Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Гүзәл СИТДИҠОВА, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
– Ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам? Беренсенән, бала саҡтан һеңгән ғәҙәт буйынса. Атайым өйөбөҙгә дүрт телдә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдыра торғайны, шуларҙың береһе “Совет Башҡортостаны” ине. Дүрт тигәнгә аптырай ҙа ҡуялар, ул немец телен уҡытҡанлыҡтан, шул телдә лә алып уҡый ине.
Бала саҡта ололар гәзите нимәгә тимә­геҙ, унда беҙҙе ылыҡтырырлыҡ яҙмалар етерлек була торғайны ул. Әлбиттә, рәсмиҙәре, хеҙмәт алдынғылары тура­һында мәҡәләләрҙе уҡып тормай инем — күңелһеҙ сөнки. Әммә фотолары күҙгә салына һәм алдынғы булыу шәп нәмә икән тип мейегә лә һалына барған инде, шикһеҙ.
Дүртенсе бит иң ҡыҙығы ине, мот­лаҡ шуны уҡыйым. Аҙаҡ китапҡа инеп китер оҙон әҙәби әҫәрҙәр ҙә баҫыла ине бит. Кем алдан өлгөрөрҙән, талаша-талаша уҡый инек әле ул мауыҡ­тырғыстарын.

Ул саҡта ла һәр ғаилә гәзит алдырыр­лыҡ етеш йәшәмәне. Шуға ҡыҙыҡлы һандар ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡылыр ине.
Әле ауылдарҙа гәзит алдырыусылар кәмеүенә аптырап та ҡуям, бер нисә ғаилә ҡушылып булһа ла яҙылырға була бит!
Бер ҙә ҡалдырмай яҙылдым тип әйтә алмайым, ҡайһы йылдары почтаны рәтле йөрөтмәүҙәре, һәр һаны килеп етмәүе, гәзит майҙанын әрәм итеп йондоҙнамә кеүек юҡ-бар баҫылғанға ла йән көйөп яҙылмай ҡалған мәлдәр булып алды.
Хәҙер бит Интернет аша мәғлүмәт көнөндә-сәғәтендә килеп етеп тора, шуға гәзит кәрәк тә түгел кеүек. Әммә алдырам һәм “Башҡортостан”ды ғына түгел, бар­лыҡ башҡортса гәзит-журналды. Бары­һын да уҡып өлгөрмәһәм дә, ҡайһы бер һаны оҡшап етмәһә лә алдырам. Үҙ теләгебеҙ менән баш тартып бөтһәк, ябыласаҡ бит улар! Был — минең милли матбуғатты, тимәк, журналис­тикабыҙҙы, һаҡлауға индергән иғәнәм! Унан, ҡыҙыҡлы материалдарҙы һаҡларға ла һалып ҡуям — кәрәк була.
Уҡыр нәмә юҡ тип ебәрә ҡайһы берәү­ҙәр, һуң, үҙең яҙып бир уҡырлыҡ мәҡә­ләләрҙе! Гәзит штаты ҙур түгел, ә республикабыҙ иңләп сыҡҡыһыҙ! Моңмо ни электрон почта аша йә телефондан берәй ҡыҙыҡты хәбәр итә һалып ебәреү!
Гәзиттә, әйткәндәй, ҡәләме бай журналистар эшләй, тематиканы ла төрлән­дерергә тырышалар, бигерәк тә йома һанын көтөп алам, яратып уҡыйым.
Беҙҙең район гәзитендә В. Худовеков атлы бер тамсынан күлдәй мәҡәләләр яҙған хәбәрсе була торғайны. Үҙенең мәҡәләһе сыҡмаған һанды летучкала, уҡымлы түгел, тип тәнҡитләр ҙә ултырыр ине. Бына миңә лә “Башҡортостан”да үҙемдең яҙмалар сыҡҡан һандары үтә лә оҡшай инде.
Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, алдырайыҡ, яҙышайыҡ, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлайыҡ, үҫтерәйек, нисек яҡшыртырға — кәңәштәр бирәйек!
“Башҡортостан” — иң төп гәзитебеҙ бит!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523