Гүзәл СИТДИҠОВА, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам? Беренсенән, бала саҡтан һеңгән ғәҙәт буйынса. Атайым өйөбөҙгә дүрт телдә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдыра торғайны, шуларҙың береһе “Совет Башҡортостаны” ине. Дүрт тигәнгә аптырай ҙа ҡуялар, ул немец телен уҡытҡанлыҡтан, шул телдә лә алып уҡый ине.
Бала саҡта ололар гәзите нимәгә тимәгеҙ, унда беҙҙе ылыҡтырырлыҡ яҙмалар етерлек була торғайны ул. Әлбиттә, рәсмиҙәре, хеҙмәт алдынғылары тураһында мәҡәләләрҙе уҡып тормай инем — күңелһеҙ сөнки. Әммә фотолары күҙгә салына һәм алдынғы булыу шәп нәмә икән тип мейегә лә һалына барған инде, шикһеҙ.
Дүртенсе бит иң ҡыҙығы ине, мотлаҡ шуны уҡыйым. Аҙаҡ китапҡа инеп китер оҙон әҙәби әҫәрҙәр ҙә баҫыла ине бит. Кем алдан өлгөрөрҙән, талаша-талаша уҡый инек әле ул мауыҡтырғыстарын.Ул саҡта ла һәр ғаилә гәзит алдырырлыҡ етеш йәшәмәне. Шуға ҡыҙыҡлы һандар ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡылыр ине.
Әле ауылдарҙа гәзит алдырыусылар кәмеүенә аптырап та ҡуям, бер нисә ғаилә ҡушылып булһа ла яҙылырға була бит!
Бер ҙә ҡалдырмай яҙылдым тип әйтә алмайым, ҡайһы йылдары почтаны рәтле йөрөтмәүҙәре, һәр һаны килеп етмәүе, гәзит майҙанын әрәм итеп йондоҙнамә кеүек юҡ-бар баҫылғанға ла йән көйөп яҙылмай ҡалған мәлдәр булып алды.
Хәҙер бит Интернет аша мәғлүмәт көнөндә-сәғәтендә килеп етеп тора, шуға гәзит кәрәк тә түгел кеүек. Әммә алдырам һәм “Башҡортостан”ды ғына түгел, барлыҡ башҡортса гәзит-журналды. Барыһын да уҡып өлгөрмәһәм дә, ҡайһы бер һаны оҡшап етмәһә лә алдырам. Үҙ теләгебеҙ менән баш тартып бөтһәк, ябыласаҡ бит улар! Был — минең милли матбуғатты, тимәк, журналистикабыҙҙы, һаҡлауға индергән иғәнәм! Унан, ҡыҙыҡлы материалдарҙы һаҡларға ла һалып ҡуям — кәрәк була.
Уҡыр нәмә юҡ тип ебәрә ҡайһы берәүҙәр, һуң, үҙең яҙып бир уҡырлыҡ мәҡәләләрҙе! Гәзит штаты ҙур түгел, ә республикабыҙ иңләп сыҡҡыһыҙ! Моңмо ни электрон почта аша йә телефондан берәй ҡыҙыҡты хәбәр итә һалып ебәреү!
Гәзиттә, әйткәндәй, ҡәләме бай журналистар эшләй, тематиканы ла төрләндерергә тырышалар, бигерәк тә йома һанын көтөп алам, яратып уҡыйым.
Беҙҙең район гәзитендә В. Худовеков атлы бер тамсынан күлдәй мәҡәләләр яҙған хәбәрсе була торғайны. Үҙенең мәҡәләһе сыҡмаған һанды летучкала, уҡымлы түгел, тип тәнҡитләр ҙә ултырыр ине. Бына миңә лә “Башҡортостан”да үҙемдең яҙмалар сыҡҡан һандары үтә лә оҡшай инде.
Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, алдырайыҡ, яҙышайыҡ, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлайыҡ, үҫтерәйек, нисек яҡшыртырға — кәңәштәр бирәйек!
“Башҡортостан” — иң төп гәзитебеҙ бит!