Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЭШ УРЫНЫНДА ЙӘРӘХӘТЛӘНЕҮ. КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?
ЭШ УРЫНЫНДА ЙӘРӘХӘТЛӘНЕҮ. КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ? Ғәҙәттә, эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ техника хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеп, уларҙың имзаһын алалар. Аҙаҡтан был талаптар үтәләме? Етәкселек тә, ҡул аҫтындағылар ҙа инструкция буйынса ғына эш итәме?
Ниңә һуң производствола йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмемәй? Хатта бындай бәхетһеҙлекте йәшереп ҡалырға тырышып, яуаплылыҡтан ҡасалар...
Хеҙмәтте һаҡлау инспекторы кеүек кәрәкле вазифаның ҡыҫҡартылыуына күҙ йомоп ҡарау фажиғәгә тиң

Колхоз станында салғы үткерләгәндә күҙенә ҡайраҡ онтағы эләкте олатайымдың. Етәкселектән һораған булған күҙлек, ләкин уныһы бригадирға мөрәжәғәт итергә ҡушҡан, тегеһе тимерсегә ебәргән... Ҡыҫҡаһы, “эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа” кеүек килеп сыҡҡан. Ғәзиз кешемдең яфаланыуын дошманыңа теләмәҫһең. Күҙҙең алмаһын (ярай береһе генә зарарланған) ҡытыршы әйбер ныҡ ышҡыйҙыр, күрәһең, тәүҙә ул ҡыҙарҙы, унан бөтөнләй ябылды һәм шешеп сыҡты. Дауаханаға юлланыр алдынан хужалыҡ рәйесе күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, һаулыҡ та һорашмай тупһа аша абына-йығыла килеп инде. Ике аралағы һөйләшеүҙе үҙем ишеттем.
– Зинһар, мине тыңла, төпсөнһәләр, өйҙә балта сарлағанда, тип әйт, ни һораһаң... – тине ул тотлоға-тотлоға.
– Ысынында гаражда имгәндем бит, – тине уны-быны төшөнмәгән олатайым, уң ҡулы менән күҙен баҫып.
Ҡыҫҡаһы, партия сәйәсәтен оҙаҡ аңлатты “саҡырылмаған ҡунаҡ”. Хәлде көйләгәс, ғәҙәттәгесә, мыйығын өҫкә һыпырып ҡуйҙы. Баҡтиһәң, “эш урынында йәрәхәт алыу” менән “көнкүрештә йәрәхәтләнеү” араһында айырма ҙур ғына икән. Алдынғы хужалыҡҡа ҡара тап төшмәһен, айырыуса яуаплылыҡтан ҡотолоу өсөн рәйес шундай хәйләгә барғандыр.

Һәр беребеҙгә иртән эшкә килеү, кис иһә ғаилә мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, йортоңа ашы­ғыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Килешәйек, һирәктәр генә “эш урынында берәй бәхетһеҙлек осрағына эләгеп ҡуймаһам ярар ине” тип хафаланалыр, йәғни хеҙмәт хәүеф­һеҙлеге хаҡында борсолалыр. Ысынлап та, асылда кемегеҙ шул турала уйлай? Ми­неңсә, ул ҡайһы берәүҙәрҙең ике ятып бер төшөнә лә инмәй.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспек­цияһы етәксеһе Татьяна Астрелина белдереүенсә, һәр кем эш урынынан өйөнә иҫән-һау ҡайтһын өсөн, ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла. Уңайлы шарттар тыуҙырыу, камиллыҡҡа ынтылыу, белгесте ҡайтанан уҡытыу, яңылыҡтар индереү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәләгә тарыу, ҡазаланыу, мәңге­леккә зәғиф булып ҡалыу бигерәк тә үкенесле, ә инде әҙәм бала­һының ғүмере өҙөлөүе тураһында әйтәһе лә түгел.
– Дәүләт инспекцияһы белгес­тәре тарафынан былтыр хеҙмәт тураһында законды үтәү мәсьә­ләләре буйынса 2 037 тикшереү үткәрелде, – тип һөйләй Татьяна Николаевна. – 7 182 законды тупаҫ боҙоу осрағы теркәлде, уларҙы төҙәтеү маҡсатында 1 769 күрһәтмә яҙылды, 4 624 эш биреүсе административ яуаплы­лыҡҡа тарттырылды – улар бөтәһе 98 миллион һум штраф түләргә бурыслы.
Хәҙер берәй шөрөптө бороп алыу өсөн ҡулды тәрән уйымға тығып ыҙаламайбыҙ, ә бармаҡ­тың осо менән генә йомшаҡ төймәгә баҫып эш итәбеҙ, техник прогресс сәскә атҡан заманда ғүмер итәбеҙ. Әммә производствола имгәнеү һаман да көнүҙәк мәсьәлә һанала. Уны бөтөрөү буйынса саралар күрелһә лә, проб­леманың осо-ҡырыйы күрен­мәгән кеүек тойола. Бәхетһеҙлек осраҡтары айырыуса эшкәртеү һәм етештереү тармаҡтарында, төҙөлөштә, сауҙала, транспортта, автосервиста, элемтәлә, көн­күреш әйберҙәрен ремонтлау йүнәлешендә йыш теркәлә.
ЭШ УРЫНЫНДА ЙӘРӘХӘТЛӘНЕҮ. КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?Эш урынында йәрәхәтләнеү нилектән була? Хеҙмәт хәүеф­һеҙлеген һаҡлауға вайымһыҙ ҡараштанмы? Слесарь, механизатор, токарь, һауынсы, хатта көтөүсе һаман да бала аҡылы менән йәшәйме? Деталдең ниндәйенә ҡағылырға, ҡорол­маның ҡайһы һалмауырын ҡуҙғатырға ярамай тигәнде белмәйме, өҫкә менгәндә йәки юғарынан төшкәндә үтә һаҡһыҙ ҡыланамы? Бәлки, фажиғә иғтибарһыҙлыҡ бәләһелер? Үҙ-үҙеңә артыҡ ышаныусанлыҡмы? Бәхетһеҙлек нигеҙендә ашығыу ише сәбәптең ятыуын да инҡар итеп булмай. Уйлай китһәң, осона сығырмын, тимә!
Дөрөҫө шул: һәр ҡайҙа ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл генә үтәлмәй, хәүеф янаған техника-ҡоролмаға яуаплы белгес­тәрҙең квалификацияһы түбән, шул уҡ ваҡытта эшселәр үҙҙәре барлыҡ һаҡланыу сараларына бармаҡ аша ҡарай.
Был эштең хеҙмәт шарт­тарының уңайлы булыуына ла бәйлелеген берәйһе инҡар итерме? Юҡтыр. Ябай ғына миҫал. Сит ил маркалы “Джон Дир” ашлыҡ йыйыу комбайнында беренсе мәртәбә киң баҫыуҙы әйләнеп килгән игенсенең татлы кисерештәрен һөйләп аңла­тырлыҡ түгел. Уны барып күрергә кәрәк! “Бөтәһе лә күҙ алдында, техникаға идара итеү уңайлы, тыңлаусан тай шикелле барыһын да теүәл үтәй”, – тигән 50-не түңәрәкләгән бер абзыйҙың тәүге тапҡыр атҡа менгән малайҙай шатланыуына шаһит булдыҡ. Ул белдереүенсә, элек иҫке комбайнды ремонтлауға күп ваҡыт китһә һәм аҙым һайын бәлә-ҡаза һағалаһа, хәҙер ул мәсьәлә артҡы планға күскән.
Йәшерен-батырын түгел, эш урынындағы бәхетһеҙлек ос­раҡтарының йылмайыуына төп производство фондының ныҡ таушалыуы айырыуса булышлыҡ итә. Билдәле, тотонолған техника даими запас частар һорап йонсота, ундағы тутыҡ механизмға йән өрөү йәки уны яңыға алмашты­рыу ябай хеҙмәткәргә йөкмә­телгән. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә йәш фермерҙың интеккәнен, хатта саҡ машина аҫтында (домкрат тайып китте) ҡалмауын үҙебеҙ күреп һыҙлан­дыҡ. “Деталдәре генә түгел, ә “тимер ат” үҙе тотош туҙған бит, ниңә яңыһын талап итмәйһең?” – тип аҡыл өй­рә­теүебеҙгә, “Бул­маҫтайҙы ләпел­дәмәгеҙ әле, утҡа май һибеүселәр былай ҙа муйындан ашҡан”, – тине ул, асыу­ланып. Етәкселеккә иһә тиҙ арала автопаркты яңыртыу – замана талабы икәнен төшөндөрөү файҙаһыҙ ине...
Иманым камил, үҙ башын һаҡлаған водитель иң күбе биш йыл һайын “ҡорос ат”ын алмаштыра, улай ғына ла түгел, йәндәй күргән тоғро дуҫына техник күҙәтеүҙе даими уҙғара. Ғөмүмән алғанда, предприятие-ойош­маларҙа был тәңгәлдә эштәр айырыуса шәп көйләнгән булырға тейеш. Әммә барыһы ла теүәл үтәлһә икән дә... Илебеҙҙәге ҡулайлаштырыу процесы был өлкәгә лә ҡағылмай ҡағылманы – байтаҡ урындарҙа хеҙмәтте һаҡлау инспекторы кеүек кәрәкле вазифа ҡыҫ­ҡартылған йәки был функцияны уға бөтөнләй ҡағы­лышы булмаған бүтән һөнәр эйәһе башҡара. Мәҫәлән, ҡала поликлиникаһында слесарға хеҙмәтте һаҡлау инспекторы тигән яуаплы бурысты йөкмәтеү­ҙәрен ишетеп, саҡ артҡа ҡолап китмәнек. Был ҡыш һы­йырға септә ябындырыуға тиң.
“Таргин Логистика” яуап­лы­лығы сикләнгән йәмғиәте тирә­һендә ҡуйырған ҡара болотто күп­тәр хәтерләйҙер. Ябай эш­сенең ҡеүәтле предприятиены судта еңеүен ишетеп-белеп, күптәрҙә ышаныс артҡандыр. “КамАЗ” водителе автоцистер­наға һыу тултырғанда йыртыҡ шлангынан һыу ситкә сәптереп торған. Быны ул шәйләмәгән һәм ҡап­ҡасты япҡас, өҫтән төшкәндә аяғы менән күләүеккә баҫып тайыу сәбәпле ергә ҡолап төшкән. Иң аяныслыһы – умыртҡа һөйәген һындырған. Артабан күп йылдар дауаханала ятыу һәм икенсе төркөм инвалидлыҡ алыу... Судьяның “йәмғиәт зыян күреү­сегә компенсация түләргә тейеш” тигән ҡарары менән бер нисек тә килешмәйенсә, сөнки сумма бик әҙ күләмдә бил­дәләнгән, тағы ла суд юлын тапау. Һөҙөмтәлә предприятие элекке эшсеһенә 400 мең һум күләмендә компенсация түләгән.
Бер мәғлүмәт менән танышыу тәрән уйланырға мәжбүр итте. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 21 бәхетһеҙлек осрағы буйынса тикшереү ойошторған, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, шуның бере­һендә үлем осрағы теркәлгән. Иң аптыратҡаны шул: бер осраҡта ғына “эш урынында имгәнгән” тигән яҙыу һаҡланған. Имеш, ҡалғандарының барыһында ла көнкүрештә йәрәхәт алғандар. Дәүләт инспекторы был эштәрҙең 90 проценты производствола ҡылыныуын инҡар итмәй.
Хәҙерге ваҡытта ла хеҙмәткәр эштә йәрәхәтләнгәндә етәк­селектең “ЧП”-ны йәшереп ҡал­дырыу осраҡтары йыш теркәлә. Эшҡыуар ҡул аҫтындағы кеше­һенә мул ғына аҡса төртөп, ялғанларға мәжбүр итә.
– Әгәр ҙә хеҙмәткәр станок янында йә кабинетта бәләгә тарып, артабан ул кеше үлмәһә, ошо бәхетһеҙлек осрағын йәше­реп ҡалдырыу бер ҙә ауыр түгел, – тип аңлатма бирә оҙаҡ йылдар совхоз директоры вазифаһын йөкмәгән яҡташым. – Хужа кеше­гә кемделер үҙ яғына ауҙарыу үтә еңел. Бары тик “өндәшмә, һорағаныңды тү­ләрмен” тигән девизды онотмаҫҡа кәрәк.
Ә кемдең өйөнән сүпте сығар­ғыһы килһен, дөрөҫөрәге, үҙенең ғәйебен белдергеһе?
Бер нисә йыл элек Әлшәй ра­йонындағы “Агротехснаб” пред­прия­тиеһында теркәлгән ҡот осҡос фажиғә күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер, моғайын. Йәй уртаһында өс кешенең ғүмере бер юлы өҙөлһөнсө! Ул көндә канализация-насос станцияһының шахтаһын ремонтлаған саҡта соҡор эсенә таралған көкөртлө водородты һулау арҡаһында эшселәрҙең береһе аңын юғалт­ҡан. Респиратор кеймәгән һәм страховкалаусы арҡанды үҙҙәре­нә бәйләмәгән ике иптәше тиҙ арала уға ярҙамға ашыҡҡан, ләкин үҙҙәре лә шахтаның ҡорба­нына әйләнгән.
Һуңынан аңлатма би­реүҙә­ренсә, етәксе эшселәргә хәүеф­һеҙ хеҙмәт шарттары тыуҙыр­маған, хеҙмәткәрҙең береһе лә хеҙмәтте һаҡлау буйынса мәғлү­мәт алмаған һәм индивидуаль һаҡ­ланыу саралары менән тәь­мин ителмәгән булған. Әгәр предприятие етәксеһе канализация-насос станцияһына авария сиг­нали­зацияһын, ел­ләтеү ҡоролма­һын һәм көкөртлө водород кимә­лен үлсәй торған газ анализаторын ваҡытында беркетһә, бындай тетрәндергес хәлгә юл ҡуйылмаҫ ине.
Дәүләт инспекторының һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, һәр осраҡта ла төп сәбәптәрҙең береһе – эш менән тәьмин итеүсенең һәм вазифалы кешенең яуапһыҙлығы. Хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыт­мау, махсус кейем-һалым бирмәү һәм башҡа уңайлыҡтар тыуҙыр­мау – быға миҫал. Ә шулай ҙа һуңғы йылдарҙа үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланып, “Муму” роленән арынып, дөрөҫ мәғлүмәтте тейешле урынға еткереүҙе отошло һа­наған­дар һаны арта. Халыҡтың әүҙемлеге, һүҙ ҙә юҡ, ҡыуаныслы. Бындай осраҡта бәлә менән күҙмә-күҙ осрашҡандар страховка аҡ­саһына дәғүә итә ала. Улай ғына ла түгел, етәксе уға компенсация һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ булғаны өсөн эш хаҡын да түләргә тейеш. Коллектив килешеүгә “матди ярҙам күрһә­телергә тейеш” тигән параграф өҫтәлһә, уныһын да ҡайырып аласаҡ. Был рәсми эшкә урын­лашҡандарға ғына ҡағыла. Әгәр киреһенсә икән, хеҙмәт буйынса инспекция вәкиле көнлөксөгә бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ, был осраҡта ғәҙеллек яҡлау­сының мөм­кинлектәре ныҡ сик­лән­гән. Бер ҡайҙа ла рәсми яҙыу булмағас, суд юлын тапауҙан ни фәтүә!
Дөйөмләштереп әйткәндә, производствола йәрәхәтләнеү бел­гескә тейешле эш шарттары тыу­ҙырмауға һәм хеҙмәтте һаҡлауҙы дөрөҫ ойоштормауға туранан-тура бәйләнгән. Ә был хәл, үҙ сиратында, илебеҙҙең хеҙмәт потенциалын кәметеүгә килтерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521