Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә һабантуйҙар парадын быйыл йәнә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты башланы. Көньяҡ Уралдағы төрлө белгестәр әҙерләгән был юғары уҡыу йорто республикала берҙән-бер студент һабантуйын ойоштора. Йылдағыса, белем усағы байрамды тарихи шәхестәр һәйкәлдәренә сәскә һалыуҙан башланы. Йыл һайын институт етәкселеге яңы объекттарҙы сафҡа индереүе һәм студенттарҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ ниндәйҙер эште атҡарып сығыуы менән барыһын да хайран итә. Был юлы ла улар үҙҙәренең йолаларына тоғро ҡалды: Рәсәйҙә Экология йылы, республикабыҙҙа Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә спорт комплексында бына тигән планетарий асылған. Уҡыусылар, студенттар ғына түгел, хатта ололар ҙа бында теләп килә, Йыһан серҙәре менән таныша ала. Шулай уҡ тиҙҙән ҡеүәтле техниканы бер урынға туплаған заманса талаптарға яуап биргән технопарктың асылыуы көтөлә.
Төбәк өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләүҙә тос уңыштарға өлгәшкән Сибай институты илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләгән, милли рух уятҡан, халҡыбыҙҙың тарихына, уның йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, ата-бабалар аманатын бар тулылығында яңы быуынға тапшыра килә. Йола буйынса, һабантуй флагын күтәреү институттың иң яҡшы студенттарына – Зилә Ваһапова, Алина Бикбова һәм Салауат Бәрәкәтовтарға тапшырылды. Артабан бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргән һәм башҡа ырыуҙар парады булды.
Ниндәй һабантуй аттарһыҙ үтһен инде?! “Төйәләҫ” уҡыу-тәжрибә комплексында ат спорты менән шөғөлләнгән егет һәм ҡыҙҙар һыбай йөрөп, төрлө сығыштар күрһәтте. Майҙанда бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләрҙә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш әйберҙәре, милли ризыҡтары ҡуйылғайны. Улар янында башҡорт халҡының милли йолаларын күрһәттеләр, йырланылар, бейенеләр... Артабан төрлө ярыштар башланды: кемдер үҙ көсөн көрәш майҙанында һынаһа, икенселәре етеҙлектә һәм таһыллыҡта алышты, бәғзеләре шахмат уйнаны. Кескәйҙәр өсөн дә ярыштар ойошторолдо.
Зиннур ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, Сибай институты директоры:– Элек-электән сәсеү эштәре тамамланғас, һабантуй үтер булған. Беҙ ҙә төп эшебеҙҙе, йәғни уҡыуҙы уңышлы тамамлап, һөҙөмтәләрҙе барлап, иң яҡшыларҙы билдәләү, көсөргәнешле уҡыу йылынан һуң бер аҙ ял итеү, милли асылыбыҙҙы юғалтмай, уны быуындан быуынға еткереү маҡсатында йыл һайын студент һәм йәшлек байрамы үткәрәбеҙ. Сараның тәрбиәүи яҡтан ғына түгел, белем биреү йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур. Тап ошо байрамда беҙ “Йыл студенты”н, “Иң яҡшы төркөм”дө, “Иң яҡшы факультет”ты билдәләйбеҙ.
Антон ШАРАНОВ, Башҡорт дәүләт университеты вәкиле:– Башҡорт дәүләт университеты филиалдары араһында үҙенең матди-техник базаһы, уҡытыу кимәле, студенттарҙы эшкә урынлаштырыу һәм йәш быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү буйынса Сибай институтына тиңләшкәндәр юҡ. Уҡыу йортоноң даны Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә яҡшы таныш. Бында белем алған студенттар йыл һайын Рәсәй, донъя буйынса төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Гөлсирә Үҙәнбаева, һабантуйҙа ҡатнашыусы:– Ейәнсәрем ошонда белем ала, “өләсәй, кил” тип саҡырғас, ҡарап, хайран ҡалып ултырам. Иҫ киткес матур тамаша, ысын һабантуй! Балаларыбыҙ белем алып ҡына ҡалмай, бейергә, йырларға ла өйрәнә икән, тирмәләрендә нимәләр генә юҡ! Артабан йыл һайын килергә йыйынам. Рәхмәт ошондай байрам ойошторғандары өсөн!