Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ китапханаһында ауылдашыбыҙ – башҡорт журналисы, сатирик шағир, СССР-ҙың Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Булат Рафиҡов исемендәге премиялар лауреаты Сулпан Иманғоловтың оло юбилейына арналған хәтер кисәһе булды.Әгәр ҙә үҙе иҫән булһа, ошо көндәрҙә уға 85 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теүәл 16 йыл элек әҙип фани донъя менән хушлашты.
Килгән ҡунаҡтар, яҙыусының туғандары иң тәүҙә мәсеттә Сулпан ағайҙың рухына хәйер-доғалар бағышланы. Унан инде барыһы ла ауыл китапханаһына юлланды. Хәтер кисәһе Сулпан Иманғоловтың бала сағын сәхнәләштереүҙән башланды.
Сулпан ағай тәүҙә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә уҡый. Һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала. Ошо арала туған Маҡар районының “Алға” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала, һәм шул ваҡыттан тиерлек уның тормошо матбуғат менән бергә үрелә. Мәскәүҙең Журналистар мәктәбендә лә ситтән тороп уҡып өлгөрә.
Әйткәндәй, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе музейында ауылыбыҙҙың тарихына ҡағылышлы бик бай мәғлүмәттәр урын алған, һәм шуларҙы туплауҙа Сулпан ағайҙың да өлөшө бик ҙур. Ул, фотоһүрәттәргә, архивтағы документтарға таянып, ауылыбыҙҙың тарихын өйрәнә башлаған. Ошо йүнәлештәге эҙләнеүҙәр эшен рус теле һәм тарих уҡытыусыһы, туған яҡты өйрәнеү түңәрәге етәксеһе, Сулпан ағайға килен тейешле Зөһрә Искәндәрова алып бара.
Әҙиптең “Тел тирмәне” исемле тәүге сатирик һәм юмористик шиғырҙар китабы 1969 йылда донъя күрә. Үҙ көсөн сатира һәм юмор жанрында һынап ҡараған шағир ғүмере буйы был өлкәгә тоғро ҡала. “Сатира еңгәм”, “Күҙлекле һуҡыр сысҡан” китаптарына ингән фельетон һәм мәҫәлдәрендә, “Салыш көҙгө”, “Таш ҡурсаҡ” йыйынтыҡтарына ингән сатирик шиғырҙарында ришүәтселекте, мутлашыуҙы фаш итә, хөрәфәттәрҙән әсе көлә.
Ижадының ҡайһы бер өлгөләре сәхнәнән дә яңғыраны. Был йәһәттән 7 йәшлек Гөлсөм Ғәлина “Әрпеш”, 9-сы класс уҡыусыһы Айзилә Ғәлиуллина “Фил һәм Көсөк” мәҫәлдәрен һөйләп, тамашасыны көлдөрҙө. Йәнә “Аҡландағы мәктәптә”, “Тәмле ҡояш”, “Йәшен-ҡылыс сере” китаптарынан шиғырҙары уҡылды. Ә Сулпан Иманғоловтың бер туған ағаһының ейәне – Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Ильяс Искәндәров әҙиптең нәҫеле тураһында бәйән итте.
Кисәгә Сулпан ағай Иманғоловтың иң яҡын кешеһе, бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бер туған һеңлеһе Ғәлиә апай, Өфөлә йәшәгән ҡыҙы Таңһылыу апай, туғандары, яҡындары, әҙиптең ижадын яҡын күргән, ихтирам иткән ауылдаштарынан Ғайсар Ғәбйәлилов, Марат Сәфәрғолов, Нурғәле Ғәлин һәм башҡалар ҙа килгәйне. Улар Сулпан ағай менән бәйле хәтирәләрҙе быға тиклем беҙ ишетмәгәнсә һөйләп бирҙе. Ғайсар Ғәбйәлилов ағай: “Яҙыусы тыуып үҫкән Өсбәлеш, хәҙер Мәктәп тип аталған урамға Сулпан Иманғолов йә Иманғоловтар тигән исемде бирәйек. Был урамдан ике данлыҡлы шәхес сыҡҡан – береһе Сулпан ағай булһа, икенсеһе — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы Динислам ағай Иманғолов”, — тип тәҡдим яһаны.
Тәмле сәй табынында йәнле һөйләшеү ойошторолдо. Хәтер кисәһен үткәреүгә ауыл Советы хакимиәте, мәктәп коллективы, ауылыбыҙ ағинәйҙәре күп көс һалды.