар, студенттар ғына түгел, хатта ололар ҙа бында теләп килә, Йыһан серҙәре менән таныша ала. Шулай уҡ тиҙҙән ҡеүәтле техниканы бер урынға туплаған заманса талаптарға яуап биргән технопарктың асылыуы көтөлә.
Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән  Матур байрам үткәргән...Төбәк өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләүҙә тос уңыштарға өлгәшкән Сибай институты илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләгән, милли рух уятҡан, халҡыбыҙҙың тарихына, уның йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, ата-бабалар аманатын бар тулылығында яңы быуынға тапшыра килә. Йола буйынса, һабантуй флагын күтәреү институттың иң яҡшы студенттарына – Зилә Ваһапова, Алина Бикбова һәм Салауат Бәрәкәтовтарға тапшырылды. Артабан бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргән һәм башҡа ырыуҙар парады булды.
Ниндәй һабантуй аттарһыҙ үтһен инде?! “Төйәләҫ” уҡыу-тәжрибә комплексында ат спорты менән шөғөлләнгән егет һәм ҡыҙҙар һыбай йөрөп, төрлө сығыштар күрһәтте. Майҙанда бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләрҙә халҡыбыҙҙың тормош-көн­күреш әйберҙәре, милли ризыҡтары ҡуйылғайны. Улар янында башҡорт халҡының милли йолаларын күрһәт­теләр, йырланылар, бейе­неләр... Артабан төрлө ярыштар башланды: кемдер үҙ көсөн көрәш майҙанында һынаһа, икенселәре етеҙлектә һәм таһыллыҡта алышты, бәғзеләре шахмат уйнаны. Кескәйҙәр өсөн дә ярыштар ойошторолдо.
Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән  Матур байрам үткәргән...
Зиннур ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, Сибай институты директоры:
– Элек-электән сәсеү эштәре тамамланғас, һабантуй үтер булған. Беҙ ҙә төп эшебеҙҙе, йәғни уҡыуҙы уңышлы тамамлап, һөҙөмтәләрҙе барлап, иң яҡшыларҙы билдәләү, көсөргәнешле уҡыу йылынан һуң бер аҙ ял итеү, милли асылыбыҙҙы юғалтмай, уны быуындан быуынға еткереү маҡсатында йыл һайын студент һәм йәшлек байрамы үткәрәбеҙ. Сараның тәрбиәүи яҡтан ғына түгел, белем биреү йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур. Тап ошо байрамда беҙ “Йыл студенты”н, “Иң яҡшы төркөм”дө, “Иң яҡшы факультет”ты билдәләйбеҙ.

Антон ШАРАНОВ, Башҡорт дәүләт университеты вәкиле:
– Башҡорт дәүләт университеты филиалдары араһында үҙенең матди-техник базаһы, уҡытыу кимәле, студенттарҙы эшкә урынлаштырыу һәм йәш быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү буйынса Сибай инс­титутына тиңләшкәндәр юҡ. Уҡыу йортоноң даны Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә яҡшы таныш. Бында белем алған студенттар йыл һайын Рәсәй, донъя буйынса төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән  Матур байрам үткәргән...
Гөлсирә Үҙәнбаева, һабантуйҙа ҡатнашыусы:
– Ейәнсәрем ошонда белем ала, “өләсәй, кил” тип саҡырғас, ҡарап, хайран ҡалып ултырам. Иҫ киткес матур тамаша, ысын һабантуй! Балаларыбыҙ белем алып ҡына ҡалмай, бейергә, йырларға ла өйрәнә икән, тирмәләрендә нимәләр генә юҡ! Артабан йыл һайын килергә йыйынам. Рәхмәт ошондай байрам ойошторғандары өсөн!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519