Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Икмәк булһа... Оло Ыҡтамаҡ ауылында Рәйес Әфләтүнов асҡан икмәкхана бына ете йыл инде район халҡын тәмле һәм хуш еҫле ризыҡ менән тәьмин итә. Бында тәүлегенә 1200 данаға тиклем ҡалас бешерелә, шулай уҡ бер нисә башҡа төр ашамлыҡ етештерелә.
Йүнсел үҙ маҡсатын тормош­ҡа ашырыуҙа ярҙамсылар итеп эш яратҡандарҙы, ҡушылғанды күңел биреп башҡарғандарҙы йәлеп иткән. Яуаплы һәм төп хәс­тәр, әл­биттә, икмәк беше­реү­селәр иңен­дә. Бында оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған Тәслимә Ғарипова менән Фатима Сә­ли­хова оло тәжрибәгә эйә. Күптән түгел хаҡлы ялға китеүселәрҙе алмаштырған Дания Заһитова менән Зилә Зәбихул­линаны үҙ һөнәре серҙәренә бик теләп өйрәтә оҫталар. Һәр йорт өҫтәлендә көн дә түрҙән урын ал­ған ризыҡтың ағын да, ҡараһын да, ондоң бойҙайҙан да, арыштан да тарттырылғанын бешерәләр бында.
Ризыҡтың һәр төрөн әҙерләү­ҙең үҙ нескәлектәре бар, тейешле технологик талаптар еренә еткереп үтәлә. Баҙар шарттарында баш­ҡаса эшләү мөмкин дә түгел. Продукцияның сифаты буйынса тикшереү­се­ләр ҙә, һатып алыусылар ҙә дәғүә йә ҡәнәғәт­һеҙ­лек белдергәне юҡ. Икмәк һәм башҡа ашам­лыҡ­тарҙы бер тәмләп ҡарағандар бында мотлаҡ икенсегә килә.
Кәштәләрҙең тиҙ арала бушауына ризыҡ хаҡтарының әллә ни тешләшмәүе лә йоғонто яһай. Эш­ҡыуарҙың “икмәк – төп ризы­ғыбыҙ, уны барыһы ла һатып алыр­лыҡ булырға тейеш” тигән һүҙ­ҙәре лә уның үҙ коллективы менән кешеләргә хеҙмәт итеүен күрһәтә.
– Райондың көньяҡ өлөшөн­дә, Әй буйында урынлашҡан ауыл­дарҙы, шулай уҡ бөтөнләй икенсе яҡта ятҡан Тәкә менән Абдулланы, республиканан ситтә лә киң билдә­лелек яулаған “Ҡарағай” шифа­ханаһын, шулай уҡ күпселек балалар баҡса­ларын һәм мәктәп­тәрҙе икмәк менән тәьмин итәбеҙ, – тип һөйләй Рәйес Рәмил улы. – Балаларға һәм уҡыусыларға махсус сертификат буйынса витаминлы ризыҡ бешерһәк, илебеҙҙең төрлө тарафтарынан “Ҡарағай”ға килеүселәр уның көрпәлеһенә өҫтөнлөк бирә.
Әйткәндәй, йүнсел үҙе Теләш ауылынан. Унда тиклем 25 саҡ­рымлыҡ юлдың әллә ни рәте булмаһа ла, яҡташтарын да онот­май: уларға ла тәмле икмәген көн дә алып барыуҙы яйға һалған.
Күрше Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡа­лаһындағы техникумда механик һөнәрен үҙ­ләш­тереп, оҙаҡ йылдар машина-трактор оҫтаха­на­һын етәк­ләгән Рәйес Әфләтүновты тыуған тө­йә­гендә лә ыңғай яҡтан ғына телгә алалар. 2010 йылда иһә үҙ кәсебен асып, икмәк бешереүгә то­тон­ған. Тиҙҙән ул етештергән ашамлыҡ сифаты һәм тәме яғынан районда “иң яҡшы” тигән баһаға лайыҡ бу­ла, артабан эшҡыуар менән фекерҙәштәре был ки­мәлдән түбән төшмәй. Коллективтың балалар учреждениелары өсөн икмәк бешереү хоҡуғы биргән тендерҙарҙа даими еңеү яулауы ла – быға асыҡ миҫал. Башҡа төр тауар менән бер рәттән төп ри­зыҡ­ты ла һайлау мөмкинлеге ҙур булған баҙар иҡ­ти­сады шарттарында хеҙмәт емештәренең өҫ­төнлөк менән файҙаланыуы – Рәйес Рәмил улының икмәкханаһында эшләүселәргә халыҡ баһаһы ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523