Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кескәй Ватанымдың сағыу йондоҙо
Кескәй Ватанымдың сағыу йондоҙо Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ китапханаһында ауылдашыбыҙ – башҡорт журналисы, сатирик шағир, СССР-ҙың Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Булат Рафиҡов исемендәге премиялар лауреаты Сулпан Иманғоловтың оло юбилейына арналған хәтер кисәһе булды.
Әгәр ҙә үҙе иҫән булһа, ошо көндәрҙә уға 85 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теүәл 16 йыл элек әҙип фани донъя менән хушлашты.
Килгән ҡунаҡтар, яҙыусының туғандары иң тәүҙә мәсеттә Сулпан ағайҙың рухына хәйер-доғалар бағышланы. Унан инде барыһы ла ауыл китапханаһына юлланды. Хәтер кисәһе Сулпан Иманғоловтың бала сағын сәхнәләштереүҙән башланды.
Сулпан ағай тәүҙә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә уҡый. Һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала. Ошо арала туған Маҡар районының “Алға” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала, һәм шул ваҡыттан тиерлек уның тормошо матбуғат менән бергә үрелә. Мәскәүҙең Журналистар мәктәбендә лә ситтән тороп уҡып өлгөрә.
Әйткәндәй, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе музейында ауылы­быҙҙың тарихына ҡағылышлы бик бай мәғлүмәттәр урын алған, һәм шуларҙы туплауҙа Сулпан ағайҙың да өлөшө бик ҙур. Ул, фотоһүрәттәргә, архивтағы документтарға таянып, ауылыбыҙҙың тарихын өйрәнә башлаған. Ошо йүнәлештәге эҙләнеүҙәр эшен рус теле һәм тарих уҡытыусыһы, туған яҡты өйрәнеү түңәрәге етәксеһе, Сулпан ағайға килен тейешле Зөһрә Искәндәрова алып бара.
Әҙиптең “Тел тирмәне” исемле тәүге сатирик һәм юмористик шиғырҙар китабы 1969 йылда донъя күрә. Үҙ көсөн сатира һәм юмор жанрында һынап ҡараған шағир ғүмере буйы был өлкәгә тоғро ҡала. “Сатира еңгәм”, “Күҙлекле һуҡыр сысҡан” китаптарына ингән фельетон һәм мәҫәлдәрендә, “Салыш көҙгө”, “Таш ҡурсаҡ” йыйынтыҡтарына ингән сатирик шиғырҙарында ришүәтселекте, мутлашыуҙы фаш итә, хөрәфәттәрҙән әсе көлә.
Ижадының ҡайһы бер өлгөләре сәхнәнән дә яңғыраны. Был йәһәттән 7 йәшлек Гөлсөм Ғәлина “Әрпеш”, 9-сы класс уҡыусыһы Айзилә Ғәлиуллина “Фил һәм Көсөк” мәҫәлдәрен һөйләп, тамашасыны көлдөрҙө. Йәнә “Аҡландағы мәктәптә”, “Тәмле ҡояш”, “Йәшен-ҡылыс сере” китаптарынан шиғырҙары уҡылды. Ә Сулпан Иман­ғоловтың бер туған ағаһының ейәне – Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Ильяс Искәндәров әҙиптең нәҫеле тураһында бәйән итте.
Кисәгә Сулпан ағай Иманғо­ловтың иң яҡын кешеһе, бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бер туған һеңлеһе Ғәлиә апай, Өфөлә йәшәгән ҡыҙы Таңһылыу апай, туған­дары, яҡындары, әҙиптең ижадын яҡын күргән, ихтирам иткән ауылдаштарынан Ғайсар Ғәбйәлилов, Марат Сәфәрғолов, Нурғәле Ғәлин һәм башҡалар ҙа килгәйне. Улар Сулпан ағай менән бәйле хәтирәләрҙе быға тиклем беҙ ишетмәгәнсә һөйләп бирҙе. Ғайсар Ғәбйәлилов ағай: “Яҙыусы тыуып үҫкән Өсбәлеш, хәҙер Мәктәп тип аталған урамға Сулпан Иманғолов йә Иман­ғоловтар тигән исемде бирәйек. Был урамдан ике данлыҡлы шәхес сыҡҡан – береһе Сулпан ағай булһа, икенсеһе — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы Динислам ағай Иманғолов”, — тип тәҡдим яһаны.
Тәмле сәй табынында йәнле һөйләшеү ойошторолдо. Хәтер кисәһен үткәреүгә ауыл Советы хакимиәте, мәктәп коллективы, ауылыбыҙ ағинәйҙәре күп көс һалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519