Ғәҙәттә, эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ техника хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеп, уларҙың имзаһын алалар. Аҙаҡтан был талаптар үтәләме? Етәкселек тә, ҡул аҫтындағылар ҙа инструкция буйынса ғына эш итәме?
Ниңә һуң производствола йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмемәй? Хатта бындай бәхетһеҙлекте йәшереп ҡалырға тырышып, яуаплылыҡтан ҡасалар...
Хеҙмәтте һаҡлау инспекторы кеүек кәрәкле вазифаның ҡыҫҡартылыуына күҙ йомоп ҡарау фажиғәгә тиңКолхоз станында салғы үткерләгәндә күҙенә ҡайраҡ онтағы эләкте олатайымдың. Етәкселектән һораған булған күҙлек, ләкин уныһы бригадирға мөрәжәғәт итергә ҡушҡан, тегеһе тимерсегә ебәргән... Ҡыҫҡаһы, “эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа” кеүек килеп сыҡҡан. Ғәзиз кешемдең яфаланыуын дошманыңа теләмәҫһең. Күҙҙең алмаһын (ярай береһе генә зарарланған) ҡытыршы әйбер ныҡ ышҡыйҙыр, күрәһең, тәүҙә ул ҡыҙарҙы, унан бөтөнләй ябылды һәм шешеп сыҡты. Дауаханаға юлланыр алдынан хужалыҡ рәйесе күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, һаулыҡ та һорашмай тупһа аша абына-йығыла килеп инде. Ике аралағы һөйләшеүҙе үҙем ишеттем.
– Зинһар, мине тыңла, төпсөнһәләр, өйҙә балта сарлағанда, тип әйт, ни һораһаң... – тине ул тотлоға-тотлоға.
– Ысынында гаражда имгәндем бит, – тине уны-быны төшөнмәгән олатайым, уң ҡулы менән күҙен баҫып.
Ҡыҫҡаһы, партия сәйәсәтен оҙаҡ аңлатты “саҡырылмаған ҡунаҡ”. Хәлде көйләгәс, ғәҙәттәгесә, мыйығын өҫкә һыпырып ҡуйҙы. Баҡтиһәң, “эш урынында йәрәхәт алыу” менән “көнкүрештә йәрәхәтләнеү” араһында айырма ҙур ғына икән. Алдынғы хужалыҡҡа ҡара тап төшмәһен, айырыуса яуаплылыҡтан ҡотолоу өсөн рәйес шундай хәйләгә барғандыр. Һәр беребеҙгә иртән эшкә килеү, кис иһә ғаилә мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, йортоңа ашығыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Килешәйек, һирәктәр генә “эш урынында берәй бәхетһеҙлек осрағына эләгеп ҡуймаһам ярар ине” тип хафаланалыр, йәғни хеҙмәт хәүефһеҙлеге хаҡында борсолалыр. Ысынлап та, асылда кемегеҙ шул турала уйлай? Минеңсә, ул ҡайһы берәүҙәрҙең ике ятып бер төшөнә лә инмәй.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина белдереүенсә, һәр кем эш урынынан өйөнә иҫән-һау ҡайтһын өсөн, ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла. Уңайлы шарттар тыуҙырыу, камиллыҡҡа ынтылыу, белгесте ҡайтанан уҡытыу, яңылыҡтар индереү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәләгә тарыу, ҡазаланыу, мәңгелеккә зәғиф булып ҡалыу бигерәк тә үкенесле, ә инде әҙәм балаһының ғүмере өҙөлөүе тураһында әйтәһе лә түгел.
– Дәүләт инспекцияһы белгестәре тарафынан былтыр хеҙмәт тураһында законды үтәү мәсьәләләре буйынса 2 037 тикшереү үткәрелде, – тип һөйләй Татьяна Николаевна. – 7 182 законды тупаҫ боҙоу осрағы теркәлде, уларҙы төҙәтеү маҡсатында 1 769 күрһәтмә яҙылды, 4 624 эш биреүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды – улар бөтәһе 98 миллион һум штраф түләргә бурыслы.
Хәҙер берәй шөрөптө бороп алыу өсөн ҡулды тәрән уйымға тығып ыҙаламайбыҙ, ә бармаҡтың осо менән генә йомшаҡ төймәгә баҫып эш итәбеҙ, техник прогресс сәскә атҡан заманда ғүмер итәбеҙ. Әммә производствола имгәнеү һаман да көнүҙәк мәсьәлә һанала. Уны бөтөрөү буйынса саралар күрелһә лә, проблеманың осо-ҡырыйы күренмәгән кеүек тойола. Бәхетһеҙлек осраҡтары айырыуса эшкәртеү һәм етештереү тармаҡтарында, төҙөлөштә, сауҙала, транспортта, автосервиста, элемтәлә, көнкүреш әйберҙәрен ремонтлау йүнәлешендә йыш теркәлә.
Эш урынында йәрәхәтләнеү нилектән була? Хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлауға вайымһыҙ ҡараштанмы? Слесарь, механизатор, токарь, һауынсы, хатта көтөүсе һаман да бала аҡылы менән йәшәйме? Деталдең ниндәйенә ҡағылырға, ҡоролманың ҡайһы һалмауырын ҡуҙғатырға ярамай тигәнде белмәйме, өҫкә менгәндә йәки юғарынан төшкәндә үтә һаҡһыҙ ҡыланамы? Бәлки, фажиғә иғтибарһыҙлыҡ бәләһелер? Үҙ-үҙеңә артыҡ ышаныусанлыҡмы? Бәхетһеҙлек нигеҙендә ашығыу ише сәбәптең ятыуын да инҡар итеп булмай. Уйлай китһәң, осона сығырмын, тимә!
Дөрөҫө шул: һәр ҡайҙа ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл генә үтәлмәй, хәүеф янаған техника-ҡоролмаға яуаплы белгестәрҙең квалификацияһы түбән, шул уҡ ваҡытта эшселәр үҙҙәре барлыҡ һаҡланыу сараларына бармаҡ аша ҡарай.
Был эштең хеҙмәт шарттарының уңайлы булыуына ла бәйлелеген берәйһе инҡар итерме? Юҡтыр. Ябай ғына миҫал. Сит ил маркалы “Джон Дир” ашлыҡ йыйыу комбайнында беренсе мәртәбә киң баҫыуҙы әйләнеп килгән игенсенең татлы кисерештәрен һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Уны барып күрергә кәрәк! “Бөтәһе лә күҙ алдында, техникаға идара итеү уңайлы, тыңлаусан тай шикелле барыһын да теүәл үтәй”, – тигән 50-не түңәрәкләгән бер абзыйҙың тәүге тапҡыр атҡа менгән малайҙай шатланыуына шаһит булдыҡ. Ул белдереүенсә, элек иҫке комбайнды ремонтлауға күп ваҡыт китһә һәм аҙым һайын бәлә-ҡаза һағалаһа, хәҙер ул мәсьәлә артҡы планға күскән.
Йәшерен-батырын түгел, эш урынындағы бәхетһеҙлек осраҡтарының йылмайыуына төп производство фондының ныҡ таушалыуы айырыуса булышлыҡ итә. Билдәле, тотонолған техника даими запас частар һорап йонсота, ундағы тутыҡ механизмға йән өрөү йәки уны яңыға алмаштырыу ябай хеҙмәткәргә йөкмәтелгән. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә йәш фермерҙың интеккәнен, хатта саҡ машина аҫтында (домкрат тайып китте) ҡалмауын үҙебеҙ күреп һыҙландыҡ. “Деталдәре генә түгел, ә “тимер ат” үҙе тотош туҙған бит, ниңә яңыһын талап итмәйһең?” – тип аҡыл өйрәтеүебеҙгә, “Булмаҫтайҙы ләпелдәмәгеҙ әле, утҡа май һибеүселәр былай ҙа муйындан ашҡан”, – тине ул, асыуланып. Етәкселеккә иһә тиҙ арала автопаркты яңыртыу – замана талабы икәнен төшөндөрөү файҙаһыҙ ине...
Иманым камил, үҙ башын һаҡлаған водитель иң күбе биш йыл һайын “ҡорос ат”ын алмаштыра, улай ғына ла түгел, йәндәй күргән тоғро дуҫына техник күҙәтеүҙе даими уҙғара. Ғөмүмән алғанда, предприятие-ойошмаларҙа был тәңгәлдә эштәр айырыуса шәп көйләнгән булырға тейеш. Әммә барыһы ла теүәл үтәлһә икән дә... Илебеҙҙәге ҡулайлаштырыу процесы был өлкәгә лә ҡағылмай ҡағылманы – байтаҡ урындарҙа хеҙмәтте һаҡлау инспекторы кеүек кәрәкле вазифа ҡыҫҡартылған йәки был функцияны уға бөтөнләй ҡағылышы булмаған бүтән һөнәр эйәһе башҡара. Мәҫәлән, ҡала поликлиникаһында слесарға хеҙмәтте һаҡлау инспекторы тигән яуаплы бурысты йөкмәтеүҙәрен ишетеп, саҡ артҡа ҡолап китмәнек. Был ҡыш һыйырға септә ябындырыуға тиң.
“Таргин Логистика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тирәһендә ҡуйырған ҡара болотто күптәр хәтерләйҙер. Ябай эшсенең ҡеүәтле предприятиены судта еңеүен ишетеп-белеп, күптәрҙә ышаныс артҡандыр. “КамАЗ” водителе автоцистернаға һыу тултырғанда йыртыҡ шлангынан һыу ситкә сәптереп торған. Быны ул шәйләмәгән һәм ҡапҡасты япҡас, өҫтән төшкәндә аяғы менән күләүеккә баҫып тайыу сәбәпле ергә ҡолап төшкән. Иң аяныслыһы – умыртҡа һөйәген һындырған. Артабан күп йылдар дауаханала ятыу һәм икенсе төркөм инвалидлыҡ алыу... Судьяның “йәмғиәт зыян күреүсегә компенсация түләргә тейеш” тигән ҡарары менән бер нисек тә килешмәйенсә, сөнки сумма бик әҙ күләмдә билдәләнгән, тағы ла суд юлын тапау. Һөҙөмтәлә предприятие элекке эшсеһенә 400 мең һум күләмендә компенсация түләгән.
Бер мәғлүмәт менән танышыу тәрән уйланырға мәжбүр итте. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 21 бәхетһеҙлек осрағы буйынса тикшереү ойошторған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуның береһендә үлем осрағы теркәлгән. Иң аптыратҡаны шул: бер осраҡта ғына “эш урынында имгәнгән” тигән яҙыу һаҡланған. Имеш, ҡалғандарының барыһында ла көнкүрештә йәрәхәт алғандар. Дәүләт инспекторы был эштәрҙең 90 проценты производствола ҡылыныуын инҡар итмәй.
Хәҙерге ваҡытта ла хеҙмәткәр эштә йәрәхәтләнгәндә етәкселектең “ЧП”-ны йәшереп ҡалдырыу осраҡтары йыш теркәлә. Эшҡыуар ҡул аҫтындағы кешеһенә мул ғына аҡса төртөп, ялғанларға мәжбүр итә.
– Әгәр ҙә хеҙмәткәр станок янында йә кабинетта бәләгә тарып, артабан ул кеше үлмәһә, ошо бәхетһеҙлек осрағын йәшереп ҡалдырыу бер ҙә ауыр түгел, – тип аңлатма бирә оҙаҡ йылдар совхоз директоры вазифаһын йөкмәгән яҡташым. – Хужа кешегә кемделер үҙ яғына ауҙарыу үтә еңел. Бары тик “өндәшмә, һорағаныңды түләрмен” тигән девизды онотмаҫҡа кәрәк.
Ә кемдең өйөнән сүпте сығарғыһы килһен, дөрөҫөрәге, үҙенең ғәйебен белдергеһе?
Бер нисә йыл элек Әлшәй районындағы “Агротехснаб” предприятиеһында теркәлгән ҡот осҡос фажиғә күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер, моғайын. Йәй уртаһында өс кешенең ғүмере бер юлы өҙөлһөнсө! Ул көндә канализация-насос станцияһының шахтаһын ремонтлаған саҡта соҡор эсенә таралған көкөртлө водородты һулау арҡаһында эшселәрҙең береһе аңын юғалтҡан. Респиратор кеймәгән һәм страховкалаусы арҡанды үҙҙәренә бәйләмәгән ике иптәше тиҙ арала уға ярҙамға ашыҡҡан, ләкин үҙҙәре лә шахтаның ҡорбанына әйләнгән.
Һуңынан аңлатма биреүҙәренсә, етәксе эшселәргә хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары тыуҙырмаған, хеҙмәткәрҙең береһе лә хеҙмәтте һаҡлау буйынса мәғлүмәт алмаған һәм индивидуаль һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән булған. Әгәр предприятие етәксеһе канализация-насос станцияһына авария сигнализацияһын, елләтеү ҡоролмаһын һәм көкөртлө водород кимәлен үлсәй торған газ анализаторын ваҡытында беркетһә, бындай тетрәндергес хәлгә юл ҡуйылмаҫ ине.
Дәүләт инспекторының һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр осраҡта ла төп сәбәптәрҙең береһе – эш менән тәьмин итеүсенең һәм вазифалы кешенең яуапһыҙлығы. Хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡытмау, махсус кейем-һалым бирмәү һәм башҡа уңайлыҡтар тыуҙырмау – быға миҫал. Ә шулай ҙа һуңғы йылдарҙа үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланып, “Муму” роленән арынып, дөрөҫ мәғлүмәтте тейешле урынға еткереүҙе отошло һанағандар һаны арта. Халыҡтың әүҙемлеге, һүҙ ҙә юҡ, ҡыуаныслы. Бындай осраҡта бәлә менән күҙмә-күҙ осрашҡандар страховка аҡсаһына дәғүә итә ала. Улай ғына ла түгел, етәксе уға компенсация һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ булғаны өсөн эш хаҡын да түләргә тейеш. Коллектив килешеүгә “матди ярҙам күрһәтелергә тейеш” тигән параграф өҫтәлһә, уныһын да ҡайырып аласаҡ. Был рәсми эшкә урынлашҡандарға ғына ҡағыла. Әгәр киреһенсә икән, хеҙмәт буйынса инспекция вәкиле көнлөксөгә бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ, был осраҡта ғәҙеллек яҡлаусының мөмкинлектәре ныҡ сикләнгән. Бер ҡайҙа ла рәсми яҙыу булмағас, суд юлын тапауҙан ни фәтүә!
Дөйөмләштереп әйткәндә, производствола йәрәхәтләнеү белгескә тейешле эш шарттары тыуҙырмауға һәм хеҙмәтте һаҡлауҙы дөрөҫ ойоштормауға туранан-тура бәйләнгән. Ә был хәл, үҙ сиратында, илебеҙҙең хеҙмәт потенциалын кәметеүгә килтерә.